Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яҙмышын үҙе яҙған
Яҙмышын үҙе яҙғанЯҙ етеп, тәбиғәт йәшәреү менән совхоз малдары йәйләүгә сығыр, йәй буйына көрәйер һәм һөт күләмен арттырыр ине. Тик уларға төпкөлдә йыртҡыс йәнлектәрҙән генә тынғы юҡ, бигерәк тә айыу йыш ҡазалай торғайны. “Тайыш табан” йыҡҡан малын бер аҙ еҫләнгәс кенә ашарға килеүсән. Бына шул мәлде һағалай ҙа инде һәүәҫкәр һунарсылар. Ошо хәлгә бәйле ауыл халҡы араһында лаҡапҡа әйләнгән бер күренеш тә таралғайны. Ирәнеш йәйләүенә айыу килеп еткәс кенә ағас башында ултырған ферма мөдире сөскөрөп ебәрә һәм эште боҙа. Әммә Мәхмүтйән Абдуллин бер нисә көндән урман “хужаһын” барыбер атып ала. Баш зоотехниктың ошо юл менән күп мәртәбә совхоз малын ҡурсалауы билдәле.

Мәхмүтйән 1932 йылдың башында Гөльямал менән Мөхәмәт Абдуллиндарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Егеп йөрөгән аты менән һыйырын тапшырып колхозға ингән атаһы, “Һары” станцияһына орлоҡҡа барғанда буранда аҙаша. Аҙна буйы юлда этләнеп йөрөп, ауырып ҡайтып йығыла һәм 35 йәшендә генә вафат була.
Бәлә-ҡаза яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. Йәнә ҡайғы өҫтәлә — өйҙәре янып китә. Ҡыҙҙары Шәмсениса, Хәмдениса һәм ҡул балаһы ғына Мәхмүтйәне менән 28 йәшлек Гөльямал бер нәмәһеҙ ҡар өҫтөндә ҡала. Ярай әле, колхоз идараһы, мөйөшөнә урындыҡ түшәп, һарыҡ бәрәсләтә торған һарайға урынлаштыра.
Һуғыш сыҡҡанда беренсе класты тамамлаған үҫмер, аслыҡ башланғас, апалары менән ауылдан-ауылға хәйер һорашып йөрөү арҡаһында иҫән ҡала. 13 йәшенән колхозда эшләй.
1949 йылда, Юлдыбайҙа асылған балалар йортона эләккәс кенә рәхәтләнеп уҡыу тәтей. Урта белем алғас та колхозда эшләүен дауам итә. Ул ваҡытта талап ителгән хеҙмәт стажы тулыу менән Өфөгә уҡырға юллана.
1964 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын “5”-ле билдәләренә генә тамамлап, зоотехник дипломы ала тырыш егет. Башҡорт дәүләт университетында уҡыған Әбйәлил һылыуы Ғәлиә Йәһүҙина менән тыуған төйәгенә эшкә ҡайта. “Башҡорт” совхозында баш зоотехник вазифаһына тәғәйенләйҙәр. 1967 йылда “Юлдыбай” совхозы бүленеп сыҡҡас, ошо уҡ вазифаға шунда күсерелә һәм директор урынбаҫары йөгө лә өҫтәлә. Ул эшләгән дәүерҙә совхоз фәҡәт алдынғылар рәтендә була. Йылына һәр һыйырҙан 3000 килограмм һөт һауыла, малдарҙың уртаса ауырлығы 400 – 450 килограмға етә, һәр һарыҡтан дүрт килограмдан ашыу йөн ҡырҡып алына. Совхозда оҙаҡ йылдар алдынғылыҡты тотоуында 37 йыл баш зоотехник йөгөн тартҡан Исҡужа ауылының почетлы гражданы Мәхмүтйән Мөхәмәт улының да өлөшө тос. Өлгөлө хеҙмәте “Хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн”, Бөтә Союз халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең һәм юбилей миҙалдары, социалистик ярыш еңеүсеһе билдәләре менән баһаланған. Әле лә тынғы белмәй, йәмәғәт эштәрен башҡара. Спиртлы эсемлектән алыҫ торған, тәмәкене тотоп та ҡарамаған ир-уҙаман йыр-моңға әүәҫ. Уның башҡарыуында башҡорт халҡының боронғо йырҙары менән бергә дуҫлыҡ һәм мөхәббәткә арналғандарын да күптәрҙең кинәнеп тыңлағаны бар.
13 йәшендә һунарға йөрөй башлаған ул. Ваҡ-төйәк йәнлектәрҙе генә түгел, айыу ҙа аулаған. Уларының һаны 18-гә еткән. Мәхмүтйән Мөхәмәт улы ҡатыны, химия, биология фәндәре уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы Ғәлиә Йәһүҙә ҡыҙы менән бер ҡыҙ һәм өс ул үҫтерҙе. Бөтәһе лә юғары белемгә эйә булды. Юлдыбай урта мәктәбе директоры урынбаҫары Рәзилә кейәүе Юлай менән өс ҡыҙ үҫтерә. Улдары Марат — Себерҙә нефть сығарыу эшендә, Салауат — Өфө районының “Агро-Урал” фермаһында мал табибы, Ғәле мәктәптә эшләй. Абдуллиндарҙы ҡыуандырып, туғыҙ ейән-ейәнсәрҙәре үҫә.
— Балаларыбыҙ өсөн шатланып бөтә алмайбыҙ, тәртипле, хеҙмәт яратып үҫтеләр. Ғаиләләре имен, ул-ҡыҙҙары атай-әсәй ҡосағында тәрбиәләнә, — ти хеҙмәт ветераны, абруйлы уҙаман һәм өлгөлө ғаилә башлығы М. Абдуллин.
Бала сағы ауыр булған, хеҙмәт юлын данлы үткән ветеранды уйландырған нәмәләр күп. Ғүмерен биш осорға бүлеп, үҙенсә һығымта яһай. Беренсеһе — ауыҙға икмәк теймәгән, аяҡта сабата, өҫтә киндер ыштан менән ҡырҡ ямаулы фуфайка кейелеп үҫкән балалыҡ осоро. Ул сағында иҫән ҡалыуына әле булһа аптырай. Икенсеһе — аслы-туҡлы үҫеүенә ҡарамаҫтан, белем алыуға көслө ынтылыш ваҡыты. Өсөнсөһө һөнәр үҙләштереү булһа, дүртенсеһе — абруйлы белгестең бар көсөн һалып эшләгән хеҙмәт йылдары. Бишенсеһе — хаҡлы ялға ҡәҙер-хөрмәт менән оҙатылыу. Оҙаҡ йылдар иртәнге сәғәт биштән төнгө 12-гә тиклем эшләп өйрәнгән организмын ялға күнектереүе лә еңел булмаған. Бала сағында иҫән-имен ҡалыуына, ожмахҡа тиң тормошта ғүмер кисереүенә шатланып, һәр көнөнөң ҡәҙерен белеп йәшәй ул бөгөн.
Фәрит РӘМОВ.
Йылайыр районы,
Юлдыбай ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә