Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йыр ҙа, зар ҙа уртаҡ
Йыр ҙа, зар ҙа уртаҡЫрымбур өлкәһенә барырға тиһәләр, “һә” тигәнсә йыйынып сығып китергә әҙермен. Туғандарым да юҡ унда, әммә күңелемә яҡын кешеләр йылдан-йыл арта бара.

Мәләүез башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы булараҡ, Ырымбурға тәүге тапҡыр ҙур ғына төркөм менән 2007 йылда барғайным. Уға тиклем өлкәнең Александровка районы менән берлектә байтаҡ ҡына эш башҡарылғайны. Улар беҙҙең тәжрибәне өйрәнергә килә, һабантуйҙарҙа осрашабыҙ, концерттар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторабыҙ, көстән килгәнсә матди ярҙам күрһәтәбеҙ.
Был юлы Мәләүез артистары менән Күрпәс ауылына килдек. Мәжит тауы эргәһендә урынлашҡан, 400 йылға яҡын тарихы булған төйәктә 145 кеше йәшәй. Күрпәстәр Дим буйынан сыҡҡан, тиҙәр. Халҡы эшсән, тырыш, йыр-моңға маһир. Мәҙәниәт йорто булмаһа ла, ансамбль төҙөгәндәр. Милли кейемде үҙҙәре тегә икән. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына ихлас әҙерләнгәндәр, йорттарын, зыяратты тәртипкә килтергәндәр. Үҙҙәренең фермерҙары, эшҡыуарҙары ярҙамында фонд булдырып, ауылдың хеҙмәт алдынғыларына, ветерандарға, татыу ғаиләләргә, спорт ярыштарында еңеүселәргә бүләк, милли аш-һыуҙан һығылып торған өҫтәл әҙерләгәндәр. Тирмәләр ҡоролған, спорт ярыштары өсөн ҡоролмалар ҡуйылған. Һый-хөрмәт, бүләктәр барыһына ла етте. Көрәштә еңеп, Ҡотос ауылы батыры Илсур Теләкәев һарыҡ алды.
Байрамды ойоштороуға Георгиевка ауылы хакимиәте башлығы Тимербулат һәм эшҡыуар, ауыл старостаһы, алты баланы тәрбиәгә алған Тәлғәт Абдразаҡовтар күп көс һалған.
Йыр ҙа, зар ҙа уртаҡЛенин ордены кавалеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүҙә ҡатнашҡан механизатор Әкрәм бабай Сәйетов ауылдаштар йыйылыуына ныҡ һөйөнгән.
— Бындай ҙур йыйындың булғаны юҡ ине, — ти ул. — Беҙ йәшерәк саҡта эштән бушаманыҡ. Тормош етеш, донъялар тыныс булһын, ауылыбыҙ йәшәһен.
Ырымбурҙағы музей хеҙмәткәре Шәмғиә Сәйетова, Новотроицкиҙан талпынып килеп еткән Сафия Үзбәкова ауылдаштарына матур, иманлы ғүмер теләне. Күптәр һағыныуҙарын, хис-тойғоларын йыр аша еткерҙе. Ауылдың тарихын өйрәнгән Бүләкбикә Үзбәкова Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған 53 яҡташ иҫтәлегенә ағас ултыртырға тәҡдим итте һәм яҡлау тапты.
— Минең өсөн Күрпәс — Ер кендеге, донъяла иң матур ауыл, — тип, күп яҡташтарының уй-хисен белдерҙе Татарстандан ҡайтҡан Рәүеф Мәҡсүтов. — Бер генә йыл ҡайтмай торһам да, һеҙҙе һағынам.
Ауыл байрамында Мәләүездән килгән ижади төркөм дә сығыш яһаны. Шиғырҙар, ҡурай моңо, дәртле йырҙар бүләк итеп ҡан-ҡәрҙәштәрҙе уйҙарында ғына булһа ла тәүтөйәккә — Башҡортостанға — алып ҡайттыҡ, алдағы көндәргә етер дәрт өләштек.
Күрше ике төбәк шулай күңел йылыһын бүлешеп йәшәй. Дөйөм тырышлыҡты талап иткән мәсьәләләр ҙә етерлек. Беҙҙәге кеүек, Ырымбур өлкәһендә лә ауыл мәктәптәре ябыла, башҡорт телен өйрәнеү бөтөп бара. Мәктәбе, мәҙәни усағы булмаған ауылды ни көткәне билдәле бит инде, шуға ла милләтебеҙ һанын арттырыу менән бергә ошо көнүҙәк проблеманы ла күтәрергә кәрәктер. Юғиһә, бер нисә йылдан бындай байрамдарҙың кәрәге булмаясаҡ. Ә инде тел бөтһә, милләт тә юғала.
Мәрйәм КҮСМӘЕВА,
шағирә.
Ырымбур өлкәһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә