Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Болот араһында, таш йылға буйында...
Болот араһында, таш йылға буйында...Ирәмәл — Уралдағы иң матур һәм бейек тауҙарҙың береһе. Ул Башҡортостандың дүрт йылғаһына башланғыс бирә. Диңгеҙ кимәленән 1582 метрға олғашҡан тауҙың хозурлығы ғына түгел, уның тирәләй йәшәгән бихисап серле хәбәрҙәр ҙә күптәрҙе ылыҡтыра. Берәүҙәр тау башына “осоусы тәрилкә”ләрҙең төшөүен, икенселәр “ҡар кешеһе”н осратыуын һөйләй, өсөнсөләр Ирәмәлгә күтәрелгәндән һуң ауыр сирҙәрҙән ҡотолоуын бәйән итә. Башҡорттарҙың изге тауының ҡөҙрәтен беҙ ҙә тойҙоҡ.

Ирәмәлдең башына өс юл буйлап менергә мөмкин: улар Учалы районының Байһаҡал, Белорет районының Николаевка һәм Силәбе өлкәһенең Төлөк ауылдарында башлана. Беҙ Силәбенең Эҫем ҡалаһы аша Төлөккә юлландыҡ. Өфөнән машинала өс сәғәттән ашыу барырға тура килде. Ял көнө ауыл туристар менән тулғайны. Күптәр тау итәгендә палатка ҡорған, ҡырағай шарттарҙа йәшәргә күнекмәгәндәр туристик базаларҙағы бөтөн уңайлыҡтары булған йорттарға урынлаша ала.
Тауға тәүге тапҡыр килгәс, ваҡытты самаламағанбыҙ. Баҡтиһәң, километр ярымдай бейеклеккә күтәрелер өсөн бер яҡҡа ғына 12,5 километр атларға кәрәк икән! Өҫтәүенә, күҙҙе сағылдырып ҡыҙҙырған ҡояшты ҡапыл ҡара болоттар ҡапланы ла ҡойма ямғыр башланды. Еңелсә генә кейемдә лыс һыу булышып, тауҙың ҡуйы урманына инеп киттек. Сәғәт көндөҙгө 4 ине. Ҡаршыбыҙға һирәк-һаяҡ туристар осраны. Ирәмәлгә күтәрелеүҙең уйын эш түгеллеген аңлаған сәйәхәтселәр, һуң сыҡҡанһығыҙ, тип иҫкәртте.
Тауға тәүге тапҡыр менеүселәр бында юғалып ҡалмаясаҡ — туристар һалған ҙур һуҡмаҡ буйлап барырға, ағастарға бәйләнгән таҫмаларҙы күҙҙән ысҡындырмаҫҡа ғына кәрәк. Юлдан тайпылһаң, аҙашыуы ҡыйын түгел. Тирә-яҡтан өҫтөңә ауып килгән ҡара урманға ингәс, Ирәмәлдә кешеләрҙең хәбәрһеҙ юғалыуы, ҡайһы берәүҙәрҙе айыу баҫтырыуы тураһындағы хәбәрҙәргә ышана башлайһың. Күңелдә шом барлыҡҡа килә.
Билдәһеҙ ер бер аҙ ҡурҡытһа ла, ямғыр арҡаһында батҡаҡҡа әйләнгән юлдан, тайғаҡ таштарҙан атлауы ауырлашһа ла, Ирәмәлдең иң башына менеү теләгебеҙ ҡаршылыҡтарҙан көслөрәк ине. Тау үҙе лә, беҙҙе әүрәтергә теләгәндәй, бер-бер артлы мөғжизәләрен сығарып торҙо: таштар араһынан борғоланып-борғоланып аҡҡан Төлөк йылғаһының һыуынан ауыҙ иттерҙе, бығаса бер ҡайҙа ла осрамаған, үҙе генә һаҡлап алып ҡалған үҫемлектәрен күрһәтте, ҙур аҡ таштарҙан хасил булған “йылға”һына алып барҙы, ул арала бейек осар ҡоштары баш осонда саңҡылдашып ҡанат ҡаҡты.
Бара торғас, урмандың “тәпәшәйеүенә” иғтибар иттек. Баҡтиһәң, бейегерәк менгән һайын ағастар бәләкәйерәк, нәҙегерәк була бара икән. Тау башында ҡарҙың оҙаҡ ятыуына, һауа шарттарының ҡырыҫлығына бәйле был.
Өс сәғәттән ашыу атлағандан һуң, ниһайәт, иң һуңғы артылышҡа килеп еттек. Ул — ҙур-ҙур таштарҙан хасил булған ҡалҡыулыҡ. Ҡыймылдап ятҡан таштар буйлап үрмәләү бығаса үтелгән юлдан да хәүефлерәк һәм ауырыраҡ ине. Уның ҡарауы, Ирәмәлдең иң үренә менеп еткәс, үҙеңә ҡайҙандыр хәл ингәндәй, быуындарың нығынғандай тойола. Икенсе һулыш асылды, тиеүҙәре шулдыр, моғайын. Изге тауҙың был ҡөҙрәтен тойған бер беҙ түгел. Ирәмәл Йыһан менән Ерҙе тоташтыра, унан ыңғай энергия урғыла, тигән хәбәрҙәр халыҡ араһында юҡтан таралмаған.
Бейектән асылған күренештәр иһә һүҙ менән аңлатҡыһыҙ! Бер яҡта күҙ күреме еткеһеҙ урмандар йәйелгән, икенсе яҡта тау артынан тау теҙелгән. Үргә менеп етеүселәрҙе тәбрикләгәндәй, Ирәмәл һалҡын тынын өрә. Һуңынан, елгә өшөп ҡуймағыҙ, тигәндәй, һәр кемде ап-аҡ мамыҡтай болоттар һырып ала...
Ҡайтыр яҡҡа сыҡҡанда ҡояш байый башлағайны. Төнгә ҡалмайыҡ, тип түбәнгә йүгерҙек. Ҡуйы урман башланғас, тирә-яҡ ҡапыл ҡараңғыланды. Шул саҡ нимәнеңдер юл ситендәге ағас һәм үлән араһынан беҙҙән ҡалышмай йүгереүен шәйләнек. Үҙе күренмәй, әммә йәнәшәлә ҡыштырҙап барыуы ап-асыҡ ишетелә. Айыу-маҙар булып ҡуйһа, ни эшләрбеҙ, тип хафаға ҡалдыҡ. Урман асылғас, тау итәгендәге усаҡтарҙың төтөнө күренә башлағас, серле юлдашыбыҙ үҙен башҡаса һиҙҙертмәне. Бәлки, ул Ирәмәлдең эйәһе булғандыр ҙа, һуңға ҡалған ҡунаҡтарын шулай ҡурсалап, хәүеф-хәтәрҙән һаҡлап барғандыр...
Ирәмәлгә бер барһаң, үҙенә саҡыра ла тора, тиҙәр. Икенсе юлы Учалы районының Байһаҡал ауылында башланған юлдан менге килә. Ул һуҡмаҡ Ағиҙелдең инешенә һуғыла, ете тапҡыр тау шишмәләре аша үтә, тиҙәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә