Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ике ултырғысҡа бер юлы ултырып булмай
Ике ултырғысҡа бер юлы ултырып булмайКем икмәкле, шул хикмәтле

Ауыл хужалығының бөгөнгө хәл-торошо береһен дә битараф ҡалдырмай. Редакция почтаһы ла был тема буйынса буш торғаны юҡ: хаттар килә, шылтыраталар, мәҡәлә, һүрәтләмә яҙалар, һорауҙар бирәләр. Ауылдарҙың яҙмышы, ер-һыу мәсьәләһе буйынса, ғөмүмән, халыҡтың киләсәге, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инер алдынан булған хәлебеҙ тураһында һөйләшеү өсөн ауыл хужалығы фәндәре докторы, Башҡортостан дәүләт аграр университеты профессоры Ғарифулла ЯПАРОВҠА мөрәжәғәт иттек.

— Ғарифулла Хәбибулла улы, бөгөн ер мәсьәләһе, ауыл хужалығы торошо күптәрҙе борсой. Ил буйлап йөрөгәндә ташландыҡ баҫыуҙарҙың артыуын, ауылдарҙың яйлап юҡҡа сығыуын, көтөүҙәрҙең бәләкәйләнә барыуын күреп йөрәк әрней. Ирекһеҙҙән, ауыл хужалығы шул тиклем дә көрсөккә терәлгәнме икән ни, тип ҡуяһың...
— Донъя ер фонды ике төрлө ҡапма-ҡаршылыҡ кисерә. Бер яҡлап, ул кеше тарафынан үҙләштерелеп, хужалыҡ итеү, йәшәү өсөн киңәйтелә; икенсе яҡлап, ер әйләнеше тоҙланыу, бысраныу, һаҙлыҡҡа әйләнеү, төҙөлөш йәйелдереү һәм башҡа шундай сәбәптәр арҡаһында ҡыҫыла бара.
Рәсәй Федерацияһында ла ер фондының ҡыҫҡарыуы күҙәтелә. Ил йыл һайын ауыл хужалығын алып барыу өсөн ҡулай бик күп һөрөнтө ерҙән мәхрүм ҡала. Мәҫәлән, 1963 йылда һөрөнтө ер майҙаны 163 миллион гектар булһа, 2000 йылда 85,4 миллион ҡалды. Йәғни яртыһы тиерлек кәмегән. Бөгөн иһә ул тағы ла аҙыраҡ.
— Ил үҙ халҡын ашатһын өсөн беҙгә кеше башына күпме аҙыҡ-түлек тура килергә тейеш?
— Рәсәйҙең был яҡлап хәүефһеҙлеген тәьмин итер өсөн йылына һәр кешегә 350 литр һөт, 80 килограмм ит, 270 йомортҡа етештерергә бурыслыбыҙ. Йыл һайын игендән дөйөм алғанда 70 миллион тонна уңыш алырға, бураларға һалырға тейешбеҙ. Асылда иһә иген культураларының сәсеү майҙаны ҡыҫҡарҙы. Әйтәйек, 1910 йылда Рәсәйҙә 78,9 миллион гектарҙа сәселһә, 2000 йылға — техника заманында — ни бары 45,6 миллион ғына. Уңышҡа килгәндә, дөйөм алғанда 1911 йылда 63 миллион тонна йыйһалар, 1990 — 116,7, 2004 — 78,1, 2010 — 60, 2011 йылда 90 миллиондан ашыу бураға һалынған.
Шул уҡ хәл малсылыҡта ла күҙәтелә. 1913 йылда Рәсәйҙә 32,1 миллион һыйыр малы иҫәпләнһә, 1990 йылда — 58,8, 2008 йылда — 21,1 миллион баш. 1913 йылда 19,3 миллион тонна һөт һауылған, 1990 йылда — 55,7, ә 2008 иһә 32,4 миллион ғына.
— Был һандар үҙебеҙҙә ауыл хужалығы тауарҙарының аҙыраҡ етештерелеп, сит илдекенә өҫтөнлөк бирелә барыуы тураһында һөйләй түгелме?
— Әгәр ҡулланыу өсөн импорт тауарҙары 25 проценттан артмаһа, уның ҡурҡынысы юҡ, был норма тип иҫәпләнә. Ә бит бөгөн 35 проценттан ашыу аҙыҡ-түлек ситтән индерелә. Рәсәй һымаҡ ҙур, ҡырыҫ тәбиғәтле дәүләт өсөн был сик хәүефле, бының ысын мәғәнәһендә һәләкәткә килтереүе ихтимал. Донъяның 10 проценттан ашыу һөрөнтө ере беҙҙә булып, ни бары 1,34 процент ҡына аҙыҡ-түлек етештерәбеҙ. Мәҫәлән, Рәсәйҙә һәр кешегә 1 гектарға яҡын һөрөнтө ер тура килә. Ҡытайҙа — 0,09. Бер гектар ер Швейцарияла — 16,5, Бельгияла — 12,5, Бөйөк Британияла һигеҙ кешене туйҙыра. Бөйөк рус ғалимы Дмитрий Менделеев бер гектар ер ике кешене туйҙыра ала, тип иҫәпләгән.
Һандар Рәсәйҙең тулыһынса үҙ халҡын туйҙырырға һәләтле булыуы, хатта шунса уҡ күләмдә ситкә лә сығарыу мөмкинлеге тураһында һөйләй. Ә бит былар крәҫтиәндең аҙыҡ-түлек етештереү теләгенә, тырышлығына ғына бәйләнмәгән, дәүләт ауыл хужалығын дотацияларға, яғыулыҡ-майлау материалдарына, электр энергияһына, газға, техникаға хаҡтарҙы ауыҙлыҡларға тейеш. Шулай уҡ етештереүселәргә конкурентлы мөхит булдырыу ҙа мөһим. Дәүләттең аграр сәйәсәтендә хаҡтар гелән контролдә тотолорға тейеш. Үҙ аграрийына Ҡушма Штаттарҙа, Европа илдәрендә, хатта ут күршебеҙ Беларусь Республикаһында нисек ярҙам итәләр, беҙҙә лә дәүләт крәҫтиәнде ҡурсаларға, ярҙамынан ташламаҫҡа бурыслы. Был турала һөйләгәндән генә эш бармай, тел сарлағандан мәсьәлә сорнала, проблема тәрәнәйә генә.
— Рәсәйҙә ер мәсьәләһе хәл ителмәй тороп, ауыл хужалығында эштәр көйләнерме? Бер кемгә лә сер түгел, әлегәсә ерҙең кем ҡулында булғанлығы аныҡ ҡына билдәле түгел. Пайҙарға хоҡуҡ биреү танытмаһы тараттылар, тик крәҫтиән үҙ өлөшөнөң ҡайҙа икәнен дә белмәй. Ғөмүмән, ер унда эшләүселәрҙә йәки уның ҡеүәтлелеген, уңдырышлылығын һаҡларға, уңыш алырға тырышыусыларҙа булырға тейеш бит. Киләсәктә һатыу-һатып алыу тауарына әйләнеп, ауыл хужалығынан бөтөнләй алыҫ тороусылар ҡулына төшмәҫме?
— Ергә хоҡуҡ мәсьәләһе Рәсәй тарихында күптән булған һәм бөгөн дә шулай ҡала килә. Ул батшалар заманында ла, генераль секретарҙар ваҡытында ла, хәҙерге президенттар осоронда ла хәл ителмәне. Был йәһәттән Рәсәй крәҫтиәненең яҙмышы сит ил аҙыҡ-түлегенә ишек асыусы бюрократтар власы ҡулында. Шулай уҡ ер ҙә ысын хужаһынан алынған. Аҙыҡ-түлек һатып алыр өсөн бүленгән дәүләттең миллиардлаған һум аҡсаһы ситкә оса. Дәүләт чиновниктарына илдең продукцияһына ҡарағанда импортҡа юл асыуы ҡулайыраҡ — проценттары үҙ мәнфәғәттәре өсөн ҡулланыла, башҡа юлдар аша инә.
Пайҙарға килгәндә, крәҫтиән формаль рәүештә генә ергә хоҡуҡ алды. Хатта “хоҡуғы” булғандар ҙа бөгөн сәсә, үҫтерелгәнен һата, банктарға кредит өсөн һала алмай. Тиҙҙән күсемһеҙ милек өсөн һалым түләй башлаһалар, хәлдәр бөтөнләй мөшкөлләнәсәк. Ергә бәйле был тиклем дә абсурд хәлдең булғаны юҡ ине әле. Асылда иһә дәүләт аграр өлкәне көрсөккә ҡыуып индерҙе. Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһының ергә ҡағылышлы ҡануниәтенә туҡтап тормай, ҡыҫҡаса ғына шуны әйтке килә: үҙ “закондары” менән йәшәгән бюрократтар крәҫтиәнде тамам бөлдөрөү сигенә терәп, уны ерҙән айырғансы, төптән уйланылған аграр реформа үткәрергә кәрәк. Бының Столыпиндың реформаһына, крепостной хоҡуҡты бөтөрөүгә тиң булыуы ихтимал.
— Тарихтан белеүебеҙсә, илдә аграр өлкәлә “йылы” осорҙар булған бит...
— Эйе, НЭП-ты (яңы иҡтисади сәйәсәтте) иҫкә төшөрөү ҙә етер ине. Граждандар һуғышы, революция тарафынан бөлгөнлөккә төшкән Рәсәй 1927 йылға аяҡҡа баҫа алған. Баҙар иҡтисады менән йәнәш атлаған НЭП ваҡытында крәҫтиән, аҙыҡ-түлек һалымын түләгәндән һуң, үҙе етештергәнгә тулыһынса хужа булған, хужалығын нығытып, киңәйтә алған. Бөгөнгө иҡтисадсылар теле менән әйткәндә, үҙен үҙе инвестициялаған. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, НЭП-ҡа алмашҡа коллективлаштырыу килде, баҙар иҡтисадын тулыһынса емерҙе.
1966—1970 йылдарҙа ла колхозға ыңғай ҡараш булып ала. КПСС Үҙәк Комитетының 1965 йылғы сентябрь Пленумында илдә ауыл хужалығы ойошмалары, предприятиелары өсөн ҡаты план индерелә, ә унан артыҡ тауар ҡиммәтерәк хаҡҡа һатып алына, был өлкәне финанслауға күберәк аҡса һалына. Ауылдарҙа торлаҡ төҙөү дәртләндерелә. Шул саҡта һалынған клуб, китапхана, магазин, башҡа социаль объекттар әлегә тиклем хеҙмәт итә. Биш йылда дөйөм ил килеме 145 процентҡа, халыҡтың аныҡ килеме 133 процентҡа арта. Йәғни ошо осорҙа ауыл хужалығына һалынған аҡса илдең социаль-иҡтисади өлкәһендә этәргес көс булды. НЭП-тан һуң, совет иле тарихында был икенсе һөҙөмтәле тәжрибә ине. Баҙар мөнәсәбәттәре менән дәүләт көйләүе тап килеп, крәҫтиәндә матди ҡыҙыҡһыныу уянды.
— Булмаһа, тарихтан бөгөнгөгә ҡайтып, Рәсәйҙең, шул иҫәптән Башҡортостандың да ауыл хужалығы торошона “төҫлө күҙлекһеҙ” генә бағып ҡарайыҡ.
— Колхоз-совхоздар таратылып, 90-сы йылдар башында СПК, АКХ-ларға әйләндерелгән хужалыҡтар бөлгөнлөккә төштө. Ауылдарҙа дөйөм хужалыҡ итеү алымы бөтөрөлдө. Матди-техник базалары юҡҡа сығарылды, йәмәғәт, шәхси хужалыҡтарҙа мал һаны кәмене. Ике тапҡырҙан артыҡҡа һөрөнтө ерҙәр, күп йыллыҡ үләндәр майҙаны ҡыҫҡарҙы. Ашлама, химикаттар бик аҙ күләмдә индерелә, ерҙәрҙе мелиорациялау тарих төпкөлөнә китте, һуғарыу һәм киптереү системалары юҡҡа сыҡты. Селекция, орлоҡ әҙерләү, малсылыҡта тоҡомсолоҡ эше алып барылмай. Аҡса булмау сәбәпле, ауыл хужалығы фәне үҫешмәй, тормошта уға ихтыяж ҡалманы. Бөтә бәләкәй, уртаса ауылдарҙа пенсия йәшендәгеләр генә йәшәй тиерлек. Хәйер, ҙурҙарында ла йәштәр аҙ ҡала. Нисек кенә ҡыҙғаныс булмаһын, Рәсәй ауылдарының өстән бер өлөшө һуңғы көндәрен кисерә, бөтөү алдында. Әйтәйек, Волга буйы федераль округы буйлап үткәндә генә лә Удмурт Республикаһы яғынан Киров өлкәһенә инһәк, тиҫтәләрсә ауылдың һуғыштан һуңғы осор һымаҡ тәҙрәләре арҡыс-торҡос таҡта менән ҡапланғанын күрәһең. Пенсионерҙар ғына йәшәгән ауылдарҙа магазин, фельдшерлыҡ бүлексәләре лә юҡ...
— Район хакимиәттәре биргән отчеттарға ҡарағанда, Рәсәйҙә ауыл хужалығы бигүк бөлгөнлөккә төшмәгән һымаҡ күренә. Нимә был, халыҡтың, ил етәкселәренең күҙенә төтөн ебәреүме, әллә һаман “ҡағыҙ түҙә ул” тип йәшәп, үҙебеҙҙе алдаумы?
— Өҫтәп яҙыуҙар йәшәйешебеҙҙең нормаһына инде шикелле. Муниципаль райондар һаман күптән салынған, ит комбинатына оҙатылған һыйырҙарҙы “һауа”, тиҫтә йыл һөрөлмәгән баҫыуҙарға “сәсә”.
Асылда урындағы хакимиәттәр ауылдарҙың социаль мәсьәләләре менән япа-яңғыҙы тороп ҡалды. Муниципаль бюджетты, шул иҫәптән райондарҙыҡын да тулыландырыу 40 процентҡа ла етмәй. Башҡортостанда ла муниципаль райондар дотацияға ултыра башланы. Шәхси хужалыҡтарҙа ғына ҡалған совет трактор-машиналары һуңғы осорон кисерә, клуб, китапхана, хатта мәктәп биналары емерелә, һүтелә. Башланғыс, тулы булмаған урта белем биреү мәктәптәре тулыһынса ябылғанға тиклем “оптималләштерелә”. Бына шулай күҙ алдына бигүк күңелле булмаған картина килеп баҫа.
— Һөйләп үтелгән барлыҡ проблемалар ҙа ауыл хужалығындағы, ауылдарҙағы ауыр хәл тураһында һөйләй. Һеҙҙеңсә, яҡын арала ғына унан сығыу юлы бармы?
— Башҡортостан, нисек кенә Рәсәйҙең тотороҡло төбәге булмаһын, тотош иҡтисад, шул иҫәптән халыҡтың йәшәйеше дөйөм ил хәленән айырылғыһыҙ. Эйе, яңы етәкселек республика ҡаҙнаһын тулыландырыу өсөн барыһын да эшләй. Ғалимдар ҙа муниципаль берәмектәрҙең килемен арттырыу, ауылдарҙағы етештереү тармағын аяҡҡа баҫтырыу буйынса төрлө юлдар эҙләй. Республикаға, эске конституцияға таянып, халыҡ традицияларын, йәшәү рәүешен, шарттарын иҫәпкә алып, үҙ аграр сәйәсәтен булдырырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта тәбиғи-климатик зоналарҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай. Программаны төҙөгәндә, халыҡсан хужалыҡ итеү алымының бөтә аграр өлкәһе менән бәйләнешен күҙ уңынан ысҡындырмау мөһим. Ул машиналар эшләүҙе, ашлама һәм ағыулы химикаттар сығарыуҙы, транспорт инфраструктураһын, етештереү тармағын, иген, йәшелсә һаҡлағыстарҙы, һыуытҡыстарҙы, тауарыңды һатыу итеүҙе үҙ эсенә алырға тейеш. Шулай уҡ барлыҡ мәғлүмәт сараларының крәҫтиән хеҙмәтенең баһаһын арттырыу, йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса эш алып барыуы мөһим.
Ауыл хужалығы предприятиелары һәм муниципаль берәмектәр менән көрсөккә ҡаршы идаралыҡ та идара итергә тейеш. Был йәһәттән ыңғай миҫалдар етерлек. Мәҫәлән, район хакимиәте һәм көрсөккә ҡаршы идаралыҡ етәкселәренең килешеп эшләүе һөҙөмтәһендә Учалы районының “Байрамғол” агрофирмаһы хужалығы һаҡлап ҡалынды, технологик, техник базаһы яҡшыртылды, 2 миллион һумға мегаферма төҙөлдө.
— Бөгөн ер мәсьәләһе ҡырҡыу тора тиһәң дә хата булмаҫ. Күмәк хужалыҡтар таралғас, күп баҫыуҙар сәселмәй ята. Әммә халыҡ айырым ғына пайҙарын алып эшкәртергә әллә ашыҡмай, әллә инде урындарҙа күренмәҫ ҡаршылыҡтар тыуҙырыла.
— Аграр сәйәсәт һәм көрсөккә ҡаршы көрәш программаһы бер үк ваҡытта халыҡ файҙаһына ер мәсьәләһен дә хәл итергә бурыслы.
Ер фонды идаралығы һәр кеше, пайсы, муниципаль берәмек, түләнгән ер пайы һалымына, башҡа сығымдарға ҡарағанда күберәк табыш алырлыҡ итеп эште көйләргә бурыслы. Дөйөм алғанда, республика федераль милекселектә булған ерҙәрҙе ҡараған өсөн дә аныҡ килем алырға тейеш. Ә бит, бөтә ер фонды 14,3 миллион гектар тәшкил итеп тә, ни бары 43,5 мең гектары, йәғни 0,13 проценты ғына республиканыҡы булып теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта федераль милектә 5,6 миллион гектар, йәғни 39,2 процент иҫәпләнә. 130 мең гектар муниципаль ерҙәр бар. Бөтәһе 350 мең пайсыға 2278 меңе бирелгән. Ләкин шуларҙың 80 проценттан ашыуы ғына ергә хоҡуғын теркәгән.
Һалым сәйәсәте бер кемде лә ҡәнәғәтләндермәй — хеҙмәткәрҙәрҙе, урындағы предприятие, хакимиәт етәкселәрен, төбәк власы вәкилдәрен. Телгә алған береһенә лә бөгөнгө Рәсәй һалым ҡанундары үҫешергә мөмкинлек бирмәй. Үҙәктең хаталарын урындағы закон сығарыусылар өнһөҙ генә, асылда дубляж рәүешендә ҡабул итә. Билдәле, заман аграр сәнәғәте федераль закондарға таянырға тейеш. Ләкин бит урында ҡарарҙар, ҡанундар ҡабул итеүҙе береһе лә тыймаған. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай органдары халҡы өсөн күп нәмәләр эшләй, федераль закондарға ҡаршы булмаған өҫтәмә үҙгәрештәр индерә ала.
— Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы ҡапҡаһын астыҡ. Был йәһәттән беҙҙең ауыл хужалығы, сәнәғәт тауары сит илдеке менән ярыша алырмы? Һумыбыҙ бөтөнләй евро, доллар ҡыҫымы аҫтында ҡалмаҫмы?
— Рәсәйҙә хоҡуҡи нигилизм шарттарында закондарҙы һанға һуҡмау, асыҡтан-асыҡ урлау һәм дәүләттекен тартып алыу юлы менән байыҡҡан айырым бай ҡатлам барлыҡҡа килде. Ярлылар менән байҙар араһында айырма уртаса 18 тапҡыр! Был инде дөйөм йәмғиәттәге тотороҡлолоҡто һаҡлауҙың сиге тигән һүҙ. “Прихватизация” арҡаһында сереп байығандар илдә завод-фабрика төҙөү тураһында уйламай, бар хәстәре — аҡсаларын сит илгә оҙатып, ҡиммәт хаҡҡа яхта, вилла, замоктар, хатта утрауҙар, ҡыҫҡаһы, күсемһеҙ милек һатып алыу. Был иһә тырышып эшләгән, намыҫты өҫтөн ҡуйған халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡ та, ниндәй генә һәйбәт закондар сыҡмаһын, дәүләт ярҙам иткәнгә түгел, ә үҙҙәре тырышҡанға ғына йәшәп килә.
Был осраҡта ауыл хужалығы етештереүсәнлеген файҙалы итеп ойоштороу тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Яҡындағы 5–10 йылда нисек тә көрсөктө үтеүҙең йомшағыраҡ, ауыртмаҫлыҡ юлын табырға кәрәк. Ауыл хужалығына Рәсәйҙә дотация бик аҙ бүленеп, сит илдәрҙәге һымаҡ гарантияланмаһа, теләһә ниндәй хужалыҡ итеү формаһы ла көрсөккә терәләсәк, йәғни, бөгөнгөсә меҫкен хәлдә йәшәйәсәк.
— Төп сәбәптәре нимәнән ғибәрәт һуң?
— Беренсенән, Рәсәй Федерацияһы — ҙур ил. Тәбиғәт-климат шарттары бик ҡатмарлы. Тупраҡ ҡатламы ла төрлөсә. Шуға йылдың-йылы мул уңыш алып булмай.
Икенсенән, эштәрҙе планлы алып барған социалистик система емерелде. Етештереүселәр, эшкәртеүселәр, һатыусылар араһындағы иҡтисади бәйләнеш юғалды. Тик ҡырағай капитализм закондарына таянған “күберәк итеп осһоҙ хаҡҡа ал, ҡиммәтерәккә һат” формаһы ғына йәшәй.
Өсөнсөнән, Рәсәй ауыл хужалығы етештереүсәнлеген ойоштороу буйынса сит илдәрҙән 20–25 йылға артта ҡалды. Шулай булғас, дәүләт ярҙам итмәйенсә тороп, ҡабул ителгән хужалыҡ итеү алымын заманса көйләй алмаясаҡбыҙ. Ҙур коллектив хужалыҡтар ғына түгел, фермерҙар, шәхси, ғаилә хужалыҡтары ла эшен алып бара алмаясаҡ.
Тағы бер факт — бөгөн коллектив хужалыҡ итеү алымын кире ҡағып, капитализмса ойошторорға уйлайбыҙ. Ике ултырғыста бер юлы ултырып булмай. “Капиталист” тип аталабыҙ икән, капиталистик юл менән барырға кәрәк! Ә уның нигеҙе шәхси милекселеккә, эшсе көстө ситтән яллап эшләтеүгә, өҫтәмә хаҡты шәхси үҙләштереүгә ҡоролған. Капитализмдың башҡа ҡанундары юҡ. Шулай уҡ бөтә Рәсәйҙә капитализм булып, Башҡортостанда ғына социализмды һаҡлап алып ҡалыу мөмкин түгел. Колхоз системаһы совет вариантында нисек кенә ғәҙел булмаһын, асылда бөгөн эффекты юғалған, сөнки унда яуаплылыҡ та, дөйөм, аныҡ булмаған эштең файҙаһы ла юҡ.
— Ете тиҫтә йыл буйы, насармы-түгелме, колхозсылар көн итте, иртәгәһенә аслыҡтан, эшһеҙлектән ҡурсаланды. Шул уҡ ваҡытта үҙ ерҙәре юҡ ине. Бөгөн иһә крәҫтиәндең ҡағыҙҙа ғына булһа ла ере бар, һалымын да түләй. Нисек итеп хәҙер шәхсән кешенең — “етештереүсе хужа”ның — мәнфәғәтен ялланыусы менән килештерергә? Пай “хужаһы”ның алты-ете гектарлыҡ өлөшөн әлеге системаға яраҡлаштырырға?
— Шәхси милекселектә бер үк милеккә ике хужа тик Рәсәй закондары, ойошманың уставы, килешеүҙәре нигеҙендә, ошо ойошмаларҙан кеше өлөшөн (доля) алғанда ғына була ала. Тик устав капиталына бөгөн ер менән инеп булмай, сөнки ер беҙҙә капитал түгел. Ерҙе аҡсаға ла һалырға ярамай, сөнки пайҙарҙың хаҡы билдәләнмәгән. Тимәк, айырым эшләмәһәң, ҡуртымға бирергә һәм үҙеңә ошо ереңде эшкәртеүсегә ялланырға ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙәге ер реформаһының бөгөнгө хәле шулай. Нисек кенә крәҫтиәндең пайы теркәлмәһен, улар асылда үҙ ерҙәренең хужаһы түгел. Хужа өс функцияға эйә булырға тейеш: ергә хоҡуҡ, эшкәртеү һәм үҫтергәнде тулыһынса һатыу. Әгәр ошоларҙы бер юлы тормошҡа ашырмаһа, кеше милексе була алмай. 20 йыл буйына крәҫтиән пайының бер киҫәгенә лә эйә түгел. Был ваҡыт эсендә тыуғандар хәҙер ауылдарҙан Себергә, ҡалаларға сығып китте. Йәштәрҙе ауылда тик социаль-көнкүреш, мәҙәни шарттарҙы ҡаланыҡына яҡынайтып ҡына алып ҡалырға мөмкин. Йәш тракторсыны совет замандарындағы емерек техникаға ултыртып булмай. Яңыһын алырға ауыл тауарын етештереүсенең хәленән килмәй. Кредитҡа, бигерәк тә үҙ аҡсаңа ғына ферма төҙөүе, мал үрсетеүе мөмкин түгел. Хатта үҫтергәнде лә һатыу мәшәҡәт тыуҙыра: ябай крәҫтиән өсөн баҙар аша атлай алмаҫ ҡәлғә һымаҡ. Һөҙөмтәлә, урыҫтар әйтмешләй, “замкнутый круг”, беҙҙеңсә йомғаҡ барлыҡҡа килә. Уны бик күп бюджет сығымдары аша тик дәүләт кенә өҙә, һүтә ала. Емерелгән, тарала яҙған армия менән флотты аяҡҡа баҫтыра барған һымаҡ, ауыл хужалығына ла ярҙам кәрәк. Әгәр ҙә армияны кейендереп, ашатмаһаң — сит ғәскәрҙе ҡарарһың, әгәр крәҫтиәнгә ярҙам итмәһәң, кордон артында икмәк һорашырға сығырһың. Бөгөн кем икмәк бирә, иртәгә шуға ҡол да булаһың. Быны барыбыҙға ла аңлау мөһим.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872