Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юлсыларға дәғүә етерлек
“Росавтодор” менән республика араһындағы килешеүгә ярашлы, быйыл Башҡортостандың һигеҙ районындағы ун объектты төҙөүгә федераль ҡаҙнанан 213,5 миллион һум аҡса бүлеү ҡарала, был былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Республика бюджетынан финанслау 97,8 миллион һум тәшкил итә. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында үткән кәңәшмәлә ведомство башлығы Ильяс Мөниров ошо хаҡта хәбәр итте.

Ултырышта “2010 — 2015 йылдарҙа Рәсәйҙең транспорт системаһын үҫтереү” айырым маҡсатлы федераль программаһына ярашлы ауылдарға юл һалыу мәсьәләләре ҡаралды, бурыстар ҡуйылды. Ильяс Мөниров әйтеүенсә, ҡалған 13 объектҡа республика ҡаҙнаһынан 213,1 миллион һум аҡса бүленгән. Быйыл ошо сараларҙы тормошҡа ашырыуға 524,5 миллион һум тотоноласаҡ. Ләкин шуныһы аптырата: 1 авгусҡаса заказсылар эштең ни бары 30 процентын башҡарған.
Кәңәшмәлә һәр объект буйынса хакимиәт вәкилдәре сығыш яһаны, подрядсылар менән эште анығыраҡ ойоштороу хаҡында тәҡдимдәр яңғыраны.
Килешеү төҙөгән подряд ойошмаларының эшендәге етешһеҙлектәр билдәләнде. Мәҫәлән, “Лидер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте өс объектҡа эйә, әммә шуларҙың береһендә лә эш әлегә тиклем башланмаған. Ғафури районының Дмитриевка һәм Ишембай районының Алаҡай ауылдарына юл һалған “Танып” йәмғиәте лә тәнҡитләнде. Һөҙөмтәлә Ғафури районындағы объект “Башкиравтодор”ға тапшырылды.
Ильяс Мөниров подрядсыларға төҙөкләндереү эштәрен киләһе аҙнанан башларға ҡушты. Юғиһә уларға ҡарата ҡәтғи сара күреләсәк.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.


Айрат МИҢЛЕҒОЛОВ, Өфө ҡалаһы:
— “Өфө” аэропортына илткән юлды шул тиклем әкрен йүнәтеүҙәренә иҫем китә. Ташбаҡа кеүек бер урындан ҡуҙғала алмайҙар. Бер мәл туҡтап торҙолар, унан йәнә башланылар. Шул арҡала юлдағы тығын үҙәккә үтә. Бындай тиҙлек менән юлсылар эштәрен ҡар яуғансы ла теүәлләй алмаҫ тип уйлайым.

Рәфис БАЙБУЛДИН, Ғафури районы:
— Архангел районының Орловка ауылынан Ғафури районы сигенә ҡәҙәр асфальт һалынмаған. Водителдәр биш-алты саҡрым араны этләнә-этләнә ҡырсынташ түшәлгән юлдан йөрөй. Юлда машиналарҙың йыш боҙолоп ултырғанын күрергә тура килә. Ошо ҡыҫҡа ғына аралыҡҡа асфальт түшәп ҡуйыу ҡыйынмы икән?

Ринат СОБХАНҒОЛОВ, Салауат ҡалаһы:
— Ҡайһы ваҡыт, бынау юлға былтыр ғына асфальт түшәп йөрөйҙәр ине, ни арала емерелеп өлгөргән, тип аптырайбыҙ. Баҡһаң, беҙҙә юлдарҙың сифаты бөтөнләй тикшерелмәй! Хатта уны күҙәтеү өсөн лаборатория ла юҡ. Ҡайһы предприятие нисек булдыра, шулай эшләй. Былай ҡыланыу — аҡсаны бушҡа туҙҙырыу ғына!
Ошо йәһәттән Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовтың махсус лаборатория булдырыуҙы талап итеүе — бик дөрөҫ сара.
И. ХАҠОВ яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә