Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әммә йөрәк һаман йәп-йәш көйө...
Әммә йөрәк һаман йәп-йәш көйө...Рәмил ЙӘНБӘК

Үҙ йыры бар

Һәр замандың — үҙсән хәҡиҡәте,
Һәр быуындың була үҙ йыры.
Минең быуын хаҡ йәшәне төҫлө,
Һәм йыры ла мәңге булғыры.

Беҙҙән алдағылар хаталарын
Беҙ төҙәттек буғай, теш ҡыҫып.
Үҙгәртеүҙәр төштө иңебеҙгә,
Күңелдәрҙән эрен, шеш һытып.

Байлыҡҡа беҙ ҡол булманыҡ һис тә,
Изгелекле ине йәнебеҙ.
Заман йәштәренә күңел ятмай,
Йәш быуынға ҡарап әрнейбеҙ.

Вайымһыҙ бер туҡ ҡарашы менән
Үтә текләй беҙгә ул быуын.
Кешелекһеҙ кешеләрме, әллә
Намыҫһыҙҙар килә бит тыуып.

Тыуған ил дә, тыуған еребеҙ ҙә
Изге кеүек түгел уларға.
Хәүефләнәм: ғәзиз көйҙәребеҙ
Ҡалмаҫ һымаҡ алда йырларға.

Мыжыу ғына былар...
Киләсәктә
Беҙ яһаған хата беленер.
Шул йыртыҡты көпләп ямағанда
Улар йөрәктәре теленер.

Һәр замандың — үҙсән хәҡиҡәте,
Һәр бер быуын хаҡлы үҙенсә.
Барыһын да тарих хөкөм итер,
Барыһы ҡалыр тарих һүҙенсә.

Тормош

Тормошмо шул: көн дә яҙмышыңды,
Үҙ-үҙеңде гелән алдағас;
Ғүмереңде түгел, хатта бер көнөңдө
Үҙең булып йәшәй алмағас;

Һөймәгәнде һөйгән менән бутап,
Яҙмышыңды бөгә алмағас;
Илең өсөн, ерең, халҡың өсөн
Барлыҡ булмышыңды һалмағас;

Бар донъянан йәнең айырылып,
Уның теҙҙәрендә ятмағас;
Бер минутта йәшен утта янып,
Ҡотоп һалҡынында туңмағас;

Һыныҡ икмәк, бер ҡат ыштан өсөн
Башың эйгәс ҡырҡыу түрәгә;
Эсте тоймай, тышҡы ҡиәфәттән
Үҙеңдә бер ирмәк күрһәләр...

Тормошмо шул: барлы-юҡлы йәшәү
Үтеп барғас эске һыҙ менән.
Мин ятмайым диңгеҙ ярҙарында —
Солярийҙа бары ҡыҙынам.

Башҡортлоҡ хаҡында

Үткәндәре зәһәр башҡортомдоң:
Илһөйәр ҙә булған, ҡаһарман.
Ғорур булған, сая булған халҡым,
Хас булмаған әммә, яһалма.

Сикһеҙ ихлас, хатта бер ҡатлыраҡ
Булған башҡорт үткән заманда.
Кешелекле, сәмсел сифаттарын
Һаҡлап ҡалған, ярай, һаман да.

Үткәндәре, халҡым үткәндәре
Һоҡланырлыҡ, таңдар ҡалырлыҡ.
Шомланырлыҡ әммә бөгөнгөһө —
Оран ташлап, яуҙар сабырлыҡ.
Яу ҡуҙғалмаҫ, һис кем ауыҙ асмаҫ:

Беҙ күнергә күптән өйрәндек.
Сабыр күндәмдәрбеҙ,
Сығармайбыҙ
Эстән янып, эстән көйгәнде.

Беҙҙең башҡортлоҡ та — эстән генә,
Юҡ ул хәҙер рәсми ҡағыҙҙар.
Милли хисте һүҙгә генә сығар —
Батша-хандар тотоп ҡайыҙлар.

Ҡолға әйләндек беҙ еребеҙҙә,
Ватаныбыҙҙа беҙ кәм халыҡ.
Аҫабалыҡ бөттө.
Телдән яҙһаҡ,
Башҡортлоҡтан ниндәй йәм ҡалыр?

Үҙәктәрҙән шундай йөҙ тотола,
Күршеләрҙән шундай ел иҫә.
Тәүгеләре — тупаҫ хаслыҡ менән,
Тегеләре аҫтан гел киҫә.

Ҡалды микән йәшәү үткәндәрҙә,
Уҙған заман менән йыуанып;
Әрнеүҙәрҙе баҫып араҡ менән,
Ҡыҫыр шатлыҡҡа ла ҡыуанып?..

Эстән үкһеп, тыштан ялтыр ҡалып,
Ҡалтыранып типкән-һүккәндән,
Көн күрәмен шыҡһыҙ бөгөнгөлә,
Моңһоу сатҡы алып үткәндән.

Ә киләсәк томан эстәрендә,
Күҙ һалырға унда ҡыймайым.
Башҡортлоғом сәмдәремдә уйнай...
Күңел йәштәремде тыймайым.

Ғүмер ҡәҙере

Йылдар уҙған һайын йәшем арта,
Йәшем арта — рәсми ҡағыҙҙа.
Әммә йөрәк һаман йәп-йәш көйө,
Уға мәңге йәшлек һарылған.

Ҡартлыҡ — шатлыҡ түгел, тиһәләр ҙә,
Һәр дәүерҙең була үҙ заңы.
Үткән ғүмерҙәргә үкенмәйсә,
Һиңә тиң йәшәйем, заманым.

Тормошобоҙ тик хәсрәттән тормай,
Бәхет-ҡыуаныс та етерлек.
Иҫләй китһәң барлыҡ кисергәнде,
Иҫтәлектән иҫтәр китерлек.

Саҡырмайса килә ҡартлыҡ менән
Маңлайҙарға ятҡан бураҙна.
Хөрмәт кенә булһын ололарға
Һәм йылы һүҙ — беҙҙең турала.

Йәштәргә юл асып, сабыр булып
Алғы йылдарға беҙ еләйек.
Берәүҙең дә ғүмер мәңге түгел,
Ҡәҙерҙәрен уның беләйек,
Йәшәү ҡәҙерҙәрен беләйек!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә