Белгән кешеләр уны “Алла бәндәһе” тип йөрөтә. Һис ниндәй закондарға яҙылмаған, ҡанундарға теркәлмәгән ошондай исемдәр хатта иң популяр һәм мәшһүр шәхестәргә лә эләгеп бармай. Уға лайыҡ булыу өсөн үҙ һөнәреңдең оҫтаһы булыу ҙа, йомартлыҡ та, хатта талант та етмәй. Халыҡ һине “Алла бәндәһе” тип атаһын өсөн Рәшит Ғәзиз улы Баҙыҡов булыу мотлаҡ. Бөгөнгө бер кәлимә генә һүҙ — ошо олуғ ғалим, табип һәм ғәжәйеп шәхес тураһында.
Кеше табип менән аралашыуҙан ҡәнәғәтлек аламы? Хәйер, бындай һорауҙы бирергә яраймы икән? Күңеле болоҡһоғанда һәр кем әсәһен хәтергә төшөрә. Тормош юлындағы ауыр мәлдәрҙә яҡындарынан терәк-таяныс эҙләй. Физик һыҙланыуҙарҙан яфаланһа, табипҡа йүгерә. Уның бүлмәһенә инеү менән ауыртыуҙар юҡҡа сыҡҡандай тойола, әйтерһең дә сир табиптан ҡурҡып, баҫылып ҡала.
Үҙ ғүмерендә бер генә әҙәм заты ла табипҡа бармай ҡалмайҙыр, моғайын. Уның менән осрашыу, аралашыу — йәшәйешебеҙҙең бер өлөшө. Башҡаларҙың хәлен аңлаған, ауыртыу-һыҙланыуҙарын йөрәге аша үткәргән ошо шәхестәрҙе ябай, ғәҙәти кешеләр категорияһына индереү мөмкин түгел. Шәхесен идеаллаштырыу, уның профессияһына дан йырлау ғына ла етмәй.
Был һөнәр эйәләре хаҡында яҙыу бик ҡыйын, сөнки гәзит биттәрендә әленән-әле донъя күргән “дежур” рәхмәт һүҙҙәре уларҙың һөнәри квалификацияһына ла, кешелек сифаттарына ла баһа булараҡ иҫәпләнә алмай. Ошо “дежур” һүҙҙәрҙән ҡурҡыу ғәләмәтеме, ләкин Рәшит Ғәзиз улы Баҙыҡов хаҡында яҙырға оҙаҡ баҙнатым етмәне. Мин икеләнеүҙәр менән ғазапланған арала тәүәккәлерәк коллегаларым мәшһүр профессор-онколог тураһында күпте һөйләп тә өлгөрҙө. Миңә үҙемдең ҡыйыуһыҙлығым өсөн үкенергә һәм ҡәләмдәштәремдең булдыҡлылығынан көнләшергә генә ҡала, сөнки Рәшит Баҙыҡов — абруйлы, арҙаҡлы шәхес, уны берәү менән дә сағыштырыу мөмкин түгел. Табип менән осрашыуҙы бәхет тип атап буламы-юҡмы, әммә профессор Баҙыҡов менән төрлө йылдарҙа һәм төрлө хәл-шарттарҙа күрешергә тура килде. Интеллигент, тәрбиәле кеше булараҡ, дауахананан ситтә ул сир, ауырыуҙар тураһында һөйләшмәүҙе хуп күрә ине, ә миңә, профессорҙың эшмәкәрлек даирәһенән алыҫ торған әҙәмгә, белер-белмәҫ көйө юҡ-бар һорау менән уның башын ҡатырыу килешкән эш түгел. Әлбиттә, ипле, итәғәтле Рәшит Ғәзиз улы бындай һөйләшеүҙән дә баш тартмаҫ ине.
Һуңғы йылдарҙа яҙмыш ғаиләбеҙгә ҡараңғы сырайын күрһәтте. Табип менән йышыраҡ осрашырға тура килде. Хәйер, Баҙыҡов менән һәр осрашыу мәҡәлә яҙған кешегә баһалап бөткөһөҙ ҙур бүләк ине. Уның менән аралашыу ҡайҙа ла ҡыҙыҡлы: эш бүлмәһендәме, арып-талып сираттағы операциянан сыҡҡасмы, яҡташтары — саҡмағоштарҙың ҡунаҡсыл тирмәһендәме. Дан-шөһрәт тә, бихисап наградалар ҙа профессорҙың асылын үҙгәртә алмаған. Әйтерһең дә, улар Рәшит Ғәзиз улынан бөтөнләй айырым юҫыҡта йәшәй. Табип абруйы менән маһайыу түгел, тәжрибәһе, белеменең әһәмиәтенә, бөтә Рәсәйҙә танылыу яулауына ишара яһауҙы ла үҙһенмәйәсәк. Баҙыҡовтың ордендары ла, маҡтаулы исемдәре лә барлығын беләм, шулай ҙа коллегалары биргән “Йыһандың көньяғындағы иң яҡшы торакаль онколог” һәм “Заманалар онкологы” исемдәре күңелемә яҡыныраҡ тойола. Башҡортостан Республикаһының Онкологтар союзы уға ошондай баһа биргән. Ә табип өсөн бынан да, шулай уҡ пациенттарының яҡын күреүенән дә ҡиммәтерәк нәмә бармы икән?
Кешене яҡшыраҡ белеү өсөн беҙҙең башҡорт халҡы, иң элек, уның нәҫел-ырыуы, шәжәрәһе, тыуып үҫкән төбәге, эскән һыуы, ошо ерҙә яңғыраған йыр-моң менән ҡыҙыҡһынған. Бәлки, был йола тотоу күренеше генәлер, ләкин мин әле булһа кешенең холоҡ-фиғелен, тормошҡа ҡарашын, хатта ҡиәфәтен тыуған төйәгендәге йылға-күлдәр, урман-тауҙар билдәләүенә инанам.
Саҡмағош — Рәшит Ғәзиз улының һөйөклө атайсалы. Был ер минең өсөн дә бик ҡәҙерле һәм яҡын, сөнки нәҡ бында тоғро, ысын дуҫтар таптым, күңел йылылығын тойҙом. Ошо көндәрҙә данлы улдарының береһен 80 йәше тулыу менән тәбрикләгән район Башҡортостандағы иң ҙур административ берәмек түгелдер ҙә, әммә Баҙыҡов өсөн уның иң бөйөк, иң бай һәм иң гүзәл төйәк булыуына иманым камил. Табип бик күп сит илдәр гиҙгән, Көнбайыш менән Көнсығыштың ҙур-ҙур ҡалаларын күргән, медицина өлкәһендәге данлыҡлы ғалимдар менән аралашҡан, төрлө шишмә һыуҙарын да тәмләп ҡараған. Шулай ҙа Саҡмағош туғайҙарынан, ундағы уңдырышлы тупраҡтан, саф һыуҙарҙан да күңеленә яҡыныраҡ ер юҡтыр уның өсөн. Саҡмағошҡа ҡайтҡан һайын Рәшит Ғәзиз улы иң элек нәҡ ошо шишмә һыуынан ауыҙ итәлер, унан көс-ҡеүәт алалыр, моғайын.
Һуңғы йылдарҙа Саҡмағош һәм уның халҡы тураһындағы документаль китап яҙыу бәхете тейҙе миңә. Район тарихына күҙ йүгертеп сығыу менән үҙемдең уның хаҡында бик аҙ хәбәрҙар булыуымды асыҡланым. Ә был төбәк етештереү, фән, әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендәге ғәйәт күп арҙаҡлы шәхестәрҙең тыуған ере булыуы менән үҙенсәлекле. Медицина фәндәре докторҙарын ғына ла ошо ер тиҫтәнән ашыу биргән. Уларҙың йондоҙлоғонда бөйөк офтальмолог Ғабдулла Хәбир улы Ҡоҙаяров менән данлы онколог Рәшит Ғәзиз улы Баҙыҡовтың йондоҙҙары иң сағыу янғаны. Сөнки улар танылған профессионализмдан тыш, Хоҙайҙан бирелгән илаһи талантҡа, һәләткә эйә. Был һәләт Рәшит Ғәзиз улына ата-бабаларынан — боронғо митрәйҙәрҙән күскәндер, моғайын. Документтарҙан күренеүенсә, башҡорттарҙың аҫаба ерендә урынлашҡан Митрәй-Әйүп ауылына 1635 йылда Ҡыр-Йылан улусы типтәрҙәре нигеҙ һалған. Бөгөн дә ошо ҙур ауылда башҡорттар һәм татарҙар ҡайғы-шатлыҡтарҙы уртаҡлашып, дуҫ-татыу көн күрә, бөтә республикала танылыу яулаған “Базы” ауыл хужалығы кооперативында тырышып эшләй. Профессорҙың яҡташтары әүәл-әүәлдән игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Митрәйҙә (ауылдың икенсе исеме) ҡасандыр мәсет, уның ҡарамағында мәҙрәсә булған, кибет, Базы йылғаһында дүрт һыу тирмәне эшләгән. Тимәк, ғалимдың тамырҙары борон-борондан тырышлыҡ, ғилемлелек, яуаплылыҡ һәм тәбиғәттән бирелгән кешелеклелек сифаттары менән һуғарылған.
Рәшит Ғәзиз улының бала сағына күҙ һалһаҡ, уның күп йәһәттән тиҫтерҙәре яҙмышына оҡшаш булыуын асыҡларбыҙ. Һуғыш осоро балалары иңенә төшкән ҡайғы-михнәттәр хаҡында әйтеп тороу кәрәкме икән? Профессорҙан әллә ни күпкә йәш түгелмен, шуға күрә Баҙыҡовтың шәхес булараҡ аяҡҡа баҫыуы осорондағы тормош юлын күҙ алдына килтереү өсөн артыҡ көс һалыуҙың кәрәге юҡ миңә. Рәшит Ғәзиз улының ата-әсәһе өс ул һәм бер ҡыҙ балаға ғүмер биргән. Рәшит иң олоһо булғанға күрә, иң ауыр эштәрҙе лә уға башҡарырға тура килә. Хәйер, быларҙың барыһы ла Баҙыҡов быуыны өсөн ғәҙәти күренеш һанала. Ләкин Рәшит физик һәм рухи төшөнкөлөктә үҫә тип уйларға ярамай. Ата-әсәһе тынғыһыҙ, тиктормаҫ, зирәк улдарының изге күңелле, кешелекле асылын тоя, күрә. Атаһының өс йәшлек улына тальян гармун бүләк итеүе лә осраҡлы түгелдер. Олоғайғас инде үҙе баян һатып ала. Әле лә Баҙыҡовтың йыр-моңо талапсан, ҡәтғи һөнәре менән йәнәш бара. Бар булмышы йыр-моң менән һуғарылған кешеләрҙең күңелендә ҡара тап булмай тип әйтеүҙәре раҫтыр. Әйткәндәй, табип һөнәре менән музыка араһында ниндәйҙер бәйләнеш булыуын тойомлайым, сөнки доктор тән сихәте биреү менән бергә кеше күңеленә яңы йәшәү көсө лә өрә бит.
Хирург, профессор Рәшит Ғәзиз улы Баҙыҡов хаҡында Башҡортостандың да, Мәскәүҙең дә ҡәләм оҫталары бик күп яҙҙы. Коллегаларымды яҡшы аңлайым: ғалимдың карьераһы түгел, ә юғары оҫталыҡты, ғәжәйеп һиҙемләү һәләтен, бөтмәҫ көс-дәртте һәм ябайлыҡты бергә туплаған табиптың үҙенсәлекле булмышы ылыҡтыралыр уларҙы. Торакаль хирург Баҙыҡов үҙ практикаһында ун меңдән ашыу операция яһаған, тиҙәр. Әйтеүе генә еңел. Асылда иһә, һәр операция теоретик яҡтан ентекле әҙерләнә, тикшерелә, практикала һынала. Ә бит был ҡатмарлы дауалау сараһының башы ғына. “Яҡшы белгес сирҙе асыҡлағанда һиҙгер, дауалағанда аҡыллы, зирәк була. Әммә был ғына ла етмәй: ул үҙ-үҙен аямаҫҡа, сирле кешене йәнһеҙ объект кеүек түгел, ә шәхес булараҡ ҡабул итергә тейеш…” — тигән инглиз табибы Хью Кейрнс. Хәүеф, ауыртыу-һыҙланыуҙар, күңелһеҙ тойғолар, өмөттәр менән һуғарылған Республика онкология диспансерында профессор Баҙыҡовты иртә таңдан күрергө мөмкин. 80 йәшлек ир-уҙаман егеттәргә хас еңеллек менән баҫҡыс буйлап әле өҫкә, әле аҫҡа йүгерә, кабинеттарға, лабораторияларға ашыға, пациенттар менән аралашырға ла ваҡыт таба. Диспансерға килеүселәр Баҙыҡов менән осрашып, шик-шөбһәләрен, ҡайғыларын һөйләгәндән һуң, унан өмөт уятырлыҡ һүҙ ишетеүгә иҫәп тотоуы сер түгел. Табиптың исеме, уның йыуатып әйткән һәр һүҙе тылсымлы көскә эйә. Профессор быны яҡшы белә, шуға ла үҙен тотошо, ҡарашы, бар булмышы менән кешеләрҙең ышанысын аҡларға тырыша. Рәшит Ғәзиз улы бер ваҡытта ла пациенттарҙы түрәләргә һәм ябай эшселәргә, яҡташтарға һәм сит-яттарға айырып ҡарамай. Иң мөһиме — ул сирлеләрҙең хәлен еңеләйтеүгә, тынысландырыуға, йылы һүҙгә ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә. Минеңсә, табиптың көсө тап ошоға ҡорола. Һәм ул йыш ҡына скальпелгә һәм дауалау сараларына ҡарағанда күпкә һөҙөмтәлерәк була.
Күреүегеҙсә, мин медицина тураһында тәфсирләп һөйләп тороуҙы кәрәк тип тапманым. Шулай яҡшыраҡ булыр, тигән фекерҙәмен, сөнки белмәйенсә нескә инструментҡа ҡағылырға ярамай.
Ғәййәр йылға бәләкәй генә шишмәнән башлана. Тәүге арала һәр ташты, һәр тамырҙы урап үткән кескәй ағым алға барған һайын ғәйрәтләнә төшә, таулы һикәлтәләрҙә осраған аҡ ҡайындарға, йәш үләндәргә йәшәү көсө биреп, һаман алға ынтыла. Йылғалар Ер-әсәнең ҡуйынында тыуа һәм яҙмыш ҡушҡан яҡҡа юл яра. Кешене лә бит ғүмер буйлап яҙмышы һәм ынтылыштары алға әйҙәй.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.