Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юрист кәңәштәре
Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Күп балалы ғаиләләргә льготалар күп

— Һаумыһығыҙ! Мин — ауыл кешеһе, биш бала тәрбиәләйем. Айлыҡ пособие алабыҙ, һәм тағы ниндәйҙер льготалар бар. Шулай ҙа аныҡ ҡына ниндәй льготаға хоҡуғыбыҙ барлығын белеп бөтмәйем. Юрист ошо турала мәғлүмәт бирһә ине.
Гөлсөм,
Бөрйән районы.


— Өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр күп балалы тип иҫәпләнә. Күп балалы ғаилә статусын рәсмиләштереү өсөн һеҙгә йәшәгән урынығыҙ буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Күмәк балалы ғаиләләргә социаль ярҙам саралары “Балалары булған граждандарға дәүләт пособиелары тураһындағы” 81-се Федераль законда һәм Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан Республикаһында балаға айлыҡ пособие тураһындағы” 132-се Законда билдәләнгән.
Рәсәйҙә йәшәүсе барлыҡ күп балалы ғаиләләргә ҡаралған төп льготалар:
— күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеүселәр балалар баҡсаһына, ғөмүмән, мәктәпкәсә учреждениеларға тәү сиратта ҡабул ителә;
— мәктәпкәсә учреждениеларҙа һәм мәктәптә улар бушлай туҡлана;
— мәктәп формаһы ла түләүһеҙ бирелә.
Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары ҡала эсендә һәм ҡала-ара транспортта түләүһеҙ йөрөй. Айына бер тапҡыр музей, күргәҙмәләргә бушлай бара ала. 6 йәшкә тиклемге балаларға табип рецебы буйынса дарыуҙар ҙа түләүһеҙ бирелергә тейеш. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре өсөн түләүҙә күп балалы ғаиләләргә кәм тигәндә 30 процент ташлама ҡаралған. Шулай уҡ ер участкаһы алыу мөмкинлеге лә бар. Ғаиләгә 0,15 гектарҙан да кәм булмаған ер биләмәһе бирелергә тейеш.
Шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр тулыһынса йәки өлөшләтә теркәлеү иғәнәләренән бушатыла. Крәҫтиән (фермер) хужалығы булдырырға теләүселәр йәки үҙ эшен асыусылар өсөн дәүләт ярҙамы ҡаралған. Мәҫәлән, һалым түләүҙән бушатыла йәки процентһыҙ ссудаға өмөт итә алаһығыҙ. Тағы ла күп балалы ғаиләләр төҙөлөш материалы алған саҡта йәки, ғөмүмән, үҙ торлағын һала башлағанда, дотацияға йәки льготалы кредитҡа өмөт итә ала.
Һеҙгә шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһында балаларға айлыҡ пособие тураһындағы” 132-се Закондың 4-се статьяһында билдәләнгәнсә, айлыҡ пособие түләү ҡаралған. Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәләргә Башҡортостанда “Әсәлек даны” миҙалы менән бергә аҡсалата бүләк тә бирелә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә