Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙәби телде үҙгәртергә ярамаймы?
Әҙәби телде үҙгәртергә ярамаймы?“Башҡортостан” гәзитенең былтырғы 14 декабрь һанында “Ҡанға һеңгәнде үҙгәртеп булмай” тигән мәҡәлә донъя күргәйне. Әле һүҙ, бер аҙ һуңлап булһа ла, шуға бәйле ҡуҙғатылып тора. Был мәҡәлә менән ентекләберәк танышырға ваҡыт етмәйерәк тороуҙан шулай. Әле уға ихласлап күҙ йүгертеп алғас, абруйлы баҫма аша йәмәғәтселек хөкөмөнә сығарылған мәсьәләнең милли тормош өсөн көнүҙәк проблема икәнлеген иҫтә тотоп, яуап һүҙе әйтмәү дөрөҫ булмаҫ, тигән уй тыуҙы.

Мәҡәлә иң элек башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ үҙ статусына ярашлы тотош милләткә берҙәй үк дәрәжәлә хеҙмәт итеүенә бәйле мәсьәләгә ҡайтып ҡала. Шул уҡ ваҡытта күпмелер кимәлдә ошо юлдар авторының күп йыллыҡ ғилми хеҙмәтенә ниндәйҙер баһа биреүгә лә тартып китә.
Белеүебеҙсә, һәр дәүләт теле әҙәби тел аша ғына үҙ функцияһын башҡара ала. Башҡорт халҡының милли автономиялы республикаһы ойошторолған көндән туған әҙәби теленең дәүләт теле вазифаһын үтәп килеүе тәбиғи. Уның ошо хеҙмәтенән туҡтағаны ла юҡ. Башҡорт мәктәбе, башҡорт матбуғаты, китабы, театры, һуңғараҡ радио һәм телевидениеһы — барыһы ла башҡорт әҙәби теленең бер өҙлөкһөҙ дәүләт теле статусын тормошҡа ашырып килеүенең һөҙөмтәһе.
Ғәмәлдә иһә башта телгә алынған мәҡәлә авторы менән ошо юлдарҙы яҙыусы араһындағы фекер айырмалығы бөтәһенән элек башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ тотош милләткә берҙәй үк хеҙмәт итеүенә бәйле мәсьәләгә ҡайтып ҡала. Уларҙың тәүгеһенең, йәғни филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты профессоры Зыя Әбсәләмов мәҡәләһенең төп тезисын: “ҡаныбыҙға һеңгән әҙәби телебеҙгә ревизия яһамау”, “...башҡорт теленең диалект һәм һөйләштәре, әҙәби телдең нормалары һәм уны үҙгәртеү тураһында ҡабат-ҡабат һүҙ ҡуҙғатмау” талабы кеүегерәк ҡабул итеү ҙә артыҡ булмаҫ. Ул хатта әҙәби телебеҙҙе камиллаштырыу хаҡында һүҙ алып барыуҙы тыйыу рәүешендә лә яңғырап ҡуя. Әле “ревизия” һүҙен ситкәрәк ҡалдырып тороу, шулай ҙа уның нимәгә бәйле булыуына төптәнерәк күҙ һалыу артыҡ булмаҫ.

Мәсьәләнең асылы ниҙә һуң?

Иң элек һүҙҙе шунан башларға кәрәктер: әҙәби телебеҙ тирәһендә барған бөгөнгө бәхәс, белеүебеҙсә, Шәһит Хоҙайбирҙиндың 1924 йылдың 8 февралендә “Башҡортостан хәбәрләре” гәзитендә донъя күргән “Нисек яҙырға?” тигән мәҡәләһенә барып тоташа. Автор уға: “Был мәҡәлә Ҡыпсаҡ, Юрматы башҡортлары теле менән яҙылды. Шул көйө үҙгәртмәй баҫылыуын үтенәм”, — тигән иҫкәрмә биргән. Автор Тамъян-Ҡатай һөйләшенең генә әҙәби телгә нигеҙ итеп алыныуын дөрөҫ түгел тип таба. Ул башҡорт теленең дәүләт статусының тотош милләткә берҙәй үк хеҙмәт итеүен күҙ уңында тота. Бының өсөн әҙәби тел ҡулланыуға еңел һәм уңайлы булырға тейеш, тип һанай. “Хәҙерге көндә башҡорт ырыуларында һөйләшкән телләрнең ҡайһыһы ғәмәлдә анһат үткәҙелеүен иғтибарға алып, “тар” урынына “лар” йөрөтөлөргә тейеш, тием... Минеңсә, тормошҡа Ҡыпсаҡ, Юрматы, Үҫәргән һәм Һамар, Пермь башҡортлары һөйләшкән тел яҡын. Был саҡта... халҡыбыҙҙың теләге булған ана телен хөкөмләштереп (дәүләт теле итеп — З.Н.) тормошҡа ҡуйыу эше тиҙ вежудкә сығыр ине”.
Күреүебеҙсә, авторҙың әҙәби телгә мөнәсәбәте иң элек уның (әҙәби телдең) дәүләт статусына ярашлы тотош милләткә бер дәрәжәлә хеҙмәт итеүгә һәләтле була алыуына нигеҙләнгән.
Хәҙер әҙәби телдең бөгөнгөһөнә ҡайтып, һуңғы йылдарҙа матбуғатта шул хаҡта барған фекер алышыуға күҙ һалайыҡ. Был беҙҙең тарафтан оппонентыбыҙға яуап һүҙе булыу менән бергә, бәлки, уны әҙәби телде камиллаштырыу мәсьәләһенә бәйле матбуғатта һүҙ алып барыуҙы туҡтатыу, анығыраҡ итеп әйткәндә, тыйыу талабын күтәреп сығыуы менән үҙенең тел ғалимы дәрәжәһен ниндәй сетерекле хәлгә ҡуйыуы хаҡында ла уйланырға мәжбүр итер, тигән фекер бар.
Беҙҙеңсә, матбуғатта әҙәби телебеҙгә бәйле баҫылған күп мәҡәлә араһында уға тарихи ҡараш ташлауы менән “Башҡортостан” гәзитенең оҙаҡ йылдар баш мөхәррире булған Абдулла Исмәғилевтең “Кемгә хеҙмәт итәһең, телем?” исемле мәҡәләһе (“Башҡортостан”, 2006, 30-31 август) айырым урын тота. Ул беҙҙе үҙ оппонентыбыҙға яуап биреүҙе алыҫ осорҙан башлауҙан ҡотҡара. Автор башта уҡ ошо юлдарҙы яҙыусының гәзитебеҙҙең шул уҡ йылдың 18 февралендә баҫылып сыҡҡан “Милли әҙәби телдең милләткә хеҙмәте нимәлә?” исемле мәҡәләһе менән танышҡандан һуң ҡулына ҡәләм алыуын белдерә. Ул, әҙәби телебеҙ тарихына күҙ һалып, уның тәүге биттәрен аса.
“Ниәт изге була, — тип яҙа артабан автор, — ләкин унда ҡабул ителгән ҡарар барлыҡ халыҡты ла ҡәнәғәтләндермәй. Билдәле булыуынса, ул йыйылышта Тамъян-Ҡатай шиүәһе әҙәби тел сифатында ҡабул ителә. Был яңы ғына үҙаллы дәүләт булып ойошоп эш башлаған, тәжрибәһе етешмәгән Хөкүмәт етәкселеге тарафынан ебәрелгән ҙур хата була. ...Ҡаты күплек ялғауҙары (“тар-тәр”, “дар-дәр”, “ҙар-ҙәр”) беҙҙең әҙәби телдә әле лә һаҡланып килә... Минеңсә, башҡорт әҙәби теленең бөгөнгө хәлен яҡшыртыу, уның милләттең берҙәмлеген нығытыуға, милләтте туплауға хеҙмәт итеү мәсьәләләре бөгөн дә көнүҙәк ҡала”.
Хәҙер инде оппонентыбыҙға яуап рәүешендә филология фәндәре кандидаты, тел ғилеме өлкәһендә билдәле ғалим Әхмәр Аҙнабаевтың “Йәшлек” гәзитенең 2006 йылдың 5 сентябрь һанында донъя күргән “Әҙәби тел үҫеүгә, байыуға, камиллашыуға мохтаж” исемле мәҡәләһенән өҙөктәр килтерәбеҙ:
“...Беҙҙең әҙәби телебеҙ нормалары 80 йылға яҡын бер үҙгәрешһеҙ ҡала килә, сөнки ҡайһы бер тел ғалимдары әҙәби телде үҙгәртеү, үҫтереү, камиллаштырыу эшенә ҡаршы төшә. Психологик яҡтан уларҙы ла аңлап була: кешенең үҙе өйрәнгән, яратҡан әйберҙәренән айырылғыһы килмәй.
Әҙәби телебеҙҙе уның ҡайһы бер билдәләрен йәки ҡағиҙәләрен яңынан ҡарап йәки нимәлер өҫтәп байытыу, ғөмүмән, камиллаштырыу ваҡыты етте... Төньяҡ-көнбайыш райондарҙа йәшәүсе милләттәштәребеҙ халыҡтың иҫәбен алғанда аңлы рәүештә башҡорт булып яҙылды, ә бөгөнгө әҙәби телдең нормалары уларҙың теленән бик алыҫ. Башҡорт әҙәби теле уларға ла яҡын, оҡшаш булырға тейештер бит.
Башҡа милләт балаларына бигерәк тә дүрт бөгөлөшкә таянған нормалар ауыр бирелә: аттар, таңдар, ҡаҙҙар — аттың, таңдың, ҡаҙҙың... Ә дүрт бөгөлөштә барлыҡ башҡорттоң 10 — 15 проценты ғына һөйләшә (Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы районының яртыһы, Бөрйәндә бер нисә ауыл...), ҡалғандар ике бөгөлөштө файҙалана. Мин үҙем — дүрт бөгөлөш вәкиле, әммә дөйөм мәнфәғәт яғындамын: атлар, һыйырлар тип әйтеү менән минең башҡортлоғом юғалмай бит...
Үткән быуаттың 80-се йылдарына тиклем башҡорт орфографияһының да етешһеҙлеге күп ине... Заманында башҡорт орфографияһын үҙгәртә алғас, ниңә әҙәби телде, уның ҡайһы бер нормаларын үҙгәртмәҫкә? Хәҙер ғилми көстәр күберәк бит”.
Авторҙың был сығышының ошо юлдар авторының 2006 йылдың мартында “Йәшлек”тә баҫылған “Шәһит Хоҙайбирҙиндың бөгөнгө әҙәби телебеҙ алдында хеҙмәте ниҙә?” исемле яҙмаһына мөнәсәбәте булыуы аңлашыла, әлбиттә. Был мәҡәләгә бәйле “Йәшлек” биттәрендә бер нисә яҙма донъя күрҙе, бәхәстәр ҙә булып алды. Оппонентыбыҙға һүҙ барған мәсьәлә хаҡында мәктәп уҡытыусыларының да уй-фекере билдәле булһын өсөн Көйөргәҙе районы уҡытыусыһы Исмәғил Аҡъюловтың мәҡәләһенән бер өҙөк килтереп үтмәксе булдыҡ: “...кем нисек ҡабул иткәндер, мин үҙем янып, көйөп уҡыным (һүҙ Ш. Хоҙайбирҙин хаҡындағы мәҡәләгә ҡайтып ҡала). Авторға бик ҙур рәхмәт. Юғары уҡыу йортонда әҙәби телебеҙҙең тыуыуы, формалашыуы тураһында беҙгә ул тиклем тәрән төшөндөрмәнеләр. “Ҡыуаҡан-Юрматы диалекттары нигеҙ итеп алынған” тигән юҫыҡта өҫтән-мөҫтән генә һыйпап үткәреп ебәрҙек иң ҙур теманы...” Мәҡәлә авторы үҙе уҡыған башҡорт-урыҫ төркөмөндә “27 студенттың етеһе генә әҙәби тел ялғауҙарын ҡушып, ҡаты телдә һөйләште, күпселегебеҙ телендә Юрматының матур, йомшаҡ, көйлө һөйләше ине”, тип раҫлай. Ул мәҡәләһен “500 мең башҡортто ситкә типтек” тип атаған (“Йәшлек”, 2006, 20 апрель).
Әҙәби телебеҙгә “ҡаты телдә һөйләшеүсе” яҡтың да мөнәсәбәте билдәле булһын өсөн был юлы инде “Башҡортостан” гәзитендә (2006, 15 март) донъя күргән мәҡәләнән өҙөк килтерәбеҙ. Уның авторы — Учалы районының юғары категориялы уҡытыусыһы Салауат Рәсүлев. Ул, ошо юлдар авторының “Милли әҙәби телдең милләткә хеҙмәте нимәлә?” тигән мәҡәләһен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сыҡтым, тип яҙа. “Башҡорт теленең формалашыу тарихын һәм уның тирәһендә барған бәхәстәрҙең сәбәбен ғалим бик асыҡ дәлилләп тәфсирләй... Йөрөп-күреп, йыраҡҡа сығып, бер-береһе менән аралашып, милләттәштәребеҙ һүҙҙең төрлө тарафта төрлөсә әйтелеше (лексик, грамматик формаһы) барлығына инана... Юл төшөп, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Федоровка (миҫал өсөн) яҡтарына барып сыҡһалар һәм күплек ялғауҙарының тик ике төрлө генә яңғырашын ишетһәләр, бала саҡтан дүрт төрлө ялғау ҡушып һөйләшеүҙәренә ҡарамаҫтан, “ҡыҙҙар” тиеүгә ҡарағанда, “ҡыҙлар”, “егетләр”, “урмандар” урынына “урманнар” матурыраҡ яңғырамаймы һуң, тип уйға ҡалалар... Әҙәби телебеҙҙе тарихи ысынбарлыҡҡа яҡынайтайыҡ, бигерәк тә төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының әҙәби телгә ынтылыуын ауырлаштырмайыҡ, тиһәк, ниндәйҙер ҡарар менән әҙәби тел нормаларына саҡ ҡына үҙгәрештәр индерергә була... Ҡыҫҡаһы, “лар”-”ләр”, “нар”-”нәр” формалы ялғауҙар әҙәби телебеҙ өсөн отошло буласаҡ, минеңсә...”
Элекке мәктәп директоры, хеҙмәт ветераны Әсләм Арыҫланов та үҙ коллегаһы менән фекерҙәш. Ул: “Арҙаҡлы шәхесебеҙ, почетлы академик Зиннур Нурғәлиндың яңыраҡ ҡына “Башҡортостан”да баҫылып сыҡҡан “Милли әҙәби телдең милләткә хеҙмәте нимәлә?” тигән ҙур мәҡәләһен бер тынала, ләкин көсөргәнешлек менән уҡып сыҡтым”, — тип башлаған үҙ һүҙен. — Был мәҡәләһе өсөн академикка ҙур рәхмәт әйтергә теләйем... Әҙәби телебеҙҙең киләсәгенә килгәндә, уны 1924 йылдағы һымаҡ ниндәйҙер комиссия төҙөп үҙгәртеп мәшәҡәтләнеүҙең һис тә кәрәге юҡ, бары уны төрлө диалекттарыбыҙ иҫәбенә байытырға һәм үҫтерергә кәрәк”.
Ә хәҙер йәнә ғалимдарыбыҙҙың үҙҙәренә һүҙ бирәйек. Диалектология өлкәһендәге хеҙмәттәре менән барыбыҙға ла билдәле яҙыусы-ғалим Рәшит Шәкүровтың “Башҡортостан” гәзитенең 2006 йылдың апрелендә баҫылған мәҡәләһенән: “Морфология өлкәһендә билдәле булыуынса, әҙәби тел өсөн күплек ялғауҙарының көнсығыш диалектының дүрт төрө норма итеп алынған. Ә бына көньяҡ һәм көнбайыш диалекттар был планда бер бөтөндө тәшкил итә. Бында күплек ялғауҙары тотороҡло рәүештә “лар-ләр”, “нар-нәр” формаһында килә... Әйткәндәй, был үҙенсәлек башҡорт һөйләштәренең абсолют күпселеге өсөн характерлы, һәм ул әҙәби телебеҙ нормаһы итеп алынһа, отошлораҡ килеп сығыр ине”, — тигән һүҙҙәрен килтереп үтеү бик урынлы булыр.
(Аҙағы бар).
Зиннур НУРҒӘЛИН,
филология фәндәре докторы,
тарих фәндәре кандидаты,
Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872