Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Утыҙ етенсе йылғы мөхәррир
Утыҙ етенсе йылғы мөхәррирҠасим Ҡотлобирҙе улы Аҙнабаев 1905 йылдың 24 октябрендә Ырымбур өлкәһендәге Новосергиевка районының Әхмәр ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1920 йылда Туҡсоран кантонының производство комитетында контролер-эш башҡарыусы булып башлай. 1921—1923 йылдарҙа — комсомолдың кантон комитеты бүлеге мөдире, секретары. Ырымбур педагогия техникумын тамамлағандан һуң “Йәш юҡһыл” йәштәр гәзите редакцияһына мөхәррир урынбаҫары итеп саҡыралар. 1933 йылда Мәскәүҙә Н.К. Крупская исемендәге Коммунистик тәрбиә академияһын тамамлағас, 1938 йылға тиклем ВКП(б) Үҙәк Комитетының “Партиздат” нәшриәте Башҡортостан бүлексәһенең баш мөхәррире, партияның Башҡортостан өлкә комитетының матбуғат секторы мөдире, республиканың “Башҡортостан” гәзите мөхәррире булып эшләй. 1938 йылда ялған ғәйепләү буйынса репрессиялана һәм 1956 йылға тиклем төрмәләрҙә, лагерҙарҙа, һөргөндәрҙә була. 1957 йылдан алып 1971 йылғаса, пенсияға киткәнгә тиклем, Башҡортостан китап нәшриәтендә өлкән мөхәррир, ауыл хужалығы редакцияһы мөдире вазифаларын башҡара.
Башҡорт журналистикаһының нығыныуы һәм үҫеүенең, республиканың һәм урындағы матбуғаттың матди-техник базаһын нығытыуҙың, журналист кадрҙарын булдырыуҙың ҡатмарлы һәм ауыр осоро Ҡ.Ҡ. Аҙнабаевтың исеме менән бәйле. Республика матбуғатына етәкселек итеү буйынса яуаплы вазифаларҙа эшләп, Ҡасим Ҡотлобирҙе улы бер үк ваҡытта ҙур фәнни-педагогик эш алып бара, партия хеҙмәткәрҙәренең һәм журналистарҙың квалификацияһын камиллаштырыу курстарында лекциялар уҡый, марксизм-ленинизм классиктары әҫәрҙәрен, тарих, иҡтисад һәм журналистика буйынса хеҙмәттәрҙе башҡортсаға тәржемә итә. Сталин лагерҙары тамуғын үткәндә ул үҙен ғәҙеллек өсөн ныҡлы, сыҙам көрәшсе, үҙ халҡының ҡаһарман улы итеп күрһәтә. Юғары принципиаллеге, намыҫлы, иғтибарлы, кешелекле һәм ҡаҡшамаҫ ихтыярлы булыуы менән айырылып тора.
1965 йылда Ҡ.Ҡ. Аҙнабаевҡа “БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән исем бирелә.
Шәхес культы заманында ғәйепһеҙгә 17 йыл буйы төрмә, лагерь һәм һөргөндәге интегеүҙәре тураһындағы иҫтәлектәренән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

Утыҙ етенсе йылғы мөхәррирИҫтәлектәремде 1937 йылда “Башҡортостан” гәзитенә мөхәррир итеп тәғәйенләнгән көндән башларға теләйем, сөнки әсе яҙмышымдың юл башы ла ошонда ята.
Хәтеремдә, ул көндө ВКП(б) Өлкә комитеты бюроһында Я.Б. Быкин менән Ә.Р. Иҫәнсурин: “Һине “Башҡортостан”ға мөхәррир итеп ҡуйыуҙың төп маҡсаты — гәзиттең эшен тамырынан яҡшыртыу, уны киң ҡатлам халыҡ яратып уҡый торған матбағаға әүерелдереү. Өлкә комитетының ышанысын еренә еткереп үтәрһегеҙ тип ышанабыҙ”, — тигәйне. Был һүҙҙәрҙе мин партия тарафынан бирелгән наказ тип аңланым һәм дәртләнеп эшкә керештем.
“Башҡортостан” гәзитен уҡымлыраҡ итеү өсөн күренекле яҙыусылар менән журналистарҙы редакция эшенә йәлеп иттек, әле ҡулға алынып өлгөрмәгән Дауыт Юлтый, Төхфәт Йәнәби, Имай Насыри, Булат Ишемғол, Ғабдулла Амантай кеүек әҙиптәрҙе осрашыуға саҡырып, мәҙәниәт, тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәләрендәге көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында кәңәштәр алдыҡ. Гәзиткә яҙыусыларыбыҙҙың хикәйә, шиғырҙарын, романдарынан өҙөктәр баҫыуҙы юлға һалдыҡ.
Ул заманда беҙҙең гәзиттә “Бөйөк Сталин етәкселегендә”, “Бөйөк Сталин күрһәтмәһе нигеҙендә”, “Бөйөк Сталин ярҙамында халыҡ дошмандары фашланды һәм тар-мар ителде” кеүек лозунгтар һирәк ине. Ә Сталиндың исеме маҡтап телгә алынмаған мәҡәләләр тейешле органдар тарафынан идея яғынан зарарлы, гәзит уҡыусыларын бөгөнгө киҫкен сәйәси көрәштән ситләштерә, тип баһаланды. Миңә, мөхәрриргә, шундай “сәйәси зарарлы” мәҡәләләрҙе баҫыуға юл ҡуйған өсөн иҫкәртеү яһалды.
Бер көндө главлит (цензура) начальнигы Батыров минең кабинетҡа килеп инде (ул “Башҡортостан” гәзитен тикшереп, контролдә тота ине). Мин иртәгәһе һанға әҙерләнгән материалдарҙы ҡарап ултыра инем. Ул, иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына һәм тотлоға-тотлоға, әкрен тауыш менән һүҙ башланы:
— Һине алдан иҫкәртеп ҡуяйым тип индем. Бөгөн мине тейешле органдарға саҡырып әрләнеләр. “Ниңә һуңғы ваҡытта “Башҡортостан” гәзитендә баҫылған ҡайһы бер сәйәси хаталы мәҡәләләр тураһында беҙгә хәбәр итмәйһең? Әллә уларҙы уҡымайһыңмы? Беҙ бит икенсе сығанаҡтар аша ла хәбәрҙәр алып торабыҙ. “Башҡортостан” гәзите халыҡ хужалығында, мәҙәниәт, сәнғәт тормошонда соҡсонған халыҡ дошмандарын фашлаусы материалдарҙы биреүҙән ситтә тора. Уның ҡарауы гәзит биттәрендә сәйәси хаталы, идея яғынан зарарлы материалдарҙы әҙерләүҙә Дауыт Юлтый, Төхфәт Йәнәби, Ғабдулла Амантай кеүек әле фашланмаған башҡорт милләтселәре актив ҡатнаша. Ә һин гәзиттә сыҡҡан материалдарҙы тикшереп барыу өсөн ҡуйылған кеше бит”, — тип ҡаты шелтәләнеләр.
Батыровтың мине иҫкәртеүенән үҙемдең тейешле органдарҙың күҙәтеүе аҫтында тороуымды аңланым. Оҙаҡламай гәзиттең эшен яҡшыртыуҙа яҡындан булышлыҡ иткән күренекле мәҙәниәт, сәнғәт эшмәкәрҙәренә нисек итеп “башҡорт милләтселәре”, “халыҡ дошмандары” тамғалары тағылыуҙың шаһиты булдым. Баҫылған материалдарҙан һәр төрлө сәйәси хата эҙләүселәрҙең дә кем икәнлеген белдем. Мин “Башҡортостан”ға мөхәррир булып килгән осор ауыр йылдар, ғәҙелһеҙлектең, шәхес культының сәскә атҡан йылдары ине.
Хәҙер “Башҡортостан” гәзитендә беҙ ҙә тейешле органдар ҡушыуы буйынса бына ошондай “халыҡ дошмандарын” фашлаған материалдарҙы, уларҙың авторы кем булыуына ҡарамаҫтан, дөрөҫмө-түгелме икәнлеген тикшереп тормаҫтан, юғарынан бирелгән күрһәтмә буйынса баҫып сығара башланыҡ.
Редакция исеменә килгән “халыҡ дошмандарын фашлаусы” материалдар араһында миңә лә һүҙ тейҙергәндәре етерлек ине.
4 октябрь. Иртә. Урамдар тағы ла НКВД хеҙмәткәрҙәре менән тулған. Пленум буласаҡ Өлкә Комитет бинаһы коридорында ла аҙым һайын НКВД кешеләре. Залға барып индем. Унда тынлыҡ. Залда Өлкә Комитет ағзалары бик аҙ күренә. Бюро ағзаларының береһе лә юҡ. Я. Быкин менән Ә. Иҫәнсурин бер-береһенән айырым ултыра. Залға Жданов ҡайһы ишектән килеп инер икән, тип көтөп ултырабыҙ. Бер аҙҙан Жданов үҙенең бөтә яҡындары менән сәхнә артындағы бүлмәнән килеп инеп, өҫтәл янына барып ултырҙы. Пленумдың протоколын алып барыуҙы республика гәзиттәре мөхәррирҙәренә — миңә һәм Мартовскийға — ҡушты, сөнки стенографисткалар пленумға саҡырылмағайны. Президиум ағзалары менән беҙ, сәхнәгә күтәрелеп, Жданов эргәһенә барып урынлаштыҡ.
Бер ваҡыт шулай трибунаға Өфө ҡалаһының Киров районы РКК инспекторы Ғ. Ғәлиев күтәрелеп, һүҙ башланы.
— Жданов иптәш, һеҙ үҙегеҙҙең эргәгеҙҙә ултырған Аҙнабаевтың кем икәнлеген беләһегеҙме? — тине ул. — Ул — халыҡ дошмандарының береһе, буржуаз милләтсе. Төркиә шпионы Байымовҡа, уны партияла һаҡлап ҡалдырыу өсөн, яҡшы характеристика биргән кеше. Байымов хәҙер августан бирле төрмәлә ултыра...
Ғәлиев характеристика яҙылған ҡағыҙҙы Ждановҡа һуҙҙы. Тегеһе уны уҡып сыҡты, миңә бик уҫал ҡарап ҡуйҙы. Шунан:
— Ана түбәнгә — залға төшөп ултырығыҙ, — тине. Шулай итеп, Пленумдың өсөнсө көнөнән алып ул тамамланғансы миңә залда ултырырға тура килде.
Бында тағы ла шуны өҫтәп әйтергә кәрәк: Пленум башланғас, Жданов ике көн рәттән миңә ҡарата бик яҡшы мөғәмәләлә булды. Ул үҙе протокол алып барырға ҡушып, үҙ янына президиумға ултыртты. Тәнәфес ваҡытында үҙ янына саҡырып алып, ҡайһы бер мәсьәләләр тураһында һорашты. Президиумда ултырыусылар менән һөйләшкәндә, миңә күрһәтеп:
— Бына был иптәште ни өсөн етәксе эшкә, мәҫәлән, Өлкә Комитеттың икенсе секретары итеп ҡуймаҫҡа? Мин үҙем уны, йәш коммунисты, юғары вазифаға билдәләргә ризамын, — тигәйне.
Жданов “Ява” папиросын ауыҙынан өҙмәй тарта. Мин дә “Ява” тартам, шуға күрә алып килгән тәмәкеһе бөтөп китһә, минән һорап алып тартты. Өлкә Комитет буфетында “Ява” папиросы тулып ятһа ла, унан алырға шикләнә ине. Ә бына минең “Ява”нан ул шикләнмәне. Миңә ҡарата шундай яҡшы мөнәсәбәттә булған Жданов Ғәлиевтең сығышынан һуң ҡарашын ҡапыл үҙгәртте.
(Аҙағы бар).
Ҡасим АҘНАБАЕВ.

(“Башҡортостан”,
1995 йыл, 15 — 23 ноябрь).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда туризмға популяр ярҙам саралары аталды

Башҡортостанда туризмға популяр ярҙам саралары аталды 06.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда туризмға популяр ярҙам саралары аталды...

Тотош уҡырға 1

Республикала ишле ғаиләнең льготаларын МАХ аша раҫларға мөмкин

Республикала ишле ғаиләнең льготаларын МАХ аша раҫларға мөмкин 06.03.2026 // Йәмғиәт

Хәҙер күп балалы ғаиләләргә үҙҙәре менән ҡағыҙ танытма йөрөтөү мотлаҡ түгел. Льготаны MAX ......

Тотош уҡырға 1

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күреүселәргә ярҙам итәсәк

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күреүселәргә ярҙам итәсәк 06.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күреүселәргә ярҙам итәсәк...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә автоинспекторҙар водитель ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 Март менән ҡотлай

Өфөлә автоинспекторҙар водитель ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 Март менән ҡотлай 06.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөнөң юл полицияһы 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған акция үткәрә....

Тотош уҡырға 1

Сибайҙа Павловтарҙың ишле ғаиләһендә туғыҙынсы бала тыуған
Башҡортостанда мәктәп директорҙары урынбаҫарҙарына өҫтәп 30 мең һум аҡса түләнә

Башҡортостанда мәктәп директорҙары урынбаҫарҙарына өҫтәп 30 мең һум аҡса түләнә 06.03.2026 // Йәмғиәт

Был тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫарҙарға ҡағыла, уларға уҡыусыларҙың деструктив тәртибен иҫкәртеү ......

Тотош уҡырға 3

8 Март уңайынан республика халҡын оҙайлы ялдар көтә
Башҡорт хужабикәһе яңы тормош башлаған

Башҡорт хужабикәһе яңы тормош башлаған 05.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт хужабикәһе яңы тормош башлаған...

Тотош уҡырға 2

«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы төшөрөлгән открыткалар серияһы почта әйләнешенә сыҡты

«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы төшөрөлгән открыткалар серияһы почта әйләнешенә сыҡты 05.03.2026 // Йәмғиәт

«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы төшөрөлгән открыткалар серияһы почта әйләнешенә сыҡты...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда М-5 трассаһында бөтә төр транспорт өсөн хәрәкәт асылды

Башҡортостанда М-5 трассаһында бөтә төр транспорт өсөн хәрәкәт асылды 05.03.2026 // Йәмғиәт

Һауа торошоноң боҙолоуына бәйле юлдарҙа сикләүҙәр индерелгәйне....

Тотош уҡырға 3

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ҡар һәм боҙлауыҡ тураһында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ҡар һәм боҙлауыҡ тураһында иҫкәртте 05.03.2026 // Йәмғиәт

Республиканың ҡайһы бер райондарына ғына һауа торошо үҙгәрә....

Тотош уҡырға 3

Өфөлә Башҡорт ҡоролтайы ифтар ойошторҙо

Өфөлә Башҡорт ҡоролтайы ифтар ойошторҙо 05.03.2026 // Йәмғиәт

Байрам ифтарында башҡорт халҡының боронғо «Урал батыр» эпосына арналған фекер алышыу уҙҙы....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә