Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәшәү өсөн көрәш
Йәшәү өсөн көрәшКөн шул тиклем эҫе булды, хатта айыу балаһы кискә хәтлем соҡорҙан сығырға баҙнат итмәне. Моронон саҡ ҡына күтәрә лә ята. Эргәһендә иһә әсәһе ауыр тын ала ине, ул бәләкәсен һис күҙҙән ысҡындырмай. Ә уныһы эҫелеккә түҙмәй, ни эшләргә белмәй. Шулай ята торғас, көн кискә ауышты, ошоно ғына көткәндәй, айыу балаһы моронон күтәреп, һауаны еҫкәне лә өңөнән сыҡты. Артҡы аяҡтарына баҫып, тирә-йүнде байҡап алғас, тиҙ генә йылғаға төшөп китте. Бер нисә йыл элек кенә йылға мул һыулы ине, хатта балығы ла булды, ә бөгөн һай ғына. Йәйҙәр ҡоро килде шул. Үләндәр ҙә ваҡытынан алда кибеп, көҙгө мәлдәге кеүек аяҡ аҫтында шытырҙап ята.

Инә айыу теләр-теләмәҫ кенә торҙо, тегеләй ҙә былай һикергеләп, уйнарға саҡырырға тырышҡан балаһына асыулы итеп ҡарап алды. “Эй, балам, һиндә уйын ҡайғыһы, ә миңә ашауҙы хәстәрләргә кәрәк”. Кисә тауҙың теге яғында ҡоралайҙы йыҡҡайны, моғайын, уның ите “өлгөргәндер”. Тау һыртын көскә артылып, улар ризыҡ янына килде һәм, туйғансы һыйланып, ошонда уҡ серем итергә булды.
Һайыҫҡандың борсоулы шыҡырҙауы айыуҙың йоҡоһон бүлде. Ул урынынан торҙо, танауына ауыр еҫ бәрелде. Янғын! Тәүҙә ҡайһы яҡтан бәлә яҡынлашҡанын аңламай торҙо урман хужаһы. Ә ут бөтә тау һыртын ялмап алғайны. Тиҙерәк тайырға кәрәк бынан! Әсә балаһын төртөп торғоҙҙо. Айыу балаһы ғүмерендә тәүге ошондай таныш булмаған еҫ менән осраша. Тын алыуы ауыр була башланы, етмәһә, танауы ныҡ ҡысыта, ергә терәп ҡысыуын баҫыр ине, шәп сапҡан инәһенең артынан ҡалмаҫҡа кәрәк. Күҙҙе ҡырҡып килгән ауыр төтөнгә ялҡын эҫеһе лә ҡушылып, хәлде ала. Тиҙҙән бөтә урман, асыҡ ер ут эсендә ине. Айыу балаһы сабып барған еренән бер мәл ҡапыл туҡтаны ла артҡа әйләнеп ҡараны. Ут, йылға һымаҡ, юлындағы бар нәмәне йотоп, ҡыуып етеп килә. Айыуҡастың һыу эскеһе килеп китте. Ләкин ҡурҡыу тойғоһо көслөрәк булып сыҡты, ул тағы әсәһенең артынан сапты. Бар тере йәндәр уттан бер йүнәлештә ҡаса ине, тик һәммәһе лә айыуҙар кеүек шәп йүгерә алмай шул. “Ерән йылға” терпеләрҙе йотто, бурһыҡтар ҙа эләкте уның “тел”енә...
Янған ағастың ҡапыл шатырҙап ҡолауы ҡасыусыларҙы ҡурҡытты. Инә айыу бер мәлгә генә туҡтап, артына ҡараны, шул саҡ тағы бер ағас йығылып, балаҡайынан айырҙы.

Хәҙер улар бер-береһен күрмәй ине. Ҡаушап ҡалырға ярамай: йә янып ятҡан бүрәнә аша һикерергә, йә — үлем. Айыу балаһы бар көсөнә алға ынтылды. Ул тағы инәһе янында! Тәпәйҙәре, арҡаһы ауыртһа ла, сабыуын белде. Төтөн ҡуйырҙы ғына, алда бер нәмә күренмәй. Бер ваҡыт инә айыу бар көсөнә алға ырғыны ла башҡа тора алманы, тыны бөттө. Балаһы ла, ауыртыуға түҙмәй, туҡтарға мәжбүр булды, моронон инәһенең арҡаһына терәп, эргәһенә ятты. Күпме ятҡандыр, йоҡо аралаш таныш булмаған тауыштар ишетеп, ул күҙен асты. Уларға ҡулдарына таяҡ тотҡан йән эйәләре яҡынлашып килә. Былары тағы кемдәр? Быға тиклем күргәне булманы ундайҙарҙы. Айыу балаһы ныҡ ҡурҡты, инәһенә боҫоп, күҙәтә башланы. Ҡара, оҙон таяҡтарҙан һыу атыла бит! Уның эскеһе килде, шуға түҙмәй урынынан тороп, бер аҙ яҡынлашҡайны — урмансылар күреп ҡалды. Янған хайуандарҙың яраһын эшкәрттеләр, һөт эсерҙеләр, юрғанға урап, урмансы йортона алып барҙылар. Айыу балаһы унда бер нисә көн булды. Янғынды һүндергәс, уны кире ебәрҙеләр. Урманды танырлыҡ түгел ине: бөтә нәмә янып ҡарайған, тып-тыныс. Инәһе менән бергә ял итергә яратҡан ҡурсаулыҡҡа барып сыҡты айыу балаһы, әммә өң буш ине. Бер-ике көн көттө лә таныш һуҡмаҡ буйлап сығып китте. Яңғыҙына аҙыҡ табыуы ҡыйын буласаҡ, әммә инәһе уны күп нәмәгә өйрәтеп өлгөрҙө. Хәҙер ул “ерән йылға”ны белә, унан мотлаҡ ҡасырға кәрәк, тағы “йылға”ны туҡтата алырлыҡ кешеләр барлығын белә. Тик ул ҡайҙан килеп сыға — быныһы инде йомаҡ, шуға күрә айыу балаһы ураған һайын артҡы аяҡтарына баҫып, һауаны еҫкәп ала.
Г. МӨХӘМӘТЙӘРОВА,
“Көньяҡ Урал дәүләт
тәбиғәт ҡурсаулығы”
идаралығы хеҙмәткәре.
Белорет районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 0

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 0

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 0

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 0

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 0

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә