Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөхәббәт ҡанат йәйгән йорт
Мөхәббәт ҡанат йәйгән йортКүҙ асып йомған арала уҙып киткән кеүек был ғүмер. Һиҙелмәй ҙә ҡалған. Бары тик таңғы сәғәттәрҙә, керпеккә йоҡо эленмәгән иләҫ-миләҫ мәлдә, үткәндәрҙе барлайһың да хайран ҡалаһың: ҡайһылай ҙа күп икән бер ғүмергә һыйған хәсрәт-һағыштар һәм, әлбиттә, ҡыуаныс-шатлыҡтар. Ә яҙмыш әле булһа яңы һынауҙарын ебәрә тора, ул ауырлыҡтарҙы лайыҡлы кисерергә сабырлыҡ ҡына бирһен.

...Илле йыл бергә йәшәп, үҙ өлөшөнә насип дауыл-ғәрәсәттәрен дә, бәхет йылмайған миҙгелдәрен дә бергә кисергән, берҙәй тын алған, донъяның аҡлығына уртаҡ ҡыуанған, ҡара-һоро яҡтарына уртаҡ көйөнгән, ҡасандыр йөрәк ҡылдарын тибрәтеп килеп ингән йәшлек мөхәббәттәренә тоғро ҡалған кешеләр ҡаршы алды мине был йортта. Әнисә менән Булат Кәримовтар үҙҙәренең алтын туйҙарын байрам итә ошо миҙгелдә. Өҫтәүенә, туй Булат ағайҙың тыуған көнөнә лә тура килгән.
Ун алты ғына йәшендә килен булып төшкән Әнисә апайҙың бөтә яҙмышы ошонда бәйләнгән: ҡәйнә “мәктәбен” үтеү, бала бағыу, Булатының хәстәрлекле, яратыулы ҡарашын тойоп йәшәү һәм юғалтыуҙар...
Уйлап ҡараһаң, ун алтыла ҡыҙҙар нимә белә, нимә аңлай?! Тормош та аллы-гөллө нурға төрөнгән кеүек тойола, алда ҡыуаныс-шатлыҡтар тулы яҡты таңдар көтөп торғандай. Һеңгәҙәтә һуғыр хәсрәттәре һине урап үтер һымаҡ, сөнки һин тирә-йүнеңә асыҡ ҡарашың менән бағаһың, күңелеңдә бер тамсы ла кер булмағас, яҙмыштан да бары тик аяҙ көндәр көтәһең. Күңелеңде ни ҙә булһа ҡырып үтһә, “Тормош шулай икән” тигән һығымта яһайһың да, өмөт-ышанысыңды маяҡ итеп, артабан йәшәп алып китәһең.
Тупаҡ ауылында тыуып үҫкән сибәр ҡыҙыҡай хеҙмәт юлын бик иртә башлай. Игеҙәк апайҙары күптән инде үҙаллы йәшәй, яңғыҙ әсәһе ҡулында — Әнисә менән ағаһы.
— Әсәйем мине 45 йәшендә тапҡан. Мин иҫ белгәндә, ул инде өлкән йәштә ине, — тип хәтерләй бөгөн апай. — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, апайҙарым, береһенән-береһе ваҡ балаларын ҡалдырып, яҡты донъянан йәшләй генә китеп барҙы. Әсәй колхоз эшенән бушамай, мин ауылда асылған балалар баҡсаһында көн үткәрәм. Әсәйемдең салғыһын йөкмәп, арып-талып яландан ҡайтып килгәне әле лә күҙ алдымда. Мине эшкә өйрәтеп ултырырға ваҡыты ла булмағандыр инде мәрхүмәнең. Ағайым менән йорт эштәрендә үҙебеҙсә ярҙам итергә тырыша торғайныҡ.
Буласаҡ ире менән Әнисә ауылдарынан әллә ни алыҫ түгел Әтәс күле буйында таныша. Ҡыҙҙар шундағы ҡошсолоҡ фермаһында эшләп йөрөй, улар араһында матурлығы менән барыһын да һоҡландырған Әнисә лә бар. Ә Булат ағайҙың профтехучилищела механизаторлыҡҡа уҡып йөрөгән мәле. Ҡайҙа ҡыҙҙар — шунда егеттәр бит инде. Бер күреүҙән күҙе төшә Булаттың уттай янып торған Әнисәгә. Йәш айырмаһы байтаҡ: һигеҙ йыл. Ләкин һөйөү ундай ваҡ нәмәгә ҡарап торамы ни?!
Хәйер, бөгөн ғалимдарҙың раҫлауынса, татыу ғаилә ҡороу өсөн ирҙең ҡатынынан теүәл һигеҙ йәшкә олораҡ булыуы кәрәк икән. Әлеге ҡағиҙә һөҙөмтәһеме, әллә ике йөрәк араһында ҡабынған мөхәббәт шулай көслө буламы — бер-береһенән уңа Әнисә апай менән Булат ағай.
Кәләшен ағай 1962 йылдың сәскәләргә күмелгән июлендә алып ҡайта. Күп балалы ғаиләгә килен булып төшкән ҡыҙ бикәстәре менән “зыҡ” ҡубып йәшенмәк уйнай, уйнарға урамға ла сығып китә. Шул уҡ ваҡытта донъя көтөргә лә өйрәнә: ҡәйнәһе, күрше-тирәләге өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙ аҡыл-фәлсәфәһен еткереп кенә тора.
— Ҡаршыла ғына йәшәүсе Нурисафа инәй гел икмәккә май яғып тотторор ине. “Аша, күмәк ғаиләгә төштөң, килен кеше былай ҙа асығып йөрөүсән була бит ул”, — ти торғайны бахырҡай. Күп эшкә Сара еңгәйҙән өйрәндем, ул йәштән бик тәрбиәле булды. Яйлап ир ҡатыны, унан әсәй, ә һуңғараҡ инде өләсәй булырға ла өйрәнелде... — Әнисә апай көлөп ҡуйҙы. — Тормош әҙәм балаһын үҙе өйрәтә икән йәшәргә.
Әнисәһен өҙөлөп һөйгән Булат ағай кәләшен һәр яҡлап ҡурсалай, ауыр йөктө үҙе тартырға тырыша. Әммә ауылда ҡатын-ҡыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Күрше-күлән дә һынап ҡына тора: эшкә тилберме йәш килен, икмәге нисек бешә, өйө таҙамы?.. Етмәһә, Булаты баҫыуҙан ҡайтып инмәй тиерлек. Сәсеү, бесән, ураҡ мәлдәрендә ал-ял белмәй эшләй. Ирен Әнисә апай тәмле аштар бешереп көтөп тора. Балалар иһә атайҙары эшкә киткәндә йоҡлап ҡала, ҡайтыуына ла әүен баҙарына киткән була. Шулай, бер көндө малайҙары Әнисә апайҙан һорай икән: “Әсәй, атай нишләп бер ҙә ҡайтмай ул?”
Алты йыл атай йортонда йәшәгәндән һуң, өс балалары донъяға килгәс, йәштәр үҙҙәре йорт һалып, башҡа сыға. Һәр эшкә маһир, ҡулдары алтын Булат ағай кәртә-ҡураһын, өйөн урын-еренә еткереп, матур итеп эшләгән.
Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына, унан һуңғы аслы-туҡлы осорға тура килгәнгәлер хеҙмәт ҡәҙерен яҡшы белә. Эшләү дәүерендә уның фотоһүрәте Хөрмәт таҡтаһынан төшмәй. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Булат Кәримов бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар менән бүләкләнгән. Наградалары араһында СССР Юғары Советы ҡарары менән бирелгән Почет грамотаһы ла бар.
1985 йылғы ураҡта өлгәшкән юғары күрһәткестәре өсөн алдынғы комбайнсы Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш миҙалына лайыҡ була.
— Миҙалға өҫтәп радиоалғыс та бирҙеләр, — тип хәтерләй 45 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған механизатор. — Ғүмер техника тирәһендә үтте инде. Ҡышын тимерлеккә күсә торғайным. Комбайнға ғына утыҙ йыл ғүмерҙе арнағанмын. Техниканы ҡышҡы һаҡлауға ҡуйғас, машина-трактор оҫтаханаһын да ҡараным, малсылыҡта ла эшләнем. Хатта ашнаҡсы ярҙамсыһы ла булдым: еңгәң колхозсылар өсөн тамаҡ яраштыра, ә мин ташып ашатам...
Әйткәндәй, Әнисә апай ҙа хужалыҡ эштәренән ситтә ҡалмай: миндек бәйләй, бәрәс ҡарай, һарыҡ ҡырҡа, ашнаҡсы була.
— Балаларҙы бикләйһең дә эшкә йүгерәһең. “Һин шулай бул, былай бул”, — тип тәрбиәләп ултырыу ҡайҙа. Шөкөр, балаларыбыҙҙың етәүһе лә эшһөйәр, намыҫлы булып үҫте, малайҙар бәләкәйҙән атайҙарының ярҙамсыһы булды, — ти әсәй кеше.
— Улдарымдың барыһына ла “машина ене” ҡағылған, — тип тағы һүҙгә ҡушыла Булат ағай. — Бик йәшләй мәрхүм булып ҡалған Фәнил улыбыҙ ғына ветеринар һөнәре алғайны, кесе йәштән мал-тыуар яратты. Хәҙер улы менән ҡыҙы матур булып үҫеп килә...
Өлкәндәре Әдип автобус йөрөтә. Ҡатыны Гөлсинә менән ике ул үҫтергәндәр. Өлкәне инде үҙе ғаиләле.
Икенсе улдары Ринат менән килендәре Аҡсәскәнең дә — ике малай. Ҙурыһы өйләнеп, өләсәһе менән олатаһына бүләк иткән. Әйткәндәй, Кәримовтарҙың ике өлкән килене лә уҡытыусы булып эшләй.
Ҡыҙҙары Гөлсинә лә тормошта, иптәше Миҙхәт менән ике ҡыҙға матур тәрбиә, юғары белем биргәндәр.
— Йәмилебеҙ Гөлнур килен менән Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, бер ҡыҙ үҫтерәләр. Улыбыҙ “БелАЗ”-да руда ташый, — ти ғорурлыҡ менән Булат ағай.
Юлай — һөнәре буйынса механизатор, кәләше Лилиә менән район үҙәгендә йәшәй, бер ул, бер ҡыҙ үҫтерә.
Кинйәкәүҙәре Илсинә бер түгел ике һөнәр үҙләштергән: тәүҙә китапханасылар әҙерләү колледжын, һуңынан Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Бөрйән егете Сабир менән матур ғаилә ҡороп, бер ул, бер ҡыҙ үҫтерәләр. Хеҙмәт юлын Өфөлә башлаһалар ҙа, фатир булмау сәбәпле, тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтҡандар. Бөгөн улар ата-әсә йортонда терәк-таяныс булып донъя көтә.
Ҡайһыһын ғына алһаң да, уңған һәм аҡыллы Әнисә апай менән Булат ағайҙың балалары. Ата-әсәнең ғорурланыр рәте бар: береһе лә эшһеҙ тормай, тормоштары етеш.
— Эш кешене туйҙыра ла, күтәрә лә. Ғаиләлә беҙ ҙә ете бала үҫтек, — Булат ағайҙы хәтирәләр үткәндәргә алып ҡайта. — Нужаны күп күрелде. Атайым Бөйөк Ватан һуғышынан һыңар аяҡ менән ҡайтты, яраланмаған ере юҡ ине. Әллә нисә тапҡыр үлемдән мөғжизә менән генә ҡотолған. 1974 йылда вафат булып ҡалды. Ул саҡта иркенгә сыҡҡайныҡ инде. Ә бала саҡты хәтерләһәң...
Эйе, Булат ағайҙарҙың быуынына тура килгән ауырлыҡтар гәзит, китап биттәренә генә һыйырлыҡ түгел. Аслыҡ әттеген һәм балтырғанын, йыуаһын һәм ҡуҙғалағын күп татыған Булат Кәримов икмәк ҡәҙерен яҡшы белә. Моғайын, тыныс тормошта ла уның иң ҡурҡҡаны йотлоҡ булғандыр. “Балаларым асыҡмаһын” — моғайын, ошо уй даими уның күңелен өйкәп торғандыр. Ете сабыйын етеш, мул тормошта йәшәтеү өсөн ул барыһын да эшләй: колхозда һәр саҡ алдынғылар сафында килә, аҙ ғына буш ваҡыты булдымы, оҫталыҡ эшенә тотона. Балта, көрәк-һәнәк һабы, арба, сана — үҙ ғүмерендә күпме кешене ҡыуандырғандыр, Хоҙай үҙе генә белә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡатыны менән икәүләп селек тә бәйләйҙәр, уны онға алмаштыралар.
Бөгөн алтын туйҙарын билдәләгән ғаилә күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, картуф, емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә, бер мохтажлыҡһыҙ йәшәй. Артып ҡалғанды баҙарға ла сығаралар.
Таңғы сәғәттә, керпеккә йоҡо ҡунмаған мәлдә, Әнисә апай балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә бәхет теләй. Эргәһендә ҡасандыр үҙенә үлеп ғашиҡ булған, донъяның утын да, һыуын да бергә кискән Булаты булғанда, күңеле тыныс уның.
Ауылдаштарым хаҡындағы мәҡәләне шиғыр юлдары менән тамамлағым килә.
Барыһы ла һәүетемсә,
ябай бында.
Күп урында шул уҡ сафлыҡ,
Шул уҡ һауа.
Ә шулай ҙа айырма бар:
Был йортта бит
Күңелдәргә илһам өҫтәп,
Нурҙар яуа.
Мөхәббәт бит ҡанаттарын
Йәйгән бында,
Ул ҡурсалай үҙе ҡушҡан
ишлеләрҙе,
Эше менән донъя йәмләр
кешеләрҙе,
Йәшәү йәмен тоя белгән
хислеләрҙе.
Ябай кеүек барыһы ла.
Шул ябайлыҡ
Йәшәй булыр
наҙ-шатлыҡтар сорнауында.
Ғаиләнең бәрәкәтен,
бәхетен һаҡлап
Һәм ҡурсалап тоғро
һөйөү тора бында...

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.
Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872