Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәхетле булғың килһә, бул!
Бәхетле булғың килһә, бул!“Өс ҡыҙы булған атайҙың урыны йәннәттә булыр” тигән хәҙис бар. Һәр атай тоҡомон дауам итеүсе, нигеҙен һаҡлап ҡалыусы ул тураһында хыялланалыр, ләкин Хоҙай Тәғәләнең үҙ ғәмәле – атайым менән әсәйемә өс ҡыҙ бүләк иткән. Хәҙер улар алты ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй ҙә.

...”Аталы бала – арҡалы” тигән халыҡ мәҡәлендә оло хәҡиҡәт ята: тормош юлын үткән саҡта иң терәр кешең булыу – оло бәхет.
Баланың рухи яҡтан камил, тормошта үҙ урынын табырлыҡ шәхес булып үҫеүендә атай тәрбиәһе айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Өй күтәргән ваҡытта нигеҙ ташының ныҡлығы мөһим булған кеүек, атайҙың балаһына күрһәткән иғтибары, йылы һүҙе, һөйөүе иҫ киткес ҙур тәьҫир көсөнә эйә. Атайҙың маҡтағаны ла, битәрләгәне лә бала күңелендә сағылыш таба. Оло тормош юлына баҫҡас, ошо һүҙҙәр йә йүнәлеш бирерлек таяныс-кәңәшкә әүерелә, йә, киреһенсә, күңел яраһы булып һаҡлана.
Атай кешенең ғаиләләге роле уның үҙенән дә, ғүмер юлынан бергә атлаған ҡатынынан да тора. Ир менән ҡатындың уртаҡ тормош фәлсәфәһен халыҡ хазинаһында – мәҡәлдәрҙә асыҡ күрергә була: “Бойҙайҙың яҡшыһы – ерҙән, ҡатындың яҡшыһы – ирҙән”, “Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын”.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн атайлы көйө атайһыҙ балалар арта бара. Күптәрҙең атаһын йәлләү белмәгән “йәшел йылан” тиңһеҙ һуғышта йығып ҡуя (Бөйөк Ватан һуғышынан һуң етем ҡалған балалар менән бөгөнгөләрҙең иҫәбен сағыштырған мәғлүмәттәр бармы икән?). Аяныс, әммә күп әсәйҙәр, үҙ бурысынан тыш, атайлыҡ вазифаһын да башҡарырға мәжбүр... Ә бит тәбиғәттә “энергия гармонияһы” тигән төшөнсә бар. Көнсығыш фәлсәфәһендә билдәләнгәнсә, ир заты – “ян” (плюс, яҡты), ҡатын кеше – “инь” (минус, һалҡын) энергияһынан тора. Улар бер-береһен тулыландыра. Береһе кәмеп, икенсеһе артһа, дисгармония хасил була, йәғни тәбиғәт ҡанундары боҙола...
Хәйер, һүҙем бөгөн бер тапҡыр ғына бирелә торған ғүмерҙең ҡәҙерен белмәүселәр түгел, киреһенсә, йәшәйештең бар йәмен тойоп йәшәүселәр хаҡында.
Йыш ҡына беҙ бәхет мәғәнәһен ҡайҙандыр ситтән эҙләйбеҙ йәки башҡа кеше тарафынан бирелә торған ғәмәл тип күҙаллайбыҙ. “Эх, минең ҡатыным яҡшыраҡ булһа...”, “Эһ, ирем бүтәндеке кеүек күберәк аҡса килтерһә...” тигән һәм башҡа сағыштырыуҙар, икеләнеүҙәр... Әммә был – хаталы ҡараш. Бәхет осраҡлы түгел, ул күктән төшмәй, тыумыштан бирелмәй. Бәхет – рухи хеҙмәттең, эске тойомлауҙың, донъяға ҡараштың ыңғай яҡҡа үҙгәреү һөҙөмтәһе. Һәр кем үҙ бәхетен үҙе ҡоя.
Ошо фекергә миҫал итеп, бәлки, кемгәлер тормошон ыңғай яҡҡа үҙгәртергә көс, дәрт-дарман өҫтәү йөҙөнән, был яҙмала атайым Булат Бикмөхәмәт улы Шәрипов хаҡында бәйән итмәксемен. Ул тормоштоң оло һынауын бик иртә – 20 йәшендә генә — татый. Ата-әсәһе мәрхүм булғас, береһенән-береһе бәләкәй ике һеңлеһе һәм ике ҡустыһы яҙмышын хәстәрләп-уйлап йәшәргә тура килә уға. Ғөмүмән, атайымдың булмышын билдәләгән төп һыҙаттар тип яуаплылығын, сабырлығын, эскерһеҙ туғанлыҡ хисен атар инем. Бәхеткә күрә, яҡындарының һәр ҡайһыһы был тормошта үҙ урынын тапты, ағалары кеүек белем эстәне, лайыҡлы ғүмер кисерә.
Атайым әсәйебеҙ Сания Ғәли ҡыҙы менән дүрт тиҫтә йылға яҡын татыу ғүмер итә. Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында абруйлы, күркәм ғаиләләрҙең береһе улар. Икеһе лә ғүмерен изге һөнәргә – балаларға белем биреүгә — арнаны. Йылдар бейеклегенән (хәҙер үҙем – өс бала әсәһе) атайымдың тормош юлына байҡау яһайым да хайран ҡалам: иңенә ниндәй генә һынауҙар төшмәһен, бер ваҡытта ла сабырлығын юғалтмаған, булмышына хыянат итмәгән. Ғаилә ғәме тип кенә түгел, халыҡ мәнфәғәте тип тә йәшәгән – ауылдаштары араһындағы абруй-хөрмәте быны иҫбатлай.
Атайымдың тауыш күтәреү түгел, хатта ауыр һүҙ әйткәнен дә ишеткәнем юҡ – һәр мәсьәләне тыныс ҡына, ипле-итәғәтле итеп хәл итә белеүенә, ғәҙел, кешелекле булып ҡалыуына һоҡланмау мөмкин түгел. Тап ул беҙҙе тормошто танып белергә, ҡаршылыҡтар алдында бирешмәҫкә, белемгә таянырға өйрәтте, әммә был ғәмәлдәрҙең береһен дә мәжбүр итеп түгел, ә тәбиғи рәүештә, үҙенең лайыҡлы өлгөһөндә күрһәтте. Уның тормошто бар тулылығында яратҡанын, изгелеккә инанғанын әйтеп тораһы ла түгел – һынауҙар атайымды һындырмаған, сыныҡтырған ғына.
...Бәхет күктән төшмәй, тигәйнек. Бер билдәле шәхес әйтеүенсә, бәхетле булғың килһә, бул һуң! Атайымдың яҙмышы – ошоға миҫал.
Гүзәл ВИЛДАНОВА.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә