Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аулаҡ өйҙө һағынһалар, йыйылалар Фатимала
Аулаҡ өйҙө һағынһалар, йыйылалар ФатималаБеҙ, Башҡортостанда йәшәүселәр, халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын, ҡағиҙә булараҡ, йә сәхнәләрҙән, йә телевизор аша, йә башҡа байрамдарҙа ғына күреп өйрәнгәнбеҙ. Ә бына Һамар өлкәһенең Таллы ауылында беҙгә ысын аулаҡ өйгә эләгергә насип булды. Оло Черниговка районында ижади сәфәрҙә булғанда, беҙгә сер итеп кенә, кис ауылдың бер төркөм гүзәле Фатима Шагаеваның йортона йыйыласаҡтары тураһында әйткәйнеләр.

Көтмәгәндә Башҡортостандан журналистар килеп төшөүгә башта баҙаңҡырап ҡалды шикелле Фатима Кәбир ҡыҙы. Шулай ҙа ҡунаҡтарҙың төрлөһөн күреп өйрәнгән хужабикә үҙен тиҙ ҡулға алды, бына-бына өйөнә әхирәттәре килеп туласағы хаҡында ләм-мим өндәшмәй, ҙур бер табаҡ итеп ҡойған ҡоймағын майланы ла беҙҙе сәйгә саҡырҙы. Өндәшмәй генә сәй һемерәбеҙ, ә күҙҙәребеҙ — тәҙрәлә. Ҡасан килеп тулырҙар икән Фатима апайҙың ҡыҙҙары?
Ғөбәйҙә апай Зөлҡәрнәева менән Мәхүбә апай Шаһимәрҙәнова иң өлгөрҙәре булып сыҡты. Беҙҙе күргәс, улар ҙа бер аҙ аптырашта ҡалды.
— Аһа, Фатима, ҡунаҡтар бар икән дә!? Ниңә алданыраҡ хәбәр итмәнең, зиннәтлерәк күлдәктәребеҙҙе кейеп килгән булыр инек, — тине апайҙар үкенә биреберәк.
— Мин үҙем дә яңы ғына белдем, ҡыҙҙар. — Хужабикә ҡунаҡтарын өҫтәл артына саҡырып, усҡа һыйып ҡына торған уймаҡ кәсәләргә Ырғыҙ буйының шифалы үләндәренән төнәтелгән хуш еҫле сәй ҡойҙо. — Алдан иҫкәртһәләр, ашын да һалып торор инем, уңайһыҙыраҡ булды инде былай.
Фатима Шагаева утыҙ йылдан ашыу шофер булып эшләгән. Тимер араһында йөрөһә лә, йөрәге тулы моң булған уның. Матурлыҡ донъяһына тартып торған күңеле Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына алып килгән дә инде Һамар һылыуын. Ситтән тороп оркестрҙар бүлеген тамамлаған ул.
Ҡулына музыка белгесе дипломы алып ҡайтһа ла, “тимер атын” ташламаған Фатима Кәбир ҡыҙы, һаман, саҡрымдарҙы һанап, машинаһының рулен борғолай биргән.
— Бына ошо ҡыҙҙар менән төрлө ауылдарҙа концерт ҡуйып йөрөнөк инде, — ти Фатима апай, кис ултырырға килгән апайҙарға күрһәтеп. — Икеһенең дә сәхнә стажы утыҙ йылдан ашыу.
Хужабикә ҡунаҡтары тураһында һөйләгән арала, мамыҡ шәлдәренә ҡунған күбәләк-ҡарҙы ҡаға-ҡаға, ишектән йәнә бер нисә ханым килеп инде. Менәүәрә Минсафина, Рәйхана Сәйфетдинова, Әминә Шәрәфетдинова апайҙар икән. Быларының да, Фатима апай әйтмешләй, сәхнә стажы ярты быуатҡа яҡын.
— Беренсе тапҡыр биш йәшемдә сәхнәгә сығып урыҫ йырын башҡарғайным, шунан бирле унан төшкән юҡ, — ти Әминә апай көлөп. — Бер-ике көн инде тамағым ауырта, һалҡын тейгән. Шулай ҙа өйҙә сыҙап ултырып буламы ни, килдем әле бына.
— Ун йыл йөк машинаһында эшләгәс, автобусҡа ултырттылар, — Фатима Кәбир ҡыҙы хәтирәләргә бирелеп китте. — Эштән ҡайтабыҙ ҙа, ҡыҙҙар менән йыйынып, берәй ауылға концерт менән китәбеҙ. Автобус үҙемдең ҡулда булғас, рәхәт, яғыулыҡ-майлау материалдарына ла ҡытлыҡ кисермәйбеҙ.
Хужабикәнең һүҙҙәрен бүлдереп тағы ишек асылды. Был юлы Кәримә Ғарифова, Раҡия Хазирова, Әмирә Вролковалар килгән икән. Был ханымдар ҙа һүҙгә бай булып сыҡты.
— Фатима ни: “У кого какое горло — такая норма”, — ти ҙә йырлата ине инде беҙҙе. Шулай норма бирә-бирә үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡырҡ йылдан ашыу ғүмер үткән дә киткән.
Апайҙар йыйылып бөтөп, тамаҡтарын тәмле сәй менән йылытҡас, хужабикә алъяпҡысын сисеп элде лә баянына тотондо.
— Тәк, ҡыҙҙар, башлайбыҙ...
Талғын ғына моң, баян күректәренә һыймай, тышҡа бәреп сыҡты, шунан әкрен генә бүлмә эсенә таралды. Тора-бара йорт стеналары ла ҡыҫынҡы була башланы уға. Ваҡыт үткән һайын көсәйә барған моң, тәҙрә быялаларын зыңлатып, эңер төшөп килгән ауыл урамы буйлап китте. Уның артынан апайҙарҙың йыры ярышҡа сыҡты:
Тыуған ауылым минең,
Ҡуйыныңда һинең
Гөрләп үтте үҫмер йылдарым.
Ҡырҙарың хуш еҫле,
Һәр саҡ яҙҙар төҫлө,
Шунда тыуҙы тәүге йырҙарым...
Апайҙар үҙҙәре моңлана, үҙҙәре ҡул эштәре менән була: кемдер мамыҡ иләй, икенселәре шәл бәйләй, бәғзеләре ҡулъяулыҡ сигә. Йыр туҡтауға, Фатима Кәбир ҡыҙы баянын иҙәнгә ҡуйҙы ла ҡулына гармунын алды.
— Гармунда ҡасандан бирле уйнайһығыҙ, апай? Хужабикә тирләп киткән устарын таҫтамал менән һөртөп алды ла миңә боролдо.
— Уны атайым, ағайым өйрәнһен тип, ҡаланан алып ҡайтҡайны. Үҙе уйнай белмәгәс, ағайымды атайымдың бер танышы килеп өйрәтә. Әй шул гармунға күҙем ҡыҙа инде. Их, шул телдәргә баҫып, мин дә көй сығарһам ине, тип хыялланам. Былар гармунды ҡуйғанын ғына ҡарап торам да, урлап баҡсаға алып сығып, телдәренә баҫҡылайым. Үҙемсә көй сығарырға тырышам. Шулай уйнап алдым да киттем.
Фатима апай әхирәттәренә борола.
— Бейейбеҙ, ҡыҙҙар...
Әле генә хискә бирелеп ултырған апайҙар, таҡмаҡ әйтә-әйтә, иҙән һелкетеп бейергә төшөп тә китте.
Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем дә,
Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем.
— Ырғыҙ ауылына концерт менән барырға ине, — тип өҙөлгән һүҙен ялғап алып китте Фатима апай, ҡыҙҙары бейеп туйғас. — Ул ауыл клубында күптән түгел матур итеп төҙөкләндереү эштәре башҡарҙылар. Барһағыҙ, күрер инегеҙ, күҙҙең яуын алып, балҡып тора инде.
Үҙебеҙҙең клубты ла йүнәтә башланылар. Алла бойорһа, эштәр тамамланғас, бында ла һөнәребеҙҙе күрһәтербеҙ әле.
Таллы ауылы һәүәҫкәрҙәрен сәхнә костюмдарының етмәүе борсой. Әлбиттә, улар бар. Әммә булғандарын апайҙар үҙҙәре тегеп алған. Башҡортостандан берәй төрлө ярҙам булмаҫмы икән, ти улар.
Фатима Кәбир ҡыҙының ҡунаҡсыл йортонан төн ауғас ҡына таралышты кис ултырырға килгән апайҙар. Улар киткәс тә йорт эсендә гармун, йыр тауышы һаман яңғырап торған һымаҡ ине әле. Беҙҙең күңелдәргә һеңеп ҡалған моң ине ул.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.
Һамар өлкәһе,
Оло Черниговка районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә...

Тотош уҡырға 3

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды 11.03.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә