Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәмәке — ҙур "сабакы"
Тәмәке — ҙур "сабакы"Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең тәмәке етештереүселәре тәмәке ҡабына тартыуҙың эҙемтәһен сағылдырыусы һүрәт төшөрөргә тейеш. Бының өсөн уларға бер йыл ваҡыт бирелгән. 10 майҙа Рәсәйҙең Юстиция министрлығында теркәлгән яңы бойороҡ шуны талап итә.
Ҡайһы бер сит илдәрҙә ҡаптарға ҡот осҡос һүрәттәр төшөрөлә башлағас, тәмәкеселәрҙең 67 процентында алама ғәҙәтте ташлау теләге тыуған, 50 проценты никотиндың һаулыҡ өсөн зарарлы булыуына инанған. Рәсәйгә был тәжрибәне күптән үҙләштерергә кәрәк ине. Өлкәндәр араһында ойошторолған глобаль һорау алыу һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, тәмәке тартыу буйынса Рәсәй донъяла беренсе урында — 43,9 миллион кеше (халҡыбыҙҙың 39,1 проценты) төтөн һура. Йыл һайын 400 мең самаһы ватандашыбыҙ тәмәке тартыу арҡаһында барлыҡҡа килгән сирҙән вафат була.
Үрҙә әйтелгән сара берәй һөҙөмтә бирерме? Насар ғәҙәттең зарарын барыһы ла аңлаймы?

Әхмәр ҮТӘБАЕВ, Башҡортостандың Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты:
— Йомошом төшөп, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратына барыуым барыһын да хәл итте. Минән тәмәке еҫе килгәнен һиҙеп ҡалған хәҙрәт, тиҙ генә шаһиттар саҡырып, тартмаҫҡа Хоҙай алдында ант бирҙертте. Бына алты йыл тартмайым. Төтөн кешенең матур тойғоларын, көсөн һәм мөмкинлектәрен баҫа икән. Ниһайәт, шул ҡоршауҙан ҡотолдом — һәр иртә был донъяла барлығыма ҡыуана башланым, үҙ асылыма ҡайттым.
Эскеселәрҙе йәмғиәт ныҡ ғәйепләй, уларҙы эштән дә ҡыуалар, ә тәмәкеселәрҙе тыныс ҡабул итәләр. Шуғалыр ҙа араҡыға ҡарағанда унан ҡотолоу ауырҙыр. Әгәр тәмәке тартыусыларға ла шундай ҡараш булһа, тиҙерәк кәмерҙәр ине. Ҡыҫҡаһы, тәмәке — ҙур "сабакы" ул.

Хәбир СӨЛӘЙМӘНОВ, WBO NABO версияһы буйынса Төньяҡ Америка чемпионы:
— Америка парктары Рәсәйҙекенән нимәһе менән айырыла? Унда йөҙәрләгән кеше — сабыйын коляскала этеп йөрөгән йәш әсәләрҙән алып 70 — 80 йәшлек ололарға тиклем — күнекмә яһай. Йәмәғәт урындарында бер кем дә тартмай. Беҙҙә, киреһенсә, эскәмйә һайын тәмәке көйрәтеп йә һыра эсеп ултыралар. Берәйһе күнекмә эшләргә сыҡһа, унан көлөп ҡалалар әле. Алама ғәҙәттәрҙән ҡотолдороу һәм сәләмәтләндереү өсөн халыҡты спортҡа йәлеп итергә кәрәк.

Самат ҒӘЛИН, "Башҡортостан" гәзите хәбәрсеһе:
— Тәмәкене 23 йыл буйы ташларға тырышып ҡараным. Баймаҡ районында бер егет бәйлелекте бөтөрә, тип ишеткәс, шунда барҙым. Йыл ярым инде тәмәкене күрге лә килмәй. Хәҙер үҙем тартҡан кеше эргәһендә тора алмайым. Уларға ҡарайым да, ҡатыным менән улым һаҫыҡ еҫкә нисек түҙҙе икән, тип оялам. Тәмәкенең зыянынан башҡа бер файҙаһы ла юҡ. Тартмай башлағас, тын юлдары иркенәйҙе, тештәрҙең һарғайыуы туҡтаны, хәрәкәттәр етеҙләнде. Кеҫә яғы ла яҡшырҙы — элек ун көн һайын 500-әр һум самаһы аҡсаны елгә осороп йөрөгәнмен икән.

Азамат МУСИН, һаҡсы, Нефтекама ҡалаһы:
— 11 йыл тартам. Армияла өйрәнеп ҡайттым. Ваҡыт үткәреү, нервыларҙы тынысландырыу, иртәнсәк йоҡоно ҡасырыу өсөн һәйбәт. Көнөнә бер ҡапты тартып бөтәм. "Тәмәке тартыу үлтерә", "яман шеш барлыҡҡа килтерә" тигәнерәк ҙур яҙыуҙар тәүҙә шомландыра торғайны, һуңынан күҙгә лә элмәй башланым. Ҡурҡыныс һүрәттәр менән дә шулайыраҡ булыр, тип уйлайым.

Лилиә ФӘЙЗУЛЛИНА, медицина фәндәре кандидаты, Өфө ҡалаһындағы 8-се дауахананың терапия бүлексәһе мөдире:
— Донъяла тәмәке тартыу арҡаһында ауырып үлгәндәр СПИД, туберкулез һәм тапма ауырыуынан вафат булыусыларҙың дөйөм һанынан да күберәк! Бынан тыш, илдә тартмаусыларҙың 80 проценты көн дә ағыулы төтөндән ҙур зыян күрә, уларҙың байтағы йөрәк сиренә дусар була. Бүлексәбеҙгә хроник үпкә, йөрәк сире менән килеүселәр ҙә һиҙелерлек арта. Был да тартыуҙың эҙемтәһе. Тәмәкене ҡапыл ташларға ла ярамай, көндән-көн кәметә барырға кәрәк.
Н. ХӘСӘНОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар

Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар 07.05.2026 // Йәмғиәт

[isimage=thumb][/isimage]Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде 07.05.2026 // Йәмғиәт

Туристар Түбәнге Новгородтан сәйәхәткә сыҡҡан....

Тотош уҡырға 1

Миҙгел башынан республикала 1347 кеше талпандарҙан зыян күргән
Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр 07.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана 07.05.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе ихтимал....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы

Комментарий өҫтәргә