Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙәби телде үҙгәртергә ярамаймы?
Оппонентыбыҙҙың “...башҡорт теленең диалект һәм һөйләштәре, әҙәби телдең нормалары һәм уларҙы үҙгәртеү тураһында ҡабат-ҡабат һүҙ ҡуҙғатыуҙы” тыйыуына яуап итеп, уға хөрмәтле академигыбыҙ Зиннур Ураҡсиндың да ошо хаҡтағы фекерен билдәле итеү артыҡ булмаҫтыр: “Хәҙерге башҡорт әҙәби телебеҙҙең торошо, нормалары, телде артабан камиллаштырыу хаҡында ваҡыт-ваҡыт һөйләшеп, фекер алышып тороу кәрәк. Профессор Зиннур Нурғәлин, был мәсьәләне күтәреп, телебеҙҙә йәшәп килгән нормаларҙың ҡасан, ниндәй сәбәптәр арҡаһында ошолай ҡабул ителгәнен күрһәтә. Автор әҙәби телде билдәләүҙәге (ХХ быуаттың 20-се йылдарында) был мөһим эштең ниндәй шарттарҙа, ниндәй ҡаршылыҡтар менән үткәрелеүен дөрөҫ асҡан. Минеңсә, лексик нормаларҙы камиллаштыраһы бар. Автор дөрөҫ әйтә — милли әҙәби тел милләтте берләштерергә тейеш. Ә бит ошо нормаларҙың бер яҡлылығы арҡаһында төньяҡ-көнбайыш башҡорттары татар телен яҡын күрҙе (сәбәбе бында ғына түгел, әлбиттә)”.
Академигыбыҙҙың был һүҙҙәре алда бер нисә тапҡыр инде иҫкә алынған ошо юлдар авторының “Милли телебеҙҙең милләткә хеҙмәте нимәлә?” исемле мәҡәләһенә ҡайтып ҡала.

Кемдәр күберәк: ҡыуаҡансылармы, әллә юрматысылармы, “тарсылар”мы, әллә “ларсылар”мы?

Әҙәби тел тирәһендә үткән быуаттың 20-се йылдарында барған бәхәстең һуңғы аккорды 1927 йыл аҙаҡтарында яңғыраны, ахырыһы. Шунан һуң уның матбуғатта ла, архив материалдарында ла элеккесә ҡырҡыу ҡуйылыуы осрамай. Был йәһәттән бары “Белем” журналында (1927 йыл, 12-се һан) донъя күргән “Беҙҙә төп тел, шиүә мәсьәләһе” исемле мәҡәлә генә үҙенең шул көндәргә аныҡ баһа биреүе менән иғтибарға лайыҡ, тип әйтергә була. Уның авторы — үҙ ваҡытында милли мәсьәләне хәл итеүгә күп көс һалған шәхестәрҙең береһе Сәғит Мирас. Мәҡәлә 1927 йылдың 1 декабрендә Өфөлә уҙған тел конференцияһына арналған. Автор унда: “Беҙҙең ҡыуаҡансы иптәштәр... бөтәһе лә яңы әлифба комитеты эргәһенә уҡмашып... дөйөм башҡорттарҙың әҙәби теле итеп фәҡәт ҡыуаҡан шиүәһен генә әсәс (нигеҙ) итеп алыу тураһында доклад яһаны. Шуның арҡаһында ҡыуаҡан шиүәһе, дөйөм башҡорттарҙың әҙәби теле булып, күпселек менән ҡабул ителде”, тип яҙа. Ул “ҡыуаҡансыларҙың ҡыуаҡан шиүәһен әсәс итеп алыуға килтергән дәлилдәре”нә ентекләп туҡтала, уның дүрт пунктына ла ҡарата бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған мәсьәләләрҙе ҡуҙғата.
Мәҡәләнән күренеүенсә, ҡыуаҡансылар үҙҙәренең өҫтөнлөгөн: а) ҡыуаҡан шиүәһенең төп башҡорт теле булыуында; б) ул шиүә менән башҡорттарҙың иң күп өлөшө һөйләшеүҙә; в) Юрматы шиүәһенең татарлашҡан бер шиүә булыуында; г) Ҡыуаҡан шиүәһенең системалы бер шиүә икәнлегендә, уның айырым фонетик ҡануны барлығында күрә. Мәҡәлә авторы, уларҙың һәр береһенә ҡаршы үҙ дәлилдәрен килтереп, Юрматы шиүәһен яҡлап сыға.
Һүҙ барған I Бөтә Башҡортостан тел конференцияһынан алда ғына “Белем” журналында баҫылған “Әҙәби тел һәм уның ғәмәлдә барышы” (1927 йыл, 7-8-се һандар) исемле мәҡәләлә бәхәстең асылы әйтеп бирелә лә. Уның авторы Ғәббәс Дәүләтшин мәсьәләгә асыҡлыҡ индереп: “...Ҡайһы бер иптәштәргә төп башҡорт теле менән бер аҙ татарлашҡан башҡорт теле араһында ниндәй айырма булғанлығы асыҡ билдәле булмаҫ. Шул сәбәпле был ике тел араһындағы айырымлыҡтарҙы яҙып үтергә тура килер... Бер аҙ татарлашҡан башҡорттар шул дүрт төрлө (тар-тәр, ҙар-ҙәр, дар-дәр, лар-ләр) күплек ялғауҙары урынына һәр ваҡыт ҡалын һүҙҙәрҙә — “лар”, нәҙек һүҙҙәрҙә “ләр” ялғауын ҡушып һөйләшә. Бына был төп башҡорт теле менән бер аҙ татарлашҡан тел араһында булған фактик айырмалыр”, — тип яҙҙы.
Сәғит Мирас конференцияға арналған мәҡәләһендә, уның менән бәхәскә ингәндәй, “Юрматы шиүәһендәге күплек ғәләмәте итеп йөрөтөлгән “лар-ләр” бөгөлөштәре” хаҡында “ғилми ҡараштан ҡарағанда “лар-ләр” ҙә, “тар-тәр” ҙә башҡорт теленең үҙ теле түгел. Ул дөйөм төрки халҡының уртаҡ малы, уртаҡ хазинаһы... “Тарсылар” төп башҡорттар, “ларсылар” татарлашҡан тигән һүҙ әсәсһеҙ. Ул әҙәби тел алыуҙа принцип була алмай”, тип яҙҙы.
Шулай ҙа әҙәби тел мәсьәләһендә Ҡыуаҡан шиүәһе-нең тамам өҫтөнлөк алыуына партия өлкә комитетының ошо тел конференцияһына бәйле ҡабул иткән ҡарары ҡамасаулағандыр, тип фараз итергә була. Ундағы “3) вопросы наречий башкирского языка (Кувакан или Юрматы) продолжать научно изучать и считать возможным дискуссию по этому вопросу в печати” тигән пункт конференция ҡарарының һуңғы һүҙ булмағанын раҫлай.

Ысынлап та, ҡаныбыҙға һеңгәнме икән?


Әле һүҙ барған “Ҡанға һеңгәнде үҙгәртеп булмай” исемле мәҡәлә авторының “ҡаныбыҙға һеңгән әҙәби телебеҙ” төшөнсәһен ҡулланыуы һәм уны таяныс итеп алыуы үҙе үк уны әҙәби тел мәсьәләһен ҡуйыуҙа яңылыш юлға этәрә. Был осраҡта, элеккесә әйткәндә, шиүә төшөнсәһе менән әҙәби тел төшөнсәһе араһындағы этник нисбәт буталып, әҙәби тел төп милли үҙенсәлек, критерий булып әүерелә. Шул саҡ билдәле шағирыбыҙ Хәким Ғиләжевтең: “Башҡортостан” гәзитендә баҫылған бер мәҡәләһендәге “Бер төрлө һөйләйбеҙ, икенсе төрлө яҙабыҙ. Китапта яҙылғанса (йәғни әҙәби телдә — З.Н.) һөйләшмәгән кешенең башҡорт булыуына шикләнгәндәр ҙә аҙ булманы, ундайҙар әле лә бар”, — тигән һүҙҙәре хәтергә килә һәм мин үҙемдең дә тыуған яҡтарымда булғанда китапса һөйләшмәүемде (эштәйем, баштаным, ташты юл, бесәндек) тотоп алам. Шул саҡ, минең оппонентым фекер иткәнсә, этник йәһәттән мин кем булып сығам һуң, башҡортлоғомдо юғалта булам түгелме? Ҡайһы тел һуң минең ҡанымдан килә: китап телеме, әллә ата-әсәм телеме? Шуның өҫтөнә китап теле минән дүрт-биш йәшкә генә олораҡ булып, бер кеше ғүмере менән генә үлсәнә.
Әйтәйек, хатта күптән түгел арабыҙҙан киткән хөрмәтле шағирәбеҙ Кәтибә Кинйәбулатова унан бер нисә йәшкә олораҡ та ине. Быныһы мәсьәләнең бер яғы — бөгөнгөһө. Уның икенсе яғы ла юҡ түгел. Әгәр әҙәби тел ҡанға һеңә торған булып, бер үк ваҡытта, оппонентыбыҙ талап иткәнсә, ҡатып ҡалырға ла мәжбүр ителһә, үҙгәрештәргә әҙер, һығылмалы булмаһа, ул саҡта милләт менән ни булыр ине? Башҡорт теле үҙенең һуңғы сифаттарға эйә булыуы арҡаһында ғына быуаттар төпкөлөнән ғәрәп, фарсы, сығатай төркие, татар әҙәби телдәре аша үтеп, бөгөнгөһөнә килеп етте лә. Ул үҙенә үҙе ревизия яһауҙан тартынып та, ҡурҡып та торманы. Сөнки ул ҡанына һеңгән һөйләштәргә тоғро ҡалған хәлдә бүтән әҙәби телдәрҙе үҙенә хеҙмәткә үҙ ваҡытында ала белде, уларҙы үҙ милләте мәнфәғәтендә оҫта файҙалана алды. Бары әҙәби телгә күскәс кенә милләте алдында баҙап ҡалды, сөнки ул элекке әҙәби телдәр һымаҡ тотош милләткә берҙәй үк хеҙмәт итеүгә һәләтһеҙ булып сыҡты, уға бары тарҡаулыҡ ҡына индерҙе. Хәким Ғиләжев тә уға “башҡорт ҡәбиләләрен бер-береһенән айырыу, ҡапма-ҡаршы ҡуйыу теле” тип ҡатыраҡ баһа бирһә лә, ниндәйҙер дәрәжәлә хаҡлы ла булғандыр.
Әҙәби телде милләтте билдәләүсе этник критерий сифатында күҙаллауға, башҡортлоҡто бары китап телендә генә күреүгә ҡайтып ҡалған стереотип ҡараш бер беҙҙең оппоненттың ғына бәләһе түгел. Ул — әҙәби телебеҙгә нигеҙ һалынған көндәрҙә яңылыш яһалған аҙымға эйәреп килгән күңелһеҙ күренештең һөҙөмтәһе. Беҙҙеңсә, оппонентыбыҙ, һүҙмә-һүҙ әйткәндә, “теге йәки был телдең нормаларын билдәләгәндә, яҙылмаған ҡанунға ярашлы, уның башҡа ҡәрҙәш телдәрҙән айырып тороусы үҙенсәлеге лә иҫәпкә алынырға тейеш” тигән ҡараш яғында тора һәм шунда үҙенә яҡлау эҙләй. Ул тәү башта уҡ шундай ҡараштың өҫтөнлөк алып, көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш диалекттарының әҙәби телдән ситләштерелеүен, һуңғараҡ төньяҡ-көнбайыш башҡорттары теленең башҡорт һөйләштәре булыуының бөтөнләй танылмауын онотоп ебәрә, ахырыһы. Диалектология өлкәһендә тәрән мәғлүмәтле шағир-ғалим Рәшит Шәкүров раҫлағанса, үткән быуаттың 90-сы йылдары аҙағына ҡәҙәр беҙҙә ике генә — көнсығыш һәм көньяҡ диалекттар бар тигән ҡараштың тел ғилемендә өҫтөнлөк итеүе хәҙер инде беребеҙгә лә сер түгел.
Оппонентыбыҙ ҙа төньяҡ-көнбайыш диалектына мөнәсәбәттә ғалим тәнҡит иткән ҡараштан алыҫ китә алмағандай уй йөрөткәндәй була. Ул быны мәктәп өҫтөнә ҡайтарып ҡуйырға ла әҙер. Хатта шуны дәлилләп миҫал да килтерә. Һис шикһеҙ, бигерәк тә үткән быуаттың 20-се йылдарында татар теленә яҡын диалектта һөйләшкән төбәктәрҙә милли мәсьәләне ҡуйыуҙа мәктәптең йоғонтоһо аҙ булманы. Ул бер йәһәттән мәктәптә ниндәй телдә уҡытыу мәсьәләһенә ҡайтып ҡалһа, икенсе йәһәттән урыны-урыны менән уҡыусы балаларҙың ниндәй телдә уҡыуына ҡарап үҙ милләтен билдәләүенә килтерҙе. Башҡортостан Президенты үҙенең “Коммерсантъ” гәзитенә биргән әңгәмәһендә үткәнгә тарихи экскурс яһап, быны милли мәсьәләгә ғәйәт ҙур буталсыҡ (“внесли эту путаницу страшную”) индергән бер осор тип баһаланы. Был хаҡта беҙ “Тауға ҡарап тау булып булмай” тигән мәҡәләбеҙҙә (“Башҡортостан”, 2011 йыл, 2 апрель) яҙғайныҡ инде. Әле һүҙ мәсьәләнең икенсе яғы — уны тағы ла ҡатмарландыра төшкән хәл тураһында бара. Был йәһәттән Хәким Ғиләжев: “Беҙгә башҡортто “һ”ға, “ҫ”ға, “с”ға бүлеп ҡарамаҫҡа, уны бер бөтөн, бер рухлы, бер иманлы иткән, тамырҙары бик тәрән киткән бөтөн бер халыҡты уҡмаштырырлыҡ яҙыу теле нормаһын булдырырға кәрәк”, — тип раҫлауы менән хаҡлы. Оппонентыбыҙ З. Әбсәләмов иһә: “Төньяҡ-көнбайыш диалектында башҡа башҡорт һөйләштәренән айырмалы “һ” һәм “ҫ” өндәре юҡ, улар урынына “с” өнө ҡулланыла: сүләшеү, сыу, сыусаса, баса, сасыҡ. Уларҙы ни эшләргә, һәр һөйләм өсөн махсус әҙәби тел сығарып булмай бит”, — тип бара.
Әлбиттә, һәр өн, һәр һүҙ, “һәр һөйләм өсөн махсус әҙәби тел” тыуҙырып булмағанлығы һәр кемгә асыҡ. Бигерәк тә бының тел ғалимы тарафынан раҫланыуы тағы ла нығыраҡ ышандыра төшә. Шуға күрә был тәңгәлдә бәхәскә инеүгә урын да юҡ кеүек. Әммә Х. Ғиләжев, тәбиғәте менән шағир булһа ла, шул уҡ мәсьәләне төптәнерәк, киңерәк планда ҡуҙғата, уға тотош милләт мәнфәғәтенән яҡын килә, үҙ заманы юғарылығынан тороп уй йөрөтә. Уның оппоненты иһә төньяҡ-көнбайыш диалектының “башҡа башҡорт һөйләштәренән айырмалы” булыуын дәлилләп, уны үткән быуаттың 20-се йылдарындағы һымаҡ һаман да әҙәби телдән ситләштереү яғында тороп, үҙ ваҡытында милләткә индерелгән тарҡаулыҡтың милли бер ишлеккә (национальная идентичность) килтергән күңелһеҙ хәлдән һабаҡ алырға теләмәгәндәй була. Билдәле телсе Таһир Байышев 1959 йылда Мәскәүгә яҙған хатында был хаҡта: “...башҡорт теленең айырым диалектында һөйләшеүсе был башҡорттарҙы һанға һуҡманылар, башҡорт милли мәҙәниәтенә ылыҡтырырға теләмәнеләр, татарлашҡанһығыҙ тип ситкә этәрҙеләр. Был бик күп зыян килтерҙе, һәм уны һаман да еңеп сыға алмайбыҙ” (“Ағиҙел”, 1992 йыл, 3-сө һан), — тип күрһәтте.
Ошо күҙлектән оппонентыбыҙ мәсьәләнең Т. Байышев хатындағыса ҡуйылышын йә аңлы рәүештә ситтә ҡалдыра, йә иһә уның айышына һис тә төшөнөп етә алмаған кеүек ҡыланғандай була. Асылда бит эштең башы үҙ ваҡытында әҙәби телдең бер яҡлы ғына хәл ителеүендә ята. Йәнә академигыбыҙ З. Ураҡсиндың: “...лексик нормаларҙы камиллаштыраһы бар... Милли әҙәби тел милләтте берләштерергә тейеш. Ә бит нормаларҙың бер яҡлылығы арҡаһында төньяҡ-көнбайыш башҡорттары татар телен яҡын күрҙе”, — тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп үтәһе килә. Үткән быуаттың 90-сы йылдарына ҡәҙәр башҡорттарҙың ошондай телдә лә — төньяҡ-көнбайыш башҡорттары телендә лә һөйләшеүе мөмкин икәнлеге танылмауы хаҡында алда әйтелгәйне инде. Уның ҡарауы, ваҡыт үтә килә китап теленә ҡарата стереотип ҡараш нығынды, аң-зиһендә ул этностың этник теле булараҡ ҡабул ителә башланы, башҡортлоҡто дәлилләүсе берҙән-бер сифатҡа тартып китте. Ғәмәлдә иһә һүҙ барған китап теле бындай яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала алмай, сөнки ул, Т. Байышев раҫлағанса, милли бер ишлеккә хеҙмәт итәһе урынға уға тарҡаулыҡ индерә, зыян ғына яһай. Интернетта башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға бәйле килеп тыуған һүҙ көрәштереүҙә икенсе яҡ өсөн ул отошло дәлил булып ҡына ҡала.
Ошолай фекер иткәндә, оппонентыбыҙ З. Әбсәләмовтың башҡорттар бөгөн уҡып-яҙған телдең (китап теленең) милләттең ҡанына һеңгәнлеген дәлил итеп алып, уны этник критерий сифатында килтереп ҡуйыуы икенсе яҡтың башҡорт теленә булған ҡарашына барып ҡушыла һымаҡ. Ул да бит (блогер ҙа) башҡорт телен китап телендә (әҙәби телдә) генә күреп үҙ хөкөмөн сығара. Йәнәһе, башҡорт теленең ҡулланылышта йөрөү ареалы үтә тар, башҡортса бары Урал аръяғы ғына һөйләшә, башҡа төбәктәр был телдә аралашмай. Хатта телгә бәйләп, “башкирский Сибай” тигән төшөнсә лә килтереп ҡыҫтырыла. Был осраҡта блогерға һәр һөйләштең этник күренеш булыуы сер булып ҡала. Оппонентыбыҙ З. Әбсәләмов та, әҙәби телдең ҡанға һеңгәнлеген иҫбатлап, шуны онотоп ебәрә. Китап теле билдәле бер ҡағиҙәгә буйһондоролған уртаҡ аралашыу теле, Х. Ғиләжев әйткәнсә, яһалма тел булғанлыҡтан, бындай сифатҡа эйә булыуҙан мәхрүм, уның бер ҡасан да быға дәғүә иткәне булманы. Башҡорттар күп быуаттар ғәрәп, фарсы, сығатай төркие уҡыу-яҙыу телен ҡулланып килеүенә ҡарамаҫтан, башҡорт теленең һәр һөйләше үҙ ҡанына һеңгән теленә тоғролоғон һаҡланы. Әле лә, үҙ туған телендә уҡыу-яҙыу теленә күскәндән һуң да, һәр һөйләш үҙ этник асылының үҙенсәлеген һаҡлап килә, шул телдә һөйләшеүсе һәр кем шул һөйләш башҡорто булып ҡала. Шуға күрә оппонентыбыҙҙың, бөгөнгө әҙәби телдең ҡанға һеңгәнлегенә һылтанып, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш һөйләштәренең үҙенсәлеген уларҙың башҡорт теленә ҡарауын шик аҫтына ҡуйыуын, хатта бының сәбәптәрен икенселәргә япһарырға әҙер булыуын аңлау ҙа, аңлатыуы ла ҡыйын.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бер әңгәмәһендә республиканың төньяҡ-көнбайышында йәшәүсе башҡорттар теленең татар теленә яҡын диалектта булыуын иҫкә төшөрөп, башҡорт һәм татар телдәре араһындағы яҡынлыҡ урыҫ һәм украин телдәре араһындағыға ҡарағанда күпкә яҡыныраҡ, тип билдәләне. Быны мәҙәниәт, сәнғәт һәм әҙәбиәт араһындағы яҡынлыҡ тағы ла көсәйтә, тине ул. Ике тел араһындағы яҡынлыҡтың башы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Иң элек был күп йәһәттән сығатай төркиенең ике туғандаш халыҡтың уртаҡ әҙәби теле сифатында оҙаҡ дәүерҙәр хеҙмәт итеп килеүенә бәйле. Үткән быуаттың 20-се йылдарында әҙәби тел тирәһендә бәхәстең ҡуйырып китеүенә ошондай тарихи ҡараштың етмәүе сәбәпсе булды ла. Беҙҙеңсә, әле беҙ яуап һүҙе әйтергә мәжбүр булған “Ҡаңға һеңгәнде үҙгәртеп булмай” исемле мәҡәләнең авторы З. Әбсәләмов та бөгөн дә шул дәүерҙә ҡайһы берәүҙәрҙең аңын томалаған стереотип ҡараштан арына алмай, ахырыһы.
Әйтер һүҙебеҙҙе, милли мәҙәниәтебеҙҙең аҡһаҡалы, академик, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйеновтың ошо юлдар авторының “Дәүләт теле һәм әҙәби тел” исемле мәҡәләһенә (“Башҡортостан”, 2011 йыл, 20, 21 сентябрь) ҡарата үҙ фекерен белдергән юлдар менән тамамлап ҡуйғы килә. Гәзиттә шул уҡ мәҡәлә артынса баҫылып сыҡҡан материал күҙҙә тотола. Хөрмәтле академигыбыҙ уны “Асыштар алда әле” (“Башҡортостан”, 2011 йыл, 4 октябрь) тип исемләгән. Ул “Зиннур Нурғәлиндең “Дәүләт теле һәм әҙәби тел” тигән мәҡәләһе фәнни һәм мәҙәни йәһәттән дә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята” тип билдәләү менән бер рәттән: “Хәҙерге башҡорт әҙәби телен үткән быуаттың егерменсе йылдарында ғына рәсми формалашып киткән телдәрҙән һанайбыҙ. Йәғни уның хәҙерге һәм киләсәк үҫеш ҡеүәһе ифрат ҙур, киң, тип раҫлай һәм башҡорт әҙәбиәтенең киләсәгенә бәйле, ул үҙенең мөмкинлектәрен яңы аса бара ғына. Бөтә донъя әҙәби цивилизацияһы алдында ижади асыштары алда әле”, — тигән ҡарашта тора.
(Аҙағы. Башы 153-сө һанда).
Зиннур НУРҒӘЛИН,
филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873