Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ете тарафтан ете хәбәр
Археологтар Ирәндек итәген өйрәнә

Яңыраҡ Баймаҡ районының Семеновск ауылы эргәһендә, Ирәндек итәгендә, 25 кешенән торған археологик экспедиция үҙ эшен башланы.
Бында БДУ, БДУСИ-ның юридик факультетының тарих бүлеге студенттары, 24-се һөнәрселек лицейы уҡыусылары һәм Өфөнән килгән ғилми хеҙмәткәрҙәр бер нисә боронғо ҡурғанды тапҡан. Эҙләнеү эштәре “Ирәндек” тарих-археология һәм ландшафт музей-ҡурсаулығы проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә. Әлегә бронза быуатҡа ҡараған бала, үҫмер, оло кеше ерләнгән урындар табылған.
“Һаҡмар”.


Башҡорт балалары өсөн үҙәк асыла


Сентябрҙән Силәбе ҡалаһында “Афарин” тип аталған балалар ижады үҙәге эшләй башлаясаҡ. Унда 6–12 йәштәге башҡорт балалары ҡабул ителәсәк. Уҡытыу программаһы өс йылға иҫәпләнгән.
Балалар башҡорт мәҙәниәтен төрлө яҡлап (халыҡ хореографияһы һәм вокалы, сәхнә телмәре, фольклор, милли йолалар, туған телдә аралашыу) өйрәнәсәк. Үҙәк ҡаланың “Кировец” кинотеатры бинаһында урынлашасаҡ. Әле унда төҙөкләндереү эше бара. Үҙәктең етәксеһе Майтап Вәлитова әйтеүенсә, бында бөгөндән егерменән ашыу кеше яҙылған, көн һайын ата-әсәләрҙән яңынан-яңы шылтыратыуҙар ҡабул ителә.
“Көньяҡ Урал панорамаһы”.


Һөт муллығы – йәйләүҙә

Борай районы хужалыҡтары һауынсылары бер тоннанан ашыу һөт һауып ала.
Мал ҡарау техника, махсус ҡоролмалар ярҙамында башҡарыла. Йәйләүҙә һауынсыларға ла уңайлы шарттар булдырылған. Мәҙинә Тимерғәлиева, Ания Закирова, Зөлфиә Вәлитова 150 баш һыйыр һауа. Көтөүселәр Мәғәфүр Муллағәлиев, Йәүҙәт Арманшин, Нәжметдин Әхмәҙиев, Федор Шафиҡов һыйырҙарҙы кисен дә көтөүлектә йөрөтә. Мал аҙығы аяҡ аҫтында булған осорҙо мөмкин тиклем файҙаланып ҡалырға тырыша улар.
“Алға”.


Диниә назараты китап сығарасаҡ

Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты яңы китап әҙерләй. Баҫма ойошманың 20 йыллығына арнала.
Унда мөфтийәт тарихы, уның төҙөлөшө, ислам динен уҡытыу йорттары, район һәм ҡалалар мөхтәсибиәттәре тураһында мәғлүмәт индереләсәк. Бында, рәсми документтарҙан һәм мәҡәләләрҙән тыш, фоторәсемдәргә лә ҙур урын бирелгән.
“Рисәләт”.


Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн

Ҡалтасы районы хакимиәте етәксеһе Рәүис Нуретдинов 54 йыл бергә ғүмер иткән Мария менән Адольф Алексеевтарға тантаналы рәүештә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалын тапшырҙы.
Ғаилә башлығы Адольф Николаевич Бөрө дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында белем алғандан һуң, 1961 йылдан Кәлтәй мәктәбендә уҡытҡан. Ул — хеҙмәт ветераны, Кәлтәй ауыл биләмәһе депутаты. Хәләл ефете Мария менән биш ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Әле бәхетле пар 12 ейән-ейәнсәренең уңыштарына ҡыуанып йәшәй.
“Заря”.


Үҫмерҙе йәшен һуҡҡан

Ошо көндәрҙә Балтас районының Уҫман ауылында ҙур фажиғә була. Ҡапыл көн болотлап, йәшенле ямғыр башлана. Көтөү көтөп йөрөгән үҫмерҙе йәшен һуға һәм ул шунда уҡ һәләк була.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәшен ваҡытында асыҡ ерҙә, яңғыҙ ағас аҫтында ҡалмаҫҡа, һаҡланыу сараларын күрергә саҡыра.
“Башинформ”.


Роберт Миһранов — чемпион!

Украинаның Скадовск ҡалаһында универсаль көрәш буйынса үткән донъя беренселегендә яҡташыбыҙ Роберт Миһранов чемпион исемен яуланы! Быға тиклем дә малай төрлө кимәлдә уҙғарылған ярыштарҙа йыш ҡатнашҡан. 12–13 йәшлектәр төркөмөндәге бәйгелә Роберт Украина һәм Финляндия спортсылары менән көрәшкән.
Миһрановтар – сәләмәт тормош алып барған, спорт яратҡан ғаилә. Роберттың олатаһы — билдәле марафонсы, ветерандар араһында еңел атлетика буйынса донъя чемпионы Рауил Миһранов ейәненең уңышына шатланып бөтә алмай.
“Торатау”.

Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә