Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡоролоҡтоң ауыр эҙемтәләре
Ҡоролоҡтоң ауыр эҙемтәләреАуыл хужалығы хеҙмәтсәндәре өсөн иң киҫкен һәм яуаплы мәл – ураҡ ваҡыты етте. Быйыл улар 1 миллион 700 мең гектар ерҙә игенде урып һуғырға тейеш. Йәйҙең ҡоро килеүе, әлбиттә, уңыш күләменә кире йоғонто яһай, шуға ла ул былтырғынан аҙыраҡ булыр тип көтөлә. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығындағы иҫәпләүгә ярашлы, быйыл иң яҡшы осраҡта бураларға ике миллион тоннаға яҡын иген һалынасаҡ. Ошо һәм башҡа мәсьәләләр тураһында Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә һүҙ булды.

Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Николай Коваленко әйтеүенсә, 19 июлдән 52 район ураҡҡа төшкән, бөгөнгә 200 мең гектарҙа иген урылған. Район һәм хужалыҡ етәкселәренә техниканың төҙөклөгөнә етди иғтибар бүлергә ҡушылды, сөнки йыш ҡына тап ошо арҡала эш тотҡарлана икән.
"Гидрометүҙәк" күҙаллауы буйынса, республикала яҡын арала һауа торошо үҙгәрмәйәсәк, көндәр һаман эҫе торасаҡ. Ямғыр, булған осраҡта ла, урыны-урыны менән генә үтәсәк, шуға күрә һәр районға ураҡҡа һәм мал аҙығы әҙерләүгә бөтөн көстө йүнәлтергә кәңәш ителә.
Ҡояштың эҫелеге урмандың йыш яныуына ла килтерә. Был — бөтә Рәсәйгә хас күренеш. Мәҫәлән, яңыраҡ Томск өлкәһендә урмандың ҙур биләмәһен ут ялмауы мәғлүм булды. Беҙҙә хәл яҡшыраҡ, ләкин тынысланырға сәбәп юҡ – республиканың теге йәки был районын ваҡыты-ваҡыты менән "ҡыҙыл әтәс" ҡурҡытып ала. Был мәсьәләне лә кәңәшмәлә ҡатнашыусылар көн үҙәгенә сығарҙы.
Урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллиндың әйтеүенсә, 20 июлгә Башҡортостан урмандарында 117 янғын теркәлгән, шуның 28-е кешенең ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуына бәйле. Шулай уҡ йәшен дә — ут тоҡаныуҙың төп сәбәптәренең береһе. Июлдә генә лә 72 янғын теркәлгән. Һуңғы көндәрҙә бигерәк тә Баймаҡ, Бөрйән, Белорет, Йылайыр, Күгәрсен, Ейәнсура райондарында янғын күләменең артыуы күҙәтелә. "Ҡыҙыл әтәс" ҡоторған һәр биләмә Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтарының иғтибар үҙәгенә алынған. Шуға күрә 19 районда янғынға бәйле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән, уға ярашлы ауыл һәм урман биләмәләрендә усаҡ яғыу, сүп-сар һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын үртәү ҡәтғи тыйыла. Авиация патруле, 1200 урман инспекторының даими күҙәтеүе ойошторолған. Әлегә урман янғынын һүндереүгә урындағы халыҡ йәлеп ителмәгән, был эш, нигеҙҙә, тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең көсө менән башҡарылған.
Бигерәк тә Йылайыр районында хәлдәр мөшкөл икән – бында йәмғеһе 145 гектар майҙанда 29 янғын теркәлгән. Утҡа ҡаршы көрәшкә ныҡлап тотонғандар, урманда патруль тәүлек әйләнәһенә ойошторолған. Берҙәм көс менән утты ауыҙлыҡлауға өлгәшкәндәр. Район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллиндың әйтеүенсә, урманды ҡуртымға алғандарҙың яй ҡуҙғалыуын (уларҙың ҡайһы берәүҙәре райондан ситтә көн итә) һәм янғын һүндереүсе техниканың етмәүен утҡа ҡаршы көрәшкә аяҡ салған сәбәп тип атарға була.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә