Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яңы һулыш алды Белорет
Яңы һулыш алды БелоретРеспубликабыҙҙың бай тарихлы ҡалаларының береһе — Белорет уҙған шәмбелә үҙенең 250 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Был көн металлургтарҙың һөнәри байрамы менән дә тап килгәс, урындағы халыҡ икеләтә шатлыҡ кисерҙе. Оло байрам уңайынан бик күп төҙөкләндереү эштәре башҡарылды, ҡала яңы һулыш алғандай тойолдо. Белореттарҙы иҫтәлекле ваҡиға уңайынан ҡотларға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов килде.

— Бөгөн ошондай күркәм ҡалала булыуыма шатмын, — тине Рөстәм Зәки улы. — Белорет һуңғы йылдарҙа ныҡ үҙгәрҙе: урамдар төҙөкләндерелә, йорттар төҙөлә, яңы Яңы һулыш алды Белоретобъекттар сафҡа инә. Ҡаланың төп предприятиеһы — металлургия комбинаты коллективының фиҙаҡәр хеҙмәте лә ҡыуандыра. Дөйөм алғанда, Белорет — республикабыҙҙың иң яҡшы ҡалаларының береһе, уның киләсәге яҡты. Бында һәйбәт кешеләр йәшәй. Шуны әйткем килә: ҡала үҫһен һәм заманса булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Артабан Рөстәм Хәмитов алдынғы металлургтарға һәм башҡа тармаҡта эшләгән хеҙмәткәрҙәргә юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев та бар ине. Уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.

Яңы һулыш алды БелоретБелорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов та ҡотлау һүҙе менән сығыш яһаны.
— Беҙҙә үҙ ерен яратҡан һәм уны күркәмләндерергә тырышҡан халыҡ йәшәй, — тине Владислав Геннадиевич. — Изге эштәге ярҙамығыҙ өсөн бөтәгеҙгә лә рәхмәт белдерәм.
Владислав Миронов шулай уҡ Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа ҙур иғтибары өсөн урындағы халыҡ исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Металлургтар майҙанында Президент “Белорет — кисә, бөгөн, иртәгә” күргәҙмәһе менән танышты. Урындағы сәнәғәт предприятиелары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм социаль учреждениелар ҡаланың үҫеш юлын, бөгөнгө иҡтисади хәлен асыҡ сағылдырҙы.
Рөстәм Хәмитов ошонда уҡ урынлашҡан “Металлург” кинотеатрына ла инеп сыҡты. 1954 йылда төҙөлгән бина, яраҡһыҙ хәлдә булыуы сәбәпле, ике тиҫтә йылға яҡын ябыҡ торҙо. Капиталь төҙөкләндереү эшенән һуң, 260 урынлыҡ кинотеатр йәнә үҙ ишектәрен асты. Әйткәндәй, ҡаланың архитектура ҡомартҡыһы тип иҫәпләнгән бинаны сафҡа индереүгә яҡынса 27 миллион һум аҡса тотонолған.
Рөстәм Зәки улы “Ынйыҡай” балалар баҡсаһын асыу тантанаһында ла ҡатнашты. Ҡояштай балҡып торған күркәм йортта кескәйҙәр өсөн барлыҡ шарттар булдырылған, хатта бассейн да бар. Яңы балалар баҡсаһында 12 төркөм буласаҡ. Әле таусылар ҡалаһында 220 урынлыҡ йәнә берәүһе төҙөлә. Абҙаҡ ауылында, Инйәр ҡасабаһында ла Яңы һулыш алды Белореттиҙҙән ялтлап торған балалар баҡсаһы буласаҡ, тип һөйөнсөләй етәкселәр.
“Морат” тау-саңғы базаһындағы төҙөлөш барышы менән дә ҡыҙыҡһынды республика башлығы. Ҡасандыр ул гөрләп торған, хатта Союз кимәлендәге ярыштар уҙғарылған. 1971 — 2006 йылдар эсендә базаның спорт мәктәбендә биш халыҡ-ара, 32 СССР-ҙың спорт мастеры, 66 спорт мастерлығына кандидат тәрбиәләнгән. Бөгөнгө көндә тау-саңғы базаһы хәҙергеләренән күпкә ҡалыша. Шуға ла республика Президенты уны яңыртыу, заман талаптарына тап килтереү хаҡында ҡарар ҡабул иткәйне. Әле унда яһалма ҡар түшәү системаһы урынлаштырыла.
Был көндә 13 балалы Ермиловтар ғаиләһенә лә ҙур ҡыуаныс килде. Күп балалы ғаиләнең өйө янып китеп, кескәй генә йортта көн күреүҙәре хаҡында гәзиттәрҙә яҙылғайны. Республика етәкселеге ҡарары буйынса Ермиловтарға 213,8 квадрат метрлы яңы йорт бирелде. Хәҙер унда бөтәһенә лә урын етә. Балалар сыр-сыу килеп, бүлмәнән бүлмәгә йүгерешә. Хакимиәт башлығы тейешле документтарҙы тантаналы рәүештә тапшырғанда улар ҡыуанысын йәшерә алманы.
— Беҙгә ҡаланан ике ҡатлы йорт биреүҙәрен ишеткәс, тәүҙә ышанманыҡ, — ти Валерий Ермилов. — Балалар ҙа теге өйөбөҙгә ҡасан ҡайтабыҙ тип өҙмәй ҙә ҡуймай. Бында иркен, таҙа, мунсаһы ла бар. Иғтибарҙан ситтә ҡалдырманылар — шуға ҡыуанабыҙ.
Кис Металлургтар стадионында Рәсәйҙең эстрада йондоҙҙары халыҡҡа йыр-моң бүләк итте.
Айгиз Баймөхәмәтов




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә