Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Мин — рәхмәт әйтеүсе!”
Дүрт йәшлек ҡыҙым менән әңгәмә:
— Әсәй, полиция нимә була ул?
— Урлаған, насар эштәр ҡылғандарҙы тотоп ситлеккә ултыртыусы.
— Улай булғас, попугайҙар бур икән дә!

* * *
Ауырып йөрөй. Бер саҡ иҙәнгә ятып алды.
— Иҙәнгә ятма, йүткерәһең былай ҙа, — тим.
— Әсәй, мин диванда ятһам да йүткерәм бит!

* * *
Аш һалып бирҙем.
— Аша, аша, тиҙерәк ҙурайырһың, — тим, гел ҙур булырға хыялланыуын иҫәпкә алып.
— Һәм әбей булырмын, — тип дауам итте ул, шаярып.

* * *
Иртән тороп балалар баҡсаһына йыйына. Бытылдап хәбәрен дә һөйләп өлгөрә.
— Әсәй, атайым эшкә аҡса эшләр өсөн йөрөй, ә мин һиңә ҡамасауламаҫ өсөн, ивет?
Көлдөк тә ни өсөн йөрөгәнен аңлатҡан булдыҡ инде.

* * *
Башҡорт алфавитын ҡабатлай. “Ғ” хәрефе урынында һүрәт булмағас:
— Атай, нишләп бында һинең фотоңды ҡуймағандар ул? — ти. Атаһы Ғәзиз исемле.
Шунан һуң:
— Ә ниңә Д хәрефендә дөйә тора, бәлки, минең фотоны ҡуйырға кәрәккәндер. Үҙенеке — Диләфрүз.

* * *
Биш йәше яңы тулған ҡыҙым:
— Әсәй, мин һине яратам! — ти.
— Мин дә һине яратам, — тим ғәҙәттәгесә.
— Мин һине нығыраҡ, — тигән була.
— Мин һине тағы ла ныҡ, — булды яуабым.
— Мин һине миллион тапҡыр, — тип ебәрҙе.
— Ә мин һине триллион, — мин дә “бирешмәнем”.
— Мин һине чы... шы... чытырмилон, уй, әсәй, дүрттең миллионы нисек була ул?

* * *
Кисә ҡыҙым былтыр яҙ алған кроссовкиһын кейеп йөрөнө, уңайһыҙ ҙа тимәне, төртә тип тә әйтмәне. Рәхәтләнеп йүгерҙе, уйнаны. Мин: “Ярай икән әле, көҙ яңынан алырбыҙ”, — тип уйлап ҡуйҙым. Эштән ҡайтҡас, атаһы: “Был аяҡ кейеме һаман яраймы әллә?” — тип һораны. Диләфрүз икенсе бүлмәлә ине шикелле, шул турала һөйләшеп алдыҡ, әлегә яңыны алмаҫҡа килештек. Бөгөн иртән йәнә кроссовкиһын кейҙе лә кире сисеп тә ташланы.
— Аяғымды ауырттыра, бәләкәсәйгән дә инде!
— Кисә ауырттырмағайны бит һуң...
— Кисә мин саҡ ҡына бәләкәсерәк булдым... әҙ ашағайным бит!

* * *
Бөгөн иртән ҡыҙыма ике футболкаһын күрһәтеп, “ҡайһыһын кейгең килә?” тип һораным. Быға ҡәҙәр кейгәне булһа ла, икеһенә лә алмаш-тилмәш оҙаҡ ҡына текләне, һүрәттәрен ентекләп өйрәнде. Һарыһына принцессалар, зәңгәренә аҡ бантиклы туфлиҙар төшөрөлгән. Шунан:
— Икеһен дә! — тине лә ҡуйҙы.

* * *
— Әсәй, мең йәшлек кешеләр нимә эшләй?
— Ҡыҙым, кеше йөҙ йәшкә тиклем генә йәшәй бит әле.
— Ә йөҙ йәшлек кешеләр нимә эшләй?
— Өйҙә ултыра. Улар пенсияға сыҡҡан була.
— Әсәй, атыу һин пенсияға сыҡҡанһыңмы?
— Юҡ, мин декретта.
Артабан Диләфрүзгә пенсия менән декреттың айырмаһы тураһында һөйләп бирергә тура килде.

* * *
Магазинға китеп барабыҙ. Улымды коляскаға ултыртҡанмын. Диләфрүз ҡолонсаҡ кеүек эргәмдән эйәргән. Ғәҙәттәгесә, ҡыҙымдың мең төрлө һорауына яуап биреп, миллион фантазияһын тыңлап барам. Көлдөрөп тә алды:
— Әсәй, һин минең менән һөйләшмәй генә бар әле.
— Бәй, нишләп?
— Һин ят кеше ти, әйҙә. Кешеләр был ҡыҙ ҡайһылай ҙур, урамда бер үҙе лә йөрөй ала тип уйлаһын.
Уның күптән инде ҙур апай булғыһы, мәктәпкә барғыһы, урамда бер үҙе йөрөгөһө килә шул.

* * *
Иртән сәй эсәбеҙ. Ҡыҙым һорай:
— Әсәй, президент ҡайҙа йәшәй?
— Башҡортостандыҡы — Өфөлә, Рәсәйҙеке — Мәскәүҙә, Американыҡы — Америкала...
— Ә Башҡортостандың Аллаһы ҡайҙа йәшәй?

* * *
Диләфрүз менән балалар баҡсаһынан ҡайтып киләбеҙ. Ҡустыһы коляскала, ул эргәмдән бара. Ни ғәләмәт: юл аша сыҡҡанда, машина килеүенә ҡарамаҫтан, йүгереп сыҡты ла китте. Тотоп өлгөрә алманым, ҡысҡырҙым ғына. Машина яй килә ине — шунда уҡ туҡтап өлгөрҙө. Минең ҡот осто. Эргәһенә барғас, бүтән улайтма, тип әрләйем.
Тыныс ҡына тыңланы ла:
— Әсәй, һин мәрйәме әллә? — ти
— Нишләп улай тиһең?
— Нишләп миңә “стоп!” тип ҡысҡырҙың ул?
Асыуландырҙы ла, көлдөрҙө лә ул шаян ҡыҙыҡай.

* * *
Кисә уйын майҙансығында ошондай һөйләшеү булды:
— Ҡыҙым, ул башҡорт малайы бит, ниңә уның менән урыҫса һөйләшәһең?
— Ул үҙе урыҫса һөйләшә бит.
— Ә һин башҡортса һөйлә.
— Ә ул барыбер урыҫса әйтә.
— Ул урыҫтыр атыу...
— Ул башҡорт урыҫы, әсәй.

* * *
— Әсәй, нишләп беҙгә уйынсыҡты һин генә ала башланың?
— Мин генә түгел, атайың менән бергәләп. Атайың аҡса эшләп бирә, ә мин магазинға барып алам.
— Улай булғас, атай — аҡса эшләүсе, һин һатып алыусы икән.
— Ә һин кем инде?!
— Мин — рәхмәт әйтеүсе!

Биш йәшлек Диләфрүздең һөйләгәндәрен әсәһе Гөлсинә БАЙҒУЖИНА-ЙОСОПОВА яҙып ебәрҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә