Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юлдарҙы ҡояш батареяһы яҡтыртасаҡ
Юлдарҙы ҡояш батареяһы яҡтыртасаҡТәүгеләрҙән булып ҡояш көсөн электр энергияһына Архимед әүерелдергән, тиҙәр. Легендаға ярашлы, римдар диңгеҙ аша уның тыуған Сиракузаһына инергә ниәтләнгәс, ул ярҙа ҡеүәтле алты ҡырлы көҙгө ҡуйҙырта. Улар, ҡояш нурын фокуслап, түҙеп торғоһоҙ эҫелек булдыра, хатта йөҙөп килеүсе дошман караптары көл-күмергә әйләнә, имеш.

Бөгөн федераль трассаларҙа ҡуйылған заманса яҡтыртыу приборҙарының эше лә ошо принципҡа таянып ҡоролған. М-7 "Волга" юлында монтажлау тамамланып килә, ә М-5 "Урал"да башланып ҡына тора. Уның принцибы ябай — махсус фотоэлектрик модулдәр иҫәбенә туранан-тура ҡояш энергияһы электр энергияһына әүерелдерелә. Автоном яҡтыртыу системаһының төп ыңғай яғы — инженер селтәрҙәренә һәм коммуникацияларға ихтыяж юҡ. Тәү сиратта, электр тапшырыу линияларына сығым булмаһа, икенсенән, уларҙы үткәреү өсөн дә аҡса түгеү кәрәкмәй. Шулай уҡ ер бүлеү менән шөғөлләнеү ҙә артыҡ мәшәҡәт кенә. Ә был, мәғлүм булыуынса, байтаҡ министрлыҡ һәм ведомстволар менән килешеүгә оҙаҡ ваҡыт талап итә, ҙур ғына финанслау ҙа кәрәк.
Тағы ла бер ыңғай яғы — энергия һаҡлау талаптары ла хәл ителә. Электр энергияһына хаҡтар менән барыбыҙ ҙа яҡшы таныш. Быйыл ошондай 64 автоном яҡтыртыу системаһы ҡуйыласаҡ, ул үҙ сиратында электр энергияһында ғына 250 мең һум аҡсаны экономиялауға килтерәсәк.
Был инновация технологиялары юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә лә ярҙам итәсәк, тип иҫәпләй "Һамар — Өфө — Силәбе" автомагистрале идаралығы етәксеһе Радмир Ваһапов. Ни өсөн тигәндә, статистикаға ярашлы, йәйәүлеләрҙе тапатыу йышыраҡ ҡараңғы ваҡытҡа тура килә. "Был мәсьәләне юғары технологиялар ярҙамында хәл итеп, юл-транспорт фажиғәләрен ҡырҡа кәметербеҙ тип уйлайбыҙ", — ти ул.
Әле Өфөнөң егерме ике йәйәүлеләр үткәүеле һәм автобус туҡталышында ҡояш батареяһы файҙаланылған яһалма яҡтыртыу ҡуйыла. Йәйәүлеләр үткәүелендә ул юл һыҙатының ике яғына ла урынлаштыраласаҡ, тимәк, бөтә яҡтан да яҡты төшөп торасаҡ.
Шуныһы: ҡояш беҙҙә йылына 365 көн рәттән яҡтыртмаясаҡ бит әле. Болотло көндәрҙә система нисек эшләр икән, тигән һорау борсой ҡайһы берәүҙәрҙе. Белгестәрҙең яуабы әҙер: аккумуляторҙар ҡышҡы осорҙа ла, ҡояш болоттар артында йәшенеүенә ҡарамаҫтан, көндөҙгө яҡтылыҡтан көс аласаҡ.
"Һамар — Өфө — Силәбе" автомагистрале идаралығы белгестәре был системаны юлдарҙа тәүге тапҡыр ҡуллана. Система плюс 30-ҙан минус 70-кә тиклем градуста эшләй ала. Аккумуляторлы батареяларҙың тулы ҡеүәте 72 сәғәт туҡтауһыҙ эшләп, 25 йыл хеҙмәт итеүгә иҫәпләнгән.
И. ӘХМӘҘИЕВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә