Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ете тарафтан ете хәбәр
Уҡыусыларын табасаҡ

Баҡса ауылында йәшәгән Венер Усманов тыуған яҡты өйрәнә. Күптән түгел уның "Тарихи йәдкәрҙәр" тип аталған яңы китабы донъя күрҙе.
Авторҙың дүртенсе баҫмаһында һүҙ тарихи ҡомартҡылар хаҡында бара, Стәрлебаш мәҙрәсәһендә эшләгән билдәле шәхестәр, уларҙың шәжәрәһе тураһында ла мәғлүмәт бар. Шулай уҡ Ырымбур өлкәһенең Ҡарғалы ауылы зыяратындағы эпитафика (ҡәбер ташындағы яҙыуҙар) буйынса ҡыҙыҡлы материалдар ҙа табырға мөмкин.
"Стәрлебаш шишмәләре".


Тормошто яратығыҙ!

Арыҫлан ауылында көн иткән Кәтифә Мәхмүтова ысын мәғәнәһендә оло юбилейын – 100 йәшен билдәләне.
Тантаналы сараға йөҙйәшәрҙең яҡындары ғына түгел, район хакимиәте вәкилдәре лә килгән.
Кәтифә Ниғмәтулла ҡыҙының ире Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған, уға бер үҙенә өс улын аяҡҡа баҫтырырға тура килгән. Бар ғүмерен тынғыһыҙ хеҙмәткә арнаған.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, инәй етеҙлеге, алсаҡлығы менән хайран итә, хужалыҡ мәшәҡәттәрен үҙе теүәлләй. Ул оҙон ғүмер серен тормошто һөйөүсәнлек менән аңлата.
"Беҙҙең Ҡыйғы".


Батырҙар "Батыр"ҙа көс һынаша

Мәләүездең "Батыр" спорт клубында гер күтәреү буйынса республика кубогы башланды.
Бәйгелә Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан килгән 80-дән ашыу спортсы төрлө ауырлыҡ категорияһында көс һынашасаҡ. Сара сигендә Бөтөн Рәсәй гер спорты федерацияһының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе конференция ойошторасаҡ һәм көнүҙәк проблемалар хаҡында фекер алышасаҡ.
"Көнгәк".


Ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс та

Татырүҙәк мәктәбе янында уҡыусылар өсөн "Эҙәрмән" лагеры эшләй. Әммә ул ҡәҙимге түгел: бында тарих һәм археология менән ҡыҙыҡһыныусылар йыйылған.
Рәсәйҙә иғлан ителгән Тарих йылында сараның әһәмиәте икеләтә мәртәбәле. Райондың төрлө төбәгенән йыйылған ун үҫмер Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының тарих факультеты студенттары менән берлектә боронғо ҡурғандарҙа үткәрелгән тикшеренеүҙәрҙә ҡатнаша. Балалар Бөрйән районындағы данлыҡлы Шүлгәнташ мәмерйәһенә, Баймаҡ районының Темәс ауылындағы музейға экскурсияға барып ҡайтҡан. Үҫмерҙәргә юғары уҡыу йорто уҡытыусылары лекция уҡый, төрлө конкурстар ойошторола. Киләсәктә үҫмерҙәрҙең күбеһе тарихсы һөнәрен һайламаҡсы.
"Хәйбулла хәбәрҙәре".


Ауыл данлы йырсылары менән

Казанка ауылының "Чаровницы" украин халыҡ фольклор ансамбле 30 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Сарала Украинаның Түбәнге Новгород ҡалаһындағы Генераль консулы Игорь Мельничук ҡатнашты.
1981 йылда ойошторолған ансамблдә өсөнсө быуын йырсылар алмашына, мәгәр тамашасыларҙың һөйөүе кәмегәне юҡ. Репертуарҙа – лирик йырҙар, шаян таҡмаҡтар, милли йолаларға бәйле музыка әҫәрҙәре. Ансамбль – төрлө сараларҙың сағыу биҙәге. Абруйлы ҡунаҡ милли мәҙәниәтте һаҡлауға ҙур өлөш индергән коллективты Украинаның мәҙәниәт һәм туризм министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләне.
"Әлшәй хәбәрҙәре".


Улар – илдең киләсәге

Иҫке Баҫҡаҡ ауылында 12-нән 17 йәшкә тиклем өҫ тиҫтәнән ашыу үҫмер "Йәш спецназсы" лагерында ял итте.
Улар төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнде, йүнәлеш билдәләү, медицина ярҙамы, граждандар оборонаһы үҙенсәлектәренә төшөндө. Шулай ҙа сараны ойоштороусыларҙың төп маҡсаты ике аҙна эсендә балаларҙы үҙ-ара аралашырға өйрәтеү, уларҙың күңелендә үҙ-үҙенә ышаныс уятыу ине. Лагерь етәксеһе Павел Кулинцев әйтеүенсә, һәр отряд лагерь менән хушлашыу кисәһенә ихлас әҙерләнгән, концерт номерҙары ҡуйған. Шулай ҙа үҫмерҙәрҙең ике аҙнала өйрәнгән һөнәрҙәрен күрһәтеү был кистең иң сағыу тамашаһы булған.
"Авангард",
Кушнаренко районы.


Йылғаларҙы таҙартыу — изге эш

“Экологик десант” акцияһы һөҙөмтәһендә Нефтекамала Марьинка йылғаһы үҙәне һәм ярҙары таҙартылды. Йылға буйынан өс тонна сүп-сар йыйып сығарылды.
Мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында “Экологик десант” акцияһы быйыл Нефтекамала ике ай дауам итте. Ҡала ситенән аҡҡан йылға көн һайын ике сменала таҙартылды. Нефтекамала ошондай акция үткәреү күптән яҡшы йолаға әүерелде. Тәүге тапҡыр өмә 1994 йылда ойошторолғайны. Шул ваҡыттан алып 1100-ҙән ашыу кеше яҡынса 800 тонна ҡалдыҡ йыйған.
“Красное знамя”.
Г. БАЛТАБАЕВА, М. МӨХӘМӘТОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә