Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өфөлә башҡорт теленә дөрөҫ тәржемә итеү тураһында һөйләнеләр

Өфөлә башҡорт теленә дөрөҫ тәржемә итеү тураһында һөйләнеләр

Фото: архив | Башинформ

Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаевтың башҡорт телендәге алтаҡталарҙың сифаты тураһында тәнҡит һүҙҙәренән һуң Өфөлә республиканың икенсе дәүләт теленә тәржемә итеү мәсьәләһе күтәрелде. Был проблема мэр вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов етәкселегендәге ҡала хакимиәтенең оператив кәңәшмәһендә тикшерелде.

— Сауҙа идаралығынан был мәсьәләгә иғтибар итеүҙе һорайбыҙ. Башҡорт теленә дөрөҫ тәржемә итһендәр өсөн эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтергә кәрәк, — тип билдәләне Рөстәм Шәрипов.

Калинин районында ойошманың алтаҡтаһындағы хаталар был аҙнала төҙәтеләсәк, тине хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева.

Өфө фән һәм технологиялар университетының һанлы трансформация буйынса проректоры Айнур Хәйбуллин «Баштәржемә» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһының үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Уның менән 2025 йылда БР «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законын ғәмәлгә ашырыу буйынса комиссия ултырышында таныштырҙылар.

Платформа рус теленән башҡорт теленә квалификациялы тәржемә итеү өсөн тәғәйенләнгән. «Баштәржемә» республиканың дәүләт органдары, ойошмалары, учреждениелары һәм предприятиеларының документтары (бланктар, мисәттәр, алтаҡталар), шулай уҡ етештереүселәр тураһында мәғлүмәт менән эшләй. Тәржемә хеҙмәте күрһәтелгән заказсыға электрон ҡултамғалы сертификат тапшырыла.

Башҡортостандың дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары өсөн документтарҙы бушлай тәржемә итеү мөмкинлеге бар. Бының өсөн билдәләнгән форма буйынса рәсми хат кәрәк. Коммерция ойошмалары өсөн тәржемә түләүле нигеҙҙә башҡарыла. «Баштәржемә» порталында «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша теркәлергә мөмкин.



Автор: Ләйлә Аралбаева / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 6

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 9

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 8

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 6

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 6

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 7