Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йорттары яҡты, ихаталары күркәм
Йорттары яҡты, ихаталары күркәмТормош шундай бит ул: йылдар үткәс, көтмәгәндә бергә үҫкән замандаштар менән осраштыра. Шунда инде уға икенсе күҙлектән баһа бирәһең, өлгәшкән уңыштарына һөйөнәһең. Әлфит Фәррәхов менән дә күрешеүебеҙ шулай булды.

Беҙ уның менән — яҡташтар. Әлфит ҡартатай һәм ҡартәсәй тәрбиәһендә үҫте. Бер аҙ шуҡ, әммә уҡыуға тырыш ине, спортты яратты, йыр-моңға оҫталығы менән айырылып торҙо. Балтас районының Юғары Ҡарыш урта мәктәбен тамамлағас, Кушнаренко ауыл хужалығы техникумына юлланды.
Уҡыуын бүлеп, армияла хеҙмәт итеп ҡайта ул. Техникумдан һуң ауыл хужалығы институтында уҡып, агроном булыуға өлгәшә. Йәш белгесте Асҡын районының ауыл хужалығы идаралығына эшкә ебәрәләр. Күп тә үтмәй, булдыҡлы егетте райондың ХVIII партсъезд исемендәге колхозына рәйес итеп тәғәйенләйҙәр. Етәксе хужалыҡта игенселек менән малсылыҡты үҫтереүгә, иҡтисадты нығытыуға, ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индерә. Һуңынан Өфөнөң иген комбинатында — цех начальнигы, Иглин район-ара “Сортсемовощ” берекмәһендә директор вазифаларын башҡара.
Үҙгәртеп ҡороу елдәре “Сортсемовощ”тың яҙмышын үҙенсә хәл итә. Әлфит Фәррәхов Өфөлә төпләнә. Нәҡ шул мәлдә уға баш ҡаланың Киров районындағы 1-се торлаҡ-файҙаланыу участкаһына идара итеүҙе ышанып тапшыралар. 11 йыл инде ошо яуаплы йөктө тарта ул.
“1-се торлаҡ-файҙаланыу участкаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баш ҡалала ғына түгел, республикала иң ҙурҙарҙан һәм алдынғыларҙан һанала. Ул хеҙмәтләндергән биләмәлә 67 йорт (48-е — күп ҡатлы) урынлашҡан, барлығы 7400 фатир иҫәпләнә. Участканың хеҙмәте һәр өйҙә кәрәк. Йыл әйләнәһенә йылы һәм һалҡын һыу килеп торһон, фатирҙар ҡотло һәм яҡты, подъездар, йорт алдары таҙа булһын, газондарҙа сәскәләр һәм йәшеллек ҡарашты иркәләһен өсөн улар ең һыҙғанып эшләй.
Йәйге осор коллектив өсөн айырыуса яуаплы. Көндәлек хәстәрлектәргә өҫтәп, инженерлыҡ селтәрҙәрен, коммуникацияларҙы йүнәтәләр һәм иҫкәртеү саралары үткәрәләр, айырым йорттарҙың түбәһен рәтләйҙәр, подъезд һәм ихаталарҙы төҙөкләндерәләр. Ғөмүмән, ҡышҡы осорҙо имен үткәреү нәҡ бөгөнгө хәстәрлектәргә бәйле.
Көн тыуғас, бер ғаилә йәшәгән йортта ла, кем әйтмешләй, мең төрлө мәшәҡәт сыға. Тотош микрорайонда тәртип һәм таҙалыҡ, халыҡҡа йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, әлбиттә, еңел түгел. Үҙем дә ошо биләмәлә йәшәгәс, йәмғиәт хеҙмәткәрҙәренең уңғанлығына таң ҡалам.
Әлфит Ғатуп улы шулай ғәҙәтләнгән: һәр көн иртәнге 7-лә участканы урап сыға, бер етешһеҙлек тә иғтибарынан ситтә ҡалмай. “Бик талапсан ул, ҡайһы саҡ ҡырыҫыраҡ та була, әммә кешенең хеҙмәтенә ғәҙел баһа бирә”, — тиҙәр коллективта уның тураһында.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ — ҡатмарлы тармаҡ. Унда эшләүселәргә талаптар йылдан-йыл арта. Әйтәйек, заманса инженерлыҡ селтәрҙәре һәм коммуникациялар ябай слесарҙан хатта инженер дәрәжәһендә фекерләүҙе талап итә.
— Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә үҙ иңенә теләһә ниндәй яуаплылыҡты алырға һәләтле, тырыш кешеләр генә эшләй ала. Хеҙмәтләндереүҙә талаптар юғары. Үҙ бурысыбыҙҙы еренә еткереп башҡарырға тырышабыҙ, ә баһаны халыҡ бирә, — ти 1-се торлаҡ-файҙаланыу участкаһы директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре Әлфит Фәррәхов.
Тормошта ла ул — хәстәрлекле ғаилә башлығы, өлгөлө атай. Йәмәғәте менән ҡыҙҙары Эльзаны уҡытып, оло тормош юлына сығарғандар, инде ейәндәрен һөйөп шатланалар.
Зөлфирә ҒӘЛЛӘМОВА.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде 07.05.2026 // Йәмғиәт

Туристар Түбәнге Новгородтан сәйәхәткә сыҡҡан....

Тотош уҡырға 1

Миҙгел башынан республикала 1347 кеше талпандарҙан зыян күргән
Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр 07.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана 07.05.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе ихтимал....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә