Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Кисә Рәсәй Президенты Указы менән илдә матәм көнө иғлан ителде. Быға бер юлы ике фажиғә сәбәпсе ине. Краснодар крайының Ҡырым районында һыу ташыу сәбәпле 170-тән ашыу, ә Украиналағы юл-транспорт фажиғәһендә 14 кеше һәләк була.

Кубандәге фажиғәлә иң ҙур зыянды Крымск, Геленджик һәм Новороссийск ҡалалары күрә. Барлығы биш меңдән ашыу йорт һыу аҫтында ҡала. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса 171 кеше һәләк булған, уларҙың 159-ы Крымскиҙа, унауһы Геленджикта һәм ике кеше Новороссийскиҙа йәшәгән. Ҡорбандар һаны артыуы ла ихтимал, ҡотҡарыусылар әле һаман емереклектәрҙе тикшереүен дауам итә. МЧС мәғлүмәттәре буйынса барлығы 12 меңдән ашыу кеше зыян күргән. Һыу ташыуҙың эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 3 меңдән ашыу кеше һәм 504 берәмек техника ҡатнаша.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса һыу ташыуҙың сәбәбе — көслө ямғыр. Әммә Неберджаев һыу һаҡлағысынан күп итеп һыу китеүе ихтималлығы бар тигән хәбәрҙәр ҙә йөрөй. Был мәғлүмәтте рәсми властар инҡар итә, һыу һаҡлағыс ҡәҙимге режимда эшләгән һәм унан бер ниндәй ҙә зыян юҡ тип баралар.
Әлеге ваҡытта Краснодар крайындағы һыу ташыуҙа кешеләр һәләк булыу сәбәпле Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ике һәм унан да күберәк кешенең үлем осрағына килтереү статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уның буйынса кешеләргә дүрт йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.
Властар иһә бәләгә тарығандарға ярҙам күрһәтеү өсөн барыһын да эшләй. Зыян күреүсе һәр кем федераль һәм төбәк бюджеттарынан матди ярҙам аласаҡ, шулай уҡ уларҙы йортһоҙ ҡалдырмаҫҡа, тиҙ арала торлаҡлы итергә вәғәҙә бирәләр.
Икенсе фажиғәлә кеше ҡорбандары әҙерәк булһа ла, ул да бик етди. Авария шулай уҡ 7 июль Чернигов өлкәһендә була. Великие Луки ҡалаһынан Киевҡа юлланыусы 43 (икенсе мәғлүмәттәр буйынса 45) Рәсәй гражданы изге урындарға ғибәҙәт ҡылыу өсөн китә. Ниәттәре — Тернополь өлкәһендәге Почаев лавраһын күреү. Тик юлда автобус түңкәрелә. Фажиғә, төп фекер буйынса, водителдең йоҡлап китеүе сәбәпле, ә икенсеһе буйынса, уның әлегә билдәләнмәгән автомобилдән маңлайға-маңлай бәрелеүҙән ҡасыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 14 кеше ауыр хәлдә Мәскәүгә ҡайтарылған. Псков өлкәһендә өс көнлөк матәм иғлан ителгән. Ә водитель һаҡ аҫтына алынған.
Был фажиғәләрҙә кемдең ниндәй кимәлдә ғәйепле булыу-булмауын тәфтиш асыҡлар. Әммә кеше ҡорбандарының күп булыуы һағайта. Сағыштырмаса тыныс ҡына башланып үтеп барған йәй бер юлы ике бәлә менән рәсәйҙәрҙе һағыраҡ булырға саҡыра.
Ә. ӘЙҮПОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә