Радий Хәбиров: «Беҙҙең ир-егеттәрҙең миссияһы — ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлау» 28.05.2026 // Йәмғиәт
Өфөлә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары өсөн форум асылды....
Йыл һайын Башҡортостандан егет-ҡыҙҙар берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл йыйып, илебеҙҙең баш ҡалаһы вуздарына уҡырға инә. Әлеге ваҡытта 15 меңдән ашыу студент республикабыҙҙан ситтә белем ала, тип хәбәр иттеләр төбәктең Рәсәй Федерацияһы президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә.
Улар Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа, Өфөгә һәм башҡа ҡалаларға диплом алырға китә. Дөрөҫөн әйткәндә, ҙур ҡалаларҙа йәшәү ҡиммәткә төшә, конкуренция юғары, ә уҡыуҙы тамамлағандан һуэ «шәп» диплом һәм тәжрибәһеҙ килеш хеҙмәт биржаһына эләгеү мөмкинлеге лә юҡ түгел.
Башҡортостан был мәсьәләне хәл итеү өсөн йыл башында республиканың Кадрҙар стажировкаһы үҙәген асты. Был баш ҡаланың юғары уҡыу йорттары студенттарын тыуған яҡта төп эш биреүселәр менән бәйләүсе реаль карьера лифты булып тора.
«Студенттарҙың һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың республикабыҙ иҡтисадында, йәки дәүләт хеҙмәте, муниципаль хеҙмәт органдарында стажировка үтеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Быны беҙ мотлаҡ эшләрбеҙ», — тип вәғәҙәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров февралдә үҙәкте асыу тантанаһында.
Был нисек эшләй?
Ғаризаны ошонда ҡалдыраһың.
Кураторҙар һинең менән бәйләнешкә инеп, юғары уҡыу йортона, һөнәргә һәм курсҡа ҡарап, түбәндәгеләрҙе тәҡдим итә:
Кем әле үк стажерҙарҙы көтә?
Үҙәк директоры Тигран Карапетян әйтеүенсә, ошондай стажировка үтеү урындары тәҡдим ителә:
дәүләт власы органдарында: республика министрлыҡтарында, ведомстволарында һәм Башҡортостан хөкүмәте аппаратында;
муниципаль хеҙмәт органдарында: республика ҡалалары һәм райондары хакимиәттәрендә;
закондар сығарыу власы органдарында: мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа;
иҡтисадтың реаль секторында: төбәктең төп коммерция һәм сәнәғәт предприятиеларында.
Башҡортостан студенттарын стажировкаға ҡабул итергә әҙер булған 40-ҡа яҡын предприятие бар.
«Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ғына түгел, башҡа ҡалаларҙа белем алған республикабыҙ студенттары ла практика үтә ала. Ҡазан һәм Силәбе студенттарынан ғаризалар бар, – тип һөйләне «Башинформ»ға Тигран Карапетян.
– Кире йүнәлештә лә стажировка үтергә мөмкин. Өфө студенттары беҙҙең тулы хоҡуҡлы вәкиллектә эшләй, эшебеҙ менән яҡындан таныша ала. Әлеге ваҡытта ошондай 7-8 ғариза бар, барыһын да төрлө ваҡытта ҡабул итергә әҙерҙәр».
Стажировка өсөн түләнмәй, әммә ҡайһы бер предприятиелар аҡса түләргә һәм һуңынан уҡыу йортон тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырырға әҙер. Стажировка урынына барып ҡайтыу өсөн юл хаҡын түләү мөмкинлеге әлегә юҡ, әммә Үҙәктә ошо турала уйлана башланылар, тип өҫтәне уның директоры.
Проекттың тәүге һөҙөмтәләре
Был тема студенттар араһында ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы – 106 кеше Үҙәккә ғариза биргән. Был старт ҡына. Уларҙың ҡайһы берҙәре Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтендә һәм республика Ҡоролтайында стажировка үткән.
Бер үк ваҡытта Үҙәк бизнесты штурмлай: Башҡортостандың билдәле предприятиеларына стажерҙарға һорау ебәрелгән. Логика ябай: компанияларға - баш ҡала бэкгрунды менән яңы белгестәр, ә студенттарға портфолиоға шәп кейстар һәм киләсәктә лайыҡлы эш кәрәк.
Практика үткән йәштәрҙең фекере
Диана Ғәлиева, Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының 4-се курсы, халыҡ-ара иҡтисади мөнәсәбәттәр факультеты. Өфөнөң 16-сы гимназияһын тамамлаған.
«Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы секретариатында практика үттем, электрон документация менән эшләнем, парламент тыңлауҙарында ҡатнаштым, граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡараным. Был миңә төбәктең закондар сығарыу власының нисек эшләүен белергә ярҙам итте. Быға тиклем Рәсәй Сит ил эштәре министрлығында, Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығында стажировка үттем. Бакалавриатты тамамлағандан һуң магистратураға инергә йыйынам һәм дәүләт органдарында, бәлки, Башҡортостанда эшләү мөмкинлеген ҡарайым».
Дэни Юсипов, 4-се курс, Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы.
«Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә диплом алды практикаһын үттем, унда республикала милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса проект эшләнем: мәғариф, оборона, энергетика буйынса күрһәткестәрҙе анализланым, рейтингтар төҙөнөм һәм тәҡдимдәр бирҙем. Практика ҡыҫҡа булһа ла, тулыһынса эшкә сумдым. Әле диплом яҙам, нефть-газ эше буйынса магистратураға инергә әҙерләнәм, шулай уҡ миңә Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә эш тәҡдим иттеләр».
Руслан Кәбиров, Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетының 3-сө курсы, Стәрлетамаҡтың 12-се лицейын тамамлаған.
«Мин мехатроника һәм робототехника һөнәренә уҡыйым. Былтыр Салауат заводында практика үттем һәм производствоны автоматлаштырыу менән таныштым. Быйыл үҙемдең профилгә яҡыныраҡ булған Өфө предприятиеһына практикаға заявка бирҙем. Бакалавриатты тамамлағандан һуң Башҡортостанға ҡайтырға йыйынам, бәлки, Өфөнөң нефть вузына магистратураға уҡырға инермен. Өйгә яҡыныраҡ булыу өсөн Стәрлетамаҡта йәки Өфөлә эш табырға ине. Иң мөһиме, лайыҡлы эш хаҡы һәм тотороҡлоҡ булһын».
Башҡортостанда стажировка үтеүҙең 5 ыңғай яғы
Етәкселек нимә ти?
«Маҡсат студентты практикаға ебәреү генә түгел. Уның менән ныҡлап шөғөлләнергә лә кәрәк. Кеше предприятиеға практикаға килә һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәтә һәм, әгәр ул үҙенең бында кәрәклеген аңлаһа, уның эшкә ҡайтыу ихтималлығы ҙур. Бөтә студенттарҙың да башҡа ҡалаларҙа ҡалмауын аңлайбыҙ, уларҙың күбеһе кире ҡайта. Был беҙҙең стратегик резерв, — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
– Йәштәребеҙ республика менән бәйләнеш тотһон өсөн күп нәмә эшләйбеҙ. Улар менән осрашабыҙ, Башҡортостандың нисек үҫешеүе хаҡында һөйләйбеҙ. Яңыраҡ беҙҙең предприятиеларҙа һәм власть органдарында стажировкалар ойоштороу буйынса системалы эш башланыҡ. Йыл йомғаҡтары буйынса беҙгә 100-ҙән ашыу егет-ҡыҙ килер тип көтәбеҙ. Кемдер практиканан һуң эшкә ҡалырға теләр. Беҙ шат булыр инек».
Студенттар! Әгәр һеҙ өйҙә шәп проекттар эшләргә һәм килемде арттырырға, вазифаға үрләргә теләһәгеҙ, Кадрҙар стажировкаһы үҙәгенә яҙырға ваҡыт. Формаға һылтанманы ҡабатлайбыҙ.https://forms.yandex.ru/u/69d4f3c3d0468818fa747b43/.
Радий Хәбиров: «Беҙҙең ир-егеттәрҙең миссияһы — ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлау» 28.05.2026 // Йәмғиәт
Өфөлә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары өсөн форум асылды....
Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән 28.05.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән...
Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында хәрәкәт сикләнә 28.05.2026 // Йәмғиәт
Сикләү «Йәшел марафон» үткәреү менән бәйле, тип хәбәр иттеләр мэриянан....
Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде 28.05.2026 // Йәмғиәт
Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде...
Башҡортостанда һабантуйҙар миҙгеле башлана 28.05.2026 // Йәмғиәт
Тәүгеләрҙән булып «һабан байрамын» Әбйәлил, Ғафури, Йылайыр, Ҡалтасы һәм Күгәрсен райондары халҡы ......
Ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ: республикала һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана 28.05.2026 // Йәмғиәт
Ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ: республикала һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана...
Өфөләрҙән аэропортҡа барыуҙы алдан планлаштырыуҙарын һорайҙар 26.05.2026 // Йәмғиәт
Был Өфө – Ырымбур трассаһында күперҙе ремонтлауға бәйле....
Республикала 1 июндә ғаиләләр өсөн яңы түләү индерелә 26.05.2026 // Йәмғиәт
Уны ике һәм унан күберәк балаһы булған, 2025 йылда физик шәхестәрҙең килеменә һалым (НДФЛ) түләгән ......
Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡала 26.05.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡала...
Радий Хәбиров Нефтекаманы башҡа муниципалитеттарға өлгө итеп ҡуйҙы 25.05.2026 // Йәмғиәт
Радий Хәбиров Нефтекаманы башҡа муниципалитеттарға өлгө итеп ҡуйҙы...
Башҡортостанда бер көнгә алкоголь һатыу тыйыла 25.05.2026 // Йәмғиәт
Был мәктәптәрҙә «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын уҙғарыуға бәйле....
Өфөнән Каспий буйындағы курорт ҡалаһына тура авиарейстар асылды 25.05.2026 // Йәмғиәт
Өфөнән Каспий буйындағы курорт ҡалаһына тура авиарейстар асылды...