Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юлды ғына һаҡламайҙар
Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең юл хәүефһеҙлеге хеҙмәте ойошторолоуға 76 йыл тулды. Түңәрәк булмаһа ла, мөһим ваҡиға был. Башҡортостанда 57 мең километрҙан ашыу юл, 1 миллион 300 мең самаһы автомобиль иҫәпләнә. Көн һайын ямғыр, буран, эҫе булыуға ҡарамаҫтан, юлдарға сығып тәртип һаҡлаусыларға байрам итеү мөмкинлеге юҡ. Шуға ла тантана тиҙ үтте. Ҡотлау һүҙҙәрен тыңлап, наградалар алғандан һуң, инспекторҙар эш урындарына ашыҡты. Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин ҙур уңыштарға өлгәшкән бер төркөм хеҙмәткәргә Почет грамоталары, миҙалдар тапшырҙы.

– Республика етәкселеге һеҙҙең подразделениеға ҙур өмөт бағлай, – тине министр. — Ҡайһы саҡта юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәргә ҡарата талаптар ҙа үтә юғары булып китә шикелле. Шунһыҙ мөмкин дә түгел, сөнки тап һеҙ халыҡтың иғтибар үҙәгендә. Полицияға ыңғай ҡараш водителдәр менән аралашыуығыҙға бәйле.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов автоинспекторҙың эше бер ваҡытта ла еңел булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әле лә, алдына ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәп, улар юлдарҙағы авариялар һанын кәметеү тәңгәлендә етди эшләй.
– Автомобилдәр көндән-көн арта. Шуға ла авариялар һаны ла кәмемәй. Ошо ике тәүлектә генә 13 кеше юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булған, шуларҙың береһе – ун айлыҡ сабый. Баланы хәүефһеҙлек креслоһы ла һаҡлап алып ҡалмаған. Был – ҙур фажиғә. Шуға эҫе көндәрҙә алыҫ юлға сығыуҙан тыйылып торорға саҡырам. Томра эҫе булыу арҡаһында водителдәр руль артында йоҡлап китә йә иҫен юғалта. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, – тип абай булырға саҡырҙы Динар Ғилметдинов.
Һөнәри байрамдары уңайынан автоинспекцияның 100-ҙән ашыу хеҙмәткәре төрлө наградаларға лайыҡ булды. Улар араһынан Иглин районынан полиция лейтенанты Антон Худоба менән яҡындан аралаштыҡ. Фамилияһы үҙенә тап килеп кенә тора егеттең. Уның дүрт енәйәтте асырға ярҙам итеүенә, төрмәлә ултырғандан һуң яңынан уғрылыҡ юлына баҫҡан бурҙы тотоп райондың эске эштәр бүлегенә алып килеүенә тәүҙә ышанмайыраҡ торҙом.
– Быйыл ҡыш районда магазиндарҙан сейфтарҙы урлай башланылар. Бындай хәл бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Ләкин полиция бурҙарҙы таба алманы, сөнки улар эҙ ҡалдырмай ине. Минең дежурство төнөндә рация аша тағы бер магазинды “таҙартып” сығыуҙары тураһында хәбәр иттеләр. Шунда уҡ магазинға ашыҡтым. Ләкин иғтибарҙы йәлеп иткән бер нәмә лә абайламаным. Бары тик магазиндан алыҫтараҡ бер машина ғына ултыра ине. Салонда ир менән ҡатын булғас, эргәләренә барманым. Бер айҙан Нуриман районында юл ҡағиҙәһен боҙған өсөн теге машинаны туҡтаттым. Ир менән ҡатынды райондың эске эштәр бүлегенә алып килдем. Уларҙы ҡулға алдылар. Ҡатын сауҙа вәкиле булып эшләгән. Шуға ла магазиндарҙа сейфтарҙың ҡайҙа тороуын, уларҙың нисек һаҡланыуын, эш ваҡытын яҡшы белгән. Был мәғлүмәтте әлеге иргә еткереп торған. Ошо арҡала полиция хеҙмәткәрҙәре бурҙарҙың эҙенә тиҙ генә төшә алмаған, – тине Антон. Бына ошондай батыр егеттәр юл хәүефһеҙлеге һағында тора ла инде!
Л. НУРЕТДИНОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә