Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп тәғәйенләнеүе ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт
Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......
Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева бейеүсеһенә яуап бирҙе

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Асаева арҡаһында теркәлгән аварияға бәйле яңы мәғлүмәттәр билдәле булды. Әле юл фажиғәһендә зыян күргән бейеүсе Дилара Ғилметдинова йырсыны уға ярҙам күрһәтмәүҙә ғәйепләй.
Авария 28 февралдә Бәләбәй районында, Белебей — Николаевка — Туймазы — Баҡалы автомобиль юлының 14-се саҡрымында теркәлгәйне. Гөлназ Асаева JAC автомобиле рулендә командаһы менән тамашанан һуң Өфөгә ҡайтырға сыға. Трассала йырсы ни сәбәптәндер ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм «Хундай Солярис»ҡа бәрелә. Аварияла йырсының ғәйебе менән дүрт кеше зыян күрҙе.
«Һауа шарттары ҡатмарлы ине, Гөлназ юлда руль артына ултыра, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаршы юл һыҙатына сығып икенсе машинаға бәрелә. Гөлназ Асаеваны һәм командабыҙҙың башҡа ағзаларын шунда уҡ яҡындағы дауаханаға илттек. Зыян күреүселәрҙең береһенең хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана. Гөлназ һәм уның бейеүсеһе төрлө имгәнеү алған, уларҙы тиҙҙән дауахананан сығарырға тейештәр», – тип һөйләгәйне йырсының концерт директоры Вадим Фәтхинуров.

Авариянан һуң дүрт ай үткәс, социаль селтәрҙәрҙә йәнә ғауға ҡупты. Хәҙер артистың бейеүсеһе Дилара Ғилметдинова элекке остазын ярҙам күрһәтмәүҙә ғәйепләй. Ғилметдинова һүҙҙәренсә, Асаева быға тиклем интернетта зыян күреүселәргә аҡсалата һәм дарыуҙар менән ярҙам итергә вәғәҙә биргән. Әммә, Дилара әйтеүенсә, йырсы бөгөн бынан баш тарта һәм судҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш итә. Авария һөҙөмтәһендә бейеүсенең янбаш һөйәге һынған булған, ул өс ай буйы дауаханала ятырға мәжбүр булған.
«Хәҙер интернетта яҙырға ғына ҡалды. Минең бәйләнештәрем дә, аҡсам да юҡ, тик хәҡиҡәт кенә бар», – тип яҙа Ғилметдинова.
Был хәлгә асыҡлыҡ индереү өсөн ҡаршы яҡты ла тыңларға булдыҡ. «Башинформ» агентлығы Гөлназ Асаеваның концерт директоры Вадим Фәтхинуров менән бәйләнешкә сыҡты.
«Дилара хәүефһеҙлек ҡайышын да эләктермәгән, алғы креслола артҡа ҡарап ултыра ине. Быға ҡарата дәлилдәр һәм шаһиттар бар. Тағы бер бейеүсебеҙ зыян күрҙе, ул да шулай уҡ хәүефһеҙлек ҡайышын ысҡындырған ине. Башҡа артистарҙың береһе лә йәрәхәтләнмәне. Беҙ зыян күреүселәргә бөтә кәрәкле ярҙам күрһәттек, транспорт менән ярҙам иттек һәм кәрәкле әйберҙәрҙе, аҙыҡ-түлек илтеп тапшырҙыҡ. Беҙҙән талап ителгән бөтә нәмәне хәлдән килгәнсә эшләнек. Дилара судҡа бирергә ҡарар иткәндән һуң, беҙ шәхсән уның документтарын һәм фотоһүрәттәрен Тәфтиш комитетына илтеп бирҙек. Әммә әле һаман енәйәт эше ҡуҙғатылмаған, беҙ быға тиклем бер нисек тә аңлатма бирә алмайбыҙ. Суд ҡарарын көтәбеҙ», — тип белдерҙе Вадим Фәтхинуров.
Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп тәғәйенләнеүе ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт
Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......
Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт
Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...
Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана 27.10.2026 // Йәмғиәт
«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Вьетнамға тура даими рейстар старт алды. VietJet авиакомпанияһы Өфө — ......