Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һынауҙарға баш эймәй
Ҡайһы саҡта эш, тормош мәшәҡәттәренә сумып, мөһим нәмәләрҙе күҙ уңынан ысҡындырабыҙ. Йәмәғәт хәстәре менән йөрөгәндә, үҙем депутат булып торған округтағы Нәширбановтар ғаиләһе менән әңгәмәләшмәһәм, был яҙма ла хасил булмаҫ ине.

Йорт хужаһы Зариф ағайға 81 йәш, ләкин төҫөнә ҡарап үҙ йәшен бирерлек түгел. Мин был турала әйткәс, ул:
— Туғыҙынсы тиҫтәгә лә төҫ ташламай кереүем менән бына апайыңа бурыслымын, — тине, тормош иптәшенә ымлап. — Аллаға шөкөр, 58-се йыл бергә торабыҙ. Балаларыбыҙға гел уйынлы-ысынлы шуны һөйләйем: әсәйегеҙ тормош йөгөн һәйбәт тартты, уны маҡтап яҙһаң да, хата булмаҫ. Ул ҡарамаһа, мин былай йәшәй алмаҫ инем. Энем, һинең менән ошолай һөйләшеп ултырыу ҙа насип итмәҫ ине, бәлки.
Әңгәмәбеҙ бына шулай бик йылы башланды. Зариф ағай менән Нәҡиә апайға һорау артынан һорау яуҙырам, улар ихлас яуап биреп кенә ҡалманы, фәһемле, ғибрәтле хәлдәрҙе лә бәйән итте.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Зариф ағайға 11 йәш була. Аталары Ғариф яу ҡырынан иҫән ҡайтһа ла, һуғышта алған яралары уны бик тиҙ яҡты донъянан алып китә. Йортто ҡарау, һеңлеләре Заһиҙа менән Шәһиҙәне тәрбиәләү Тайбә әбей менән Зарифтың иңенә төшә.
— Ун ике йәшемдән колхозда эшләй башланым, — тип хәтерләй әңгәмәләшем. — Ҡул көсө менән күтәреп тә, ат егеп тә күп эш башҡарырға тура килде. Айырыуса ат менән һабан һөрөүҙәр ныҡ иҫтә ҡалған. Яланда ҡунып эшләй торғайныҡ. Эштең бер ыңғай яғы бар ине: көн һайын кискә өйгә 200 грамм он ҡайта.
Йәше еткәс, ул дүрт йыл Алыҫ Көнсығышта хәрби хеҙмәттә була. Ҡайтҡас, Асҡында уҡып, тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Шунан, хаҡлы ялға киткәнсе, 40 йыл механизатор булып эшләй. Төрлө маркалы тракторҙарҙы хеҙмәтләндерергә тура килә уға. Көндәшлелә бәләкәй станция төҙөләсәк йылда Зариф ағай ҡыш буйы электр бағаналары ташый.
— Хеҙмәтемде етәкселәр күрә, баһалай белде. Маҡтау грамоталарым күп, икебеҙ ҙә хеҙмәт ветераны. Нурлығаян Таҡаев колхоз рәйесе булған ваҡытта велосипед менән бүләкләнеүем айырыуса хәтеремдә. Унан һуң “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн”, Бөйөк Еңеүҙең юбилейҙарына бағышлап бирелгән дүрт миҙалым бар, — тине ул.
Мине, әлбиттә, уларҙың ғаилә ҡороу тарихы ла ҡыҙыҡһындыра ине, сөнки, ишетеп белеүемсә, геройҙарым димләү буйынса ҡауышҡан, ә уға ҡәҙәр бер-береһен белмәгән. Танышыуҙарына Хәкимйән Дәүләтшин тигән Көндәшле кешеһе сәбәпсе булған. Ҡатыны — Асҡын районы Үрәкәй-Шишмә ауылынан килен булып төшкән Йәннәт апай Ҡариҙел районы Тирмән ауылы һылыуы Нәҡиә менән ике туған. 1953 йыл аҙағында танышҡан йәштәр эште оҙаҡҡа һуҙмай: 1954 йылда никах уҡыталар, ә 8 мартта ауылда туй яһала.
— Ул ваҡытта машина менән килен төшөрөү мөмкинлеге юҡ ине, — тип һүҙгә ҡушыла Нәҡиә апай. — Дүрт атты егеп, арсыйҙар менән килдек. Бик йылы ҡабул иттеләр. Шулай йәшәп киттек. Зариф ағайың беҙҙең ҡушылыуҙы, телевизорҙан күрһәткәнсә, “бер күреүҙән мөхәббәт” тип атай. Ысынлап та, таныштыҡ та, бер-беребеҙҙе оҡшаттыҡ та, өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Беҙҙең мөхәббәт ваҡыт уҙған һайын нығый барҙы, 58 йыл бергә тороп, бер мәртәбә лә һүҙгә килешмәнек, һәр мәсьәләне уртаға һалып хәл иттек. Тик бына заманалар үҙгәреп, донъялар матурланыуға ҡартайып өлгөрҙөк шул. Мансур Ғилметдинов беҙҙең туйҙа кейәү егете ине. Ул һуңғы йылдарҙа беҙгә килгән һайын: “Нәҡиә, мин бындай ҡарт әбей түгел, матур ҡыҙ алып килгәйнем, ул ҡайҙа һуң?” — тип шаярта ине. Бына шулай йәшлектән ҡартлыҡҡа юл бик ҡыҫҡа икән.
— Балаларыбыҙҙан уңдыҡ, — тип һүҙҙе ҡеүәтләй Зариф ағай. — Оло ҡыҙыбыҙ Розалиә Сәйтәктә йәшәй, Рәзифәбеҙ — Балтаста, Йәүһәриә — Ҡариҙел районының Тайҡаш, Раушания шул төбәктең Байҡы-Юныс ауылында үҙ бәхетен тапты. Рәхмәт барыһына ла, ярҙамлашып торалар. Бигерәк тә Балтастағы Булат ейәнем ике араға туҙан төшөрмәй. Ә бына улыбыҙ Тәбрис ғаиләһе менән беҙҙән урам аша ғына йәшәй, үҙе лә, балалары ла иң яҡын ярҙамсыларыбыҙ. Әнфисә килен тураһында һөйләп тораһы ла юҡ. Ул һауыт-һаба йыуырға булышһынмы, йә булмаһа, хәлебеҙҙе белеп һөйләшеп кенә ултырһынмы — уның менән аралашҡандан күңел яҡтырып китә. Уҡытыусы ул, көнө-төнө мәктәптә, балалар бик ярата үҙен. Нисек шулай барыһына ла өлгөрәлер — Зариф ағай килененә шундай матур баһа бирҙе.
...Хушлашҡанда Зариф ағай үҙенең ауылда йәшәүенә һис кенә лә үкенмәүен әйтте. Нәҫелдәштәре менән дә ғорурлана. Ике туған ағаһы Хәтмулла ғүмере буйы комбайнсы, механик, бригадир ярҙамсыһы булды. Хәҙер лайыҡлы ялда. Ғөмүмән, Нәширбановтар нәҫеле ауылда күп, улар төрлө тармаҡта тырыш хеҙмәт итә һәм ғаилә өлгөһөн күрһәтә.
Мәғдән ФАЗЫЛОВ.
Балтас районы,
Көндәшле ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә