Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Арыҫлан атаһының ҡәберен тапты
Арыҫлан атаһының ҡәберен таптыМотаһар Лоҡманов 1943 йылдың 1 ғинуарында, 30 йәше тулған көндө һәләк була. Ғаиләһе, шул иҫәптән улы Арыҫлан да, оҙаҡ ваҡыт уның ҡайҙа ерләнгәнен белмәй.

Арыҫлан Мотаһар улы Рәсәй Оборона министрлығы архивтары менән хатлаша башлай. Унан килгән яуаптар атаһының Ростов өлкәһендә һәләк булыуын асыҡларға ярҙам итә. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы байрам ителгән көндәрҙә Арыҫлан Лоҡманов шул төбәккә юллана. Ростов өлкәһенең Королев утары биләмәһендә атаһы ерләнгән урындағы обелискка сәскә һәм Башҡортостандан килтерелгән бер ус тупраҡ һала.
Район башлығы Башҡортостандан килгән ҡунаҡҡа атаһының исеме обелискка уйып яҙыласаҡ, тип вәғәҙә итә. Әммә республикабыҙға ҡайтҡас, архивтан сираттағы хат килә. Унда Мотаһар Динмөхәмәт улының Дубовское ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай ете-һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта ерләнеүе хаҡында хәбәр ителә. Һуғыштан һуң мәрхүмдәрҙең кәүҙәһе Вербовой Лог ауылына күсерелгән икән. Обелискта 29 яугирҙең, шул иҫәптән яҡташыбыҙҙың да исем-шәрифе күрһәтелмәгән. Быйылғы Еңеү көнө алдынан Арыҫлан Лоҡманов Ростов өлкәһенә тағы ла бер саҡырыу ҡағыҙы ала.
Арыҫлан атаһының ҡәберен тапты— Юлым Ростов һәм Волгоград өлкәләре аша үтте, — ти Арыҫлан Мотаһар улы. — Тирә-яҡта тауҙар ҙа, урмандар ҙа юҡ. Бындай ҡола яланда нисек һуғышҡандарҙыр, йәшеренер урын да юҡ, тип уйлайым. Фашист самолеттарының һалдаттар өҫтөнә бомба яуҙырыуы, атайымдың нисек һәләк булыуы күҙ алдыма килә.
Буранғол ауылында тыуып үҫкән Мотаһар Динмөхәмәт улы Лоҡманов, архив белешмәләренән асыҡланыуынса, башта Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, шунда уҡ полк мәктәбен тамамлай, орудие командиры була. Унан һуң республикабыҙға ҡайтып, егеттәрҙе хеҙмәткә әҙерләү менән шөғөлләнә. Һуғыш башланыу менән Өфө пехота училищеһына уҡырға инә. Лейтенант званиеһы ала, фронтҡа миномет взводы командиры булып китә. Волхов фронтында һуғыша, ә көньяҡта һәләк була. Арыҫлан Мотаһар улы быны оҙаҡ аңлай алмай. Һуңыраҡ асыҡланыуынса, 1942 йылда атаһы һуғышҡан дивизия Волхов фронты составынан сығарылып, Юғары Баш командующий ставкаһы ҡарамағына тапшырыла һәм Ростов яғына, Дон фронты составына күсерелә. Шул осорҙа Котельниково яғынан Сталинградҡа фашист ғәскәрҙәре һөжүм итә. Дивизия Котельниковоны азат итеүҙә ҡатнаша, дошманды көньяҡҡа сигенергә мәжбүр итә. Мотаһар Лоҡманов шул һуғыштарҙың береһендә һәләк була.
Арыҫлан Мотаһар улын Дубовскоела күптәнге таныш кеүек ҡаршы алалар. Район башлығы В.Ф. Колесниченко эштән бушай алмағанға күрә мәҙәниәт бүлеге мөдире Ю.П. Черновҡа ҡунаҡты оҙатып йөрөргә ҡуша. Уның менән бергә Арыҫлан Лоҡманов Вербовый Логка юллана. Бында байрам саралары ойошторола. Митингка олоһо ла, кесеһе лә килгән. Бөтөн ауылға бер һуғыш ветераны ҡалған. Арыҫлан Мотаһар улына ла һүҙ бирәләр. Ул Башҡортостан, атаһын нисек эҙләүе хаҡында һөйләй. Әүәлге сәфәренән ул “Светоч” гәзитен алып ҡайтҡайны. Уның тәүге битендә Мотаһар Лоҡманов һәм уның улы хаҡында ҙур булмаған очерк баҫылған. Мәҡәләлә шундай юлдар бар: “Арыҫлан Мотаһар улы тыуған яғына юлланыр алдынан Дубовское ерендә ихлас ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе”.
Арыҫлан Мотаһар улының әле ике ейәне үҫә. Уларҙы ла ошо изге ергә алып барып, олаталарының Тыуған ил өсөн башын һалыуы, уның һуғыш юлы хаҡында тәфсирләп һөйләргә ниәтләй.
Фәйрүзә ШӘМСЕТДИНОВА.
Һүрәттәр ғаилә архивынан алынды.
Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә