Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һаҡмарҙы кем һаҡлар?
Һаҡмарҙы кем һаҡлар?Беҙ үҫмер саҡта Һаҡмар йылғаһы мул һыулы, таҙа ине, яр буйҙары тал, муйыл, ерек ағастары, ҡыуаҡлыҡтарҙан торған әрәмәлектәре, тәрән ятыуҙары менән дан тотто. Биш-алты төр балыҡ бар ине. Кис етһә, Ҡара яр ятыуында ат йөҙҙөрөү үҙе бер кинәнес, шатлыҡ була торғайны.

Ул йылдарҙан бирле ярты быуаттан ашыу ғүмер уҙған. Кешеләр тәбиғәткә ҡарашын ҡырҡа үҙгәртте. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти 50-се йылдарҙа беҙҙең районға килеп, Һаҡмар буйы ауылдарында була һәм аҙаҡ, алған тәьҫораттарына таянып, күренекле “Һаҡмар ҡыҙы” поэмаһын ижад итә. Унда шундай юлдар бар: “Һаҡмар һыуҙың һылыулығы күпме-күпме йырҙа йырланған, ләкин Һаҡмар буйын тағы йөҙ йыл, тағы мең йыл була йырларға”. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн йылғабыҙҙың гүзәллеген, уның тирә-яғының матурлығын һис тә шағирса тасуирлай алмайбыҙ. Быға тәбиғәт кенә түгел, күп осраҡта үҙебеҙ ҙә ғәйепле.Туҡһанынсы йылдар урталарында “БАССР-ҙың атҡаҙанған урман ҡараусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Шәкирйән Базиков Һаҡмарҙың һайығыуына, ә яр буйҙарындағы ағастарҙың йылдан-йыл ҡороуына һис тә битараф була алмай. Икенсе Этҡол урмансылығы менән кәңәшләшеп, ул Түбәнге Иҙрис һәм Ҡолсора ауылдары янынан ағып үткән йылға буйында дүрт гектарҙан ашыу ерҙә тирәк, муйыл, миләш, ҡарағай, ҡарағат ағастары үҫентеләре ултырттыра. Йәмәғәтселек көсө менән тирә-яғы кәртәләп алына. Шунда уҡ үҫентеләрҙе ҡарап, тәрбиәләү өсөн Түбәнге Иҙристән Усман Йәнғолов, Ҡолсоранан Марат Ғафаров тәғәйенләнә. Тап уларҙың көсө һәм ярҙамы менән ҡарап үҫтерелгән урман бөгөн ике ауылға ла йәм, гүзәллек биреп, килгән юлаусыларҙы ҡаршы ала, оҙатып ҡала.
Заманында республиканың Урман хужалығы министрлығы тарафынан күсмә зона семинарҙарының тап ошо урында үткәрелеүе үҙе бер баһа ине. Ҡунаҡтар бындағы йәшеллекте күреп, һоҡланыуын белдергәйне. Һүҙ юҡ, киләһе быуын өсөн был үҙе бер мәртәбә, оло юл башы булды. Хәҙер ике әрәмәлек тә йәштәрҙең күңел асыу, төрлө йолалар үткәреү урынына әүерелде. Бының өсөн киләһе быуын мәрхәмәтле, изге күңелле Ш. Базиковҡа (үкенескә ҡаршы, ул бынан бер нисә йыл элек мәрхүм булды) оло рәхмәт тойғоларын еткерәлер.
Әлбиттә, изгелек ерҙә ятып ҡалмай. Әммә атҡараһы саралар бихисап. Беребеҙгә лә сер түгел: хәҙер һәр кем үҙ яйы, ғәме менән солғанған. Ҡасандыр ҡарағай, ҡайын ағастары менән дан алған урмандарыбыҙ вәхшиҙәрсә ҡырылды, ағас сит өлкәләргә оҙатылды. Ә хәҙер, ваҡыты үткәс, оран һалған булабыҙ. Шул уҡ хәл Һаҡмар йылғаһына ла ҡағыла. Совет власы дәүерендә тәртип тә, таҙалыҡ та күҙәтелде. Төрлө комиссиялар әүҙем эшләне, урындағы ауыл Советы депутаттары ла, үҙ дәрәжәһен белеп, халыҡ менән берҙәм эш алып барҙы, һүҙҙәре үтемле булды. Ә беҙ хәҙер шуның киреһен күҙәтәбеҙ. Был Ҡолсора ауыл Советы биләмәһе өсөн генә хас күренеш түгел. Күп ерҙә шулай. Мәҫәлән, ауыл Советы ҡарамағында төҙөлгән тирә-яҡ мөхитте һаҡлау комиссияһының эшмәкәрлеге күренмәй. Һаҡмар буйында урынлашҡан Үрге Иҙрис, Ҡолсора, Муллаҡай ауылдары халҡының байтағы мал тиҙәген ҡыш буйы йылға ярына түгеп, яҙ етһә, ағыҙып ебәрә. Шул сәбәпле хәҙер һыу ҡый-һай менән тулған. Ҡасандыр йылға төбө ҡырсын менән ҡапланған булһа, хәҙер инде уның төбө батҡаҡ.
Хатта һыу инеү өсөн йүнле урын да юҡ. Шул уҡ совет заманында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса район комиссияһы яҙғы-көҙгө осорҙа Һаҡмар буйлап йыш ҡына рейдтар үткәреп, ҡый түгеүселәргә штраф та һала торғайны. Ә хәҙер ундай сара бөтөнләй онотолдо. Быны кем эшләргә тейеш һуң? Әлбиттә, барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Урындағы ауыл Советы, һис шикһеҙ, әүҙемлек күрһәтергә бурыслы. Һаҡмарҙың гүзәллеге лә, тирә-яҡ мөхиттең таҙалығы ла һәр беребеҙгә бәйле.
Салауат МӨХӘМӘТШИН,
“Башҡортостан”дың
штаттан тыш хәбәрсеһе.
Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә