Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Комендант сәғәте” ниңә боҙола?
“Комендант сәғәте” ниңә боҙола?Йәйге каникул етеү менән ауыл олатай-өләсәйҙәренә ялға ҡайтҡан бала-саға тауышына күмелә. Ололар уларға гел күҙ-ҡолаҡ булып йөрөй алмай, сөнки хужалыҡта эш етерлек. Үҫмерҙәр шунан файҙаланып, тәмәке, иҫерткес эсемлектәр менән “шаяра” башлай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быны өлкәндәр белмәй. Кем үҙ балаһы тураһында насар уйларға теләһен инде! Дөрөҫөн әйтһәң, ғәзиздәрен яҡлаша башлайҙар.
Шул уҡ ваҡытта, көн ҡараңғылана башлағас та, ауыл магазиндары 13-16 йәшлек үҫмерҙәр менән тула. Яҡындары кәрәк-яраҡҡа тип биргән аҡсаға һыра, тәмәке һатып алалар.
Күптән түгел үҙем ошондай күренешкә шаһит булдым. Төнгө сәғәт ике. Урамда өйкөм-өйкөм мәктәп уҡыусылары шаулаша. Ҡулдарында — шешә, ауыҙҙарында — тәмәке. Араларында ҡыҙҙар ҙа бар. Юлға баҫып торғандар ҙа машиналарҙы бар тип тә белмәйҙәр, шофер бер нисә тапҡыр сигнал биргәс кенә теләр-теләмәҫ ситкә киттеләр. Ҡайһы берҙәре саҡ-саҡ аяғында баҫып тора.
Төндә балаларын урамға сығарып, ата-әсә нисек тыныс йоҡлап ята? Әллә уларға “комендант сәғәте” ҡағылмаймы?
— Ата-әсәләрегеҙ төндә урамда ни эшләп йөрөгәнегеҙҙе беләме? — тимен.
Мин машинанан сығыу менән ҡайһы берҙәре тороп йүгерҙе, ә “батырайып” ҡалғандары:
— Һеҙҙең ни эшегеҙ бар? Каникул ваҡыты, күпме теләйбеҙ, шунса йөрөйбөҙ, — тип мәғәнәһеҙ көлөп яуап бирҙе.
Бындай хәлде һәр көн һәр ауылда тиерлек күҙәтергә мөмкин. Законды һанламағас, ата-әсәләре ҡыҫылмағас, тикшереү булмағас, минең генә киҫәтеү уларға нимә инде...
Ошо ваҡиғанан һуң: “Комендант сәғәте” тураһында беләһегеҙме?”, “Уға нисек ҡарайһығыҙ?” тигән һорауҙар менән үҫмерҙәргә, ата-әсәләргә мөрәжәғәт иттем.

Нәсимә, ике бала әсәһе:
— Ата-әсәләр йыйылышында был турала иҫкәрткәйнеләр. Улыма 13 йәш, ҡыҙыма — 16. Улай кис сығырға атлығып тормайҙар, дуҫтары менән көндөҙ аралашалар. Төндә йөрөгән уҡыусыларҙың ата-әсәләренә аптырайым. Ул мәлдә балаларға ғына түгел, ололарға ла ҡурҡыныс әле.
Алексей, өс бала атаһы:
— Гәзиттәрҙә был турала күп яҙҙылар, ләкин һөҙөмтә генә юҡ. Төнөн урамға сыҡһаң, үҫмерҙәр генә түгел, бала-сағаһы ла осрай. Оло улыма 15 йәш, ул һирәк кенә клубҡа барыштыра, әйткән ваҡытҡа ҡайта.
Светлана, ике бала әсәһе:
— Ҡыҙҙарыма 14 һәм 16 йәш. Йәй ауылда эш күп бит, көндөҙ дуҫтары менән күрешергә ваҡыттары юҡ. Шулай булғас, нисек тыяйым? Ҡыҙҙарым ҡайһы берәүҙәр кеүек эсеп, тартып йөрөмәй, аҡыллылар. Йәш ваҡытта ла йөрөмәгәс? Минеңсә, “комендант сәғәте” кәрәк түгел.
Марат, 15 йәш:
— Былай булғас, ярты Башҡортостандың ата-әсәһенә штраф һалырға кәрәк. Ҡалала йәшәйем, бер ниндәй тыйыуһыҙ төн буйы урамда йөрөгәнем бар. Ауылда ла шулай рәхәтләнеп күңел асам.
Лилиә, 14 йәш:
— Мин тәртип боҙмайым, әйткән ваҡытҡа ҡайтам. Ҡалала бикләнеп ятҡаным да еткән. “Комендант сәғәте” барыбер үтәлмәй бит, тикшереүсе юҡ. Шулай булғас, нимәгә уйлап сығарғандар?
Айҙар, 13 йәш:
— Төндә урамда йөрөмәйем. Үҙемдең дә теләгем юҡ, атай-әсәйем дә ҡаршы.
Күренеүенсә, “комендант сәғәте” әле йүнләп эшләмәй. Уның етешһеҙлегенә балалар түгел, әлбиттә, өлкәндәр сәбәпсе.
Лира ГӘРӘЕВА
Баҡалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә