Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Батырлыҡ юйылмай
Батырлыҡ юйылмайБөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға күп йылдар үтһә лә, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһындағы мәғлүмәттәр әленән-әле табылып тора. Мәғлүмәттәр менән Рәсәй Оборона министрлығының “Подвиг Народа в Великой Отечественной войне 1941—45 гг.” сайтында танышырға мөмкин. Һуғыштың башынан аҙағына тиклем уның бөтөн михнәттәрен үҙ иңендә кисергән Шәмсүтдин Көнәфин ағайҙың Иҫке Монасип ауылында йәшәгән балалары ошо сайт буйынса аталарының билдәһеҙ ҡаһарманлығы тураһында мәғлүмәтте асты.
“1941 йылдың 8 ноябрендә Дьяково ауылы янындағы ҡаты бәрелештә иптәш Шәмсүтдин Көнәфин үҙенең ҡул пулеметынан дошмандың ҡырҡлап һалдат менән офицерын юҡ итте. Үҙ ҡоралын таҙа, яҡшы торошта тотҡанлыҡтан, уның пулеметы тотҡарлыҡһыҙ эшләне. Ике тапҡыр ҡулы яраланып, күп ҡан түгеүгә ҡарамаҫтан, батыр пулеметсы Көнәфин ҡоралын ташламай дошманға үлемесле ут асыуын дауам итте. Ҡамауҙа ҡалған пулеметсы дошман автоматсылары ҡуласаһы аша үҙенә юл ярҙы, мәргән уты менән үҙ отделениеһына ҡамауҙан сығыуға булышлыҡ итте.
Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Көнәфин Ҡыҙыл Байраҡ орденына тәҡдим ителә.
733-сө уҡсылар полкы командиры: хәрби комиссар
полковник (Таванцев), өлкән политрук Шемякин
24 ноябрь 1941 йыл”.

Көнәфин Шәмсүтдин Сиражетдин улы 1918 йылда Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1935 йылда Байназар ауылында колхозсы йәштәр мәктәбен тамамлағас, колхозда һәм район ойошмаларында иҫәп-хисап эштәре башҡара.
1940 йылдың майында райондан бер төркөм егеттәр менән Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Әрмәнстандың Ленинакан ҡалаһында 733-сө уҡсылар полкында хеҙмәт итә башлай. Физик яҡтан таҙа, көслө һалдат булараҡ Шәмсүтдин ағайға 11 килограмдан ашыу ауырлыҡтағы “Дегтярев” ҡул пулеметы тапшырыла.
1941 йылдың 2 сентябрендә 733-сө уҡсылар полкы фронтҡа оҙатыла. 27 сентябрҙә 316-сы уҡсылар дивизияһы Днепропетровск өлкәһендә тәүге бәрелештә үк румын бригадаһын ҡыйрата һәм бер нисә йөҙ һалдатын әсирлеккә ала.
Украинаның Ворошиловград (Луганск) өлкәһенең Дьяково ауылы янындағы көсөргәнешле бәрелештәр тураһында шундай мәғлүмәттәр бар: 1941 йылдың 6 ноябрендә Шәмсүтдин ағай хеҙмәт иткән 733-сө полк һан яғынан биш тапҡырға күберәк булған дошмандың төп һөжүмен үҙенә ҡабул итә. Көслө артиллерия һәм авиация утынан һуң, еңел еңеүгә өмөт иткән фашистарҙың “СС-Викинг” мотопехота дивизияһы йөҙәрләгән танк ярҙамында һөжүмгә күсә. Авиация һәм артиллерия утынан һуң, беҙҙән кемдеңдер булһа ла тере ҡалыуына ышаныуы ла ҡыйын. Ҡорос ташҡынды хәтерләткән дошман һөжүмен бер нәмә лә туҡтата алмаҫ кеүек. Ләкин фрицтар беҙҙең дивизияға яҡынлашҡас, бомба һәм снарядтар менән пыран-заран килтерелгән окоптар терелә. Винтовка, пулемет уты дошман пехотаһын ҡыра, миномет һәм орудиелар ҙа берҙәм ут аса. Көн аҙағына яндырылған 45 танкын һәм 1500-ҙән ашыу мәйетен ҡалдырып, дошман сигенә. Грозный, Майкоп нефтен һәм Кубань икмәген тиҙерәк яулап алырға ынтылған фашистар өҫтәлмә көс менән 8 ноябрь көнө Дьяково ауылы янында яңынан һөжүмгә күсә. Ярҙам килгәнсе уларҙы туҡтатырға кәрәк. Көс нисбәте күп тапҡырға артыҡ булған дошман, әсиргә алыу ниәте менән, 733-сө полкты ҡамауға ала. Полк һалдаттары ҙур юғалтыу менән ҡамауҙы йырып сыға. Айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәткән бер нисә яугир хөкүмәт наградаларына тәҡдим ителә. Шулар иҫәбендә Шәмсүтдин ағай менән 70-тән ашыу дошман һалдатын һәм офицерын юҡ иткән Ҡадир Кинйәбулатов та (ул да, моғайын, Башҡортостандандыр) телгә алына. Пулеметсы Ҡ. Кинйәбулатов Ленин орденына тәҡдим ителә.
Ноябрь аҙаҡтарында ҡаты бәрелештәрҙең береһендә ауыр яраланған Шәмсүтдин ағай дошман ҡулына эләгә һәм хәрби әсирҙәр лагерына оҙатыла.
Фашист тотҡонлоғондағы түҙеп тора алмаҫлыҡ ауырлыҡты оло сабырлыҡ менән кисереп, Шәмсүтдин ағай 1943 йылдың сентябрендә хәрби әсирҙәр лагерынан ҡасырға көс таба, әсирлектән ҡотолған яугирҙе армияның махсус бүлеге иләгендә тикшереп, ил алдында намыҫы таҙа икәне иҫбатланғандан һуң, 262-се гвардия уҡсылар полкына ебәрәләр.
1944 йылдың 5 майында Севастополь ҡалаһын штурмлау барышында 262-се гвардия уҡсылар полкы беренселәрҙән булып дошмандың алғы һыҙығын яулап ала һәм шул көндә дошмандың 14 һөжүмен кире ҡаға. Гвардия ефрейторы Шәмсүтдин Көнәфинде “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлау бойороғонда былай тип әйтелә:
“Ҡырым өсөн барған һуғыштарҙа һәр ваҡыт ҡыйыу хәрәкәт итте һәм алға ынтылды, беренселәрҙән булып траншеяларға бәреп инде һәм дошманды ҡыйратты.
Аҙаҡҡы алған ҡаты яранан һуң дауаланып сыҡҡас, артабан хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип танылған Шәмсүтдин ағай 1944 йылдың авгусынан санитар поезында хеҙмәт итә. Фашистарҙан азат ителгән Европа илдәренән яралы яугирҙәрҙе тыл госпиталдәренә оҙатыуҙа ҡатнаша.
1946 йылда гвардия сержанты Көнәфин тыуған яғына ҡайта. Бер йыл Яңы Собханғол 7 йыллыҡ мәктәбендә хәрби әҙерлек дәрестәре алып бара, артабан үҙ ауылына ҡайтып, колхоз бухгалтерияһында иҫәп-хисап эштәре башҡара.
1954 йылда Бөрйән МТС-ы ойошторолғас, Шәмсүтдин ағай дәртләнеп механизаторҙар курсын уңышлы тамамлай. 1960 йылға тиклем, МТС-тың алдынғы комбайнсыһы булараҡ, колхоз баҫыуҙарында иген ура, ә ҡышын техника ремонтлай. Тик һуғышта алынған ауыр яралар ирек бирмәй һәм ул яңынан бухгалтер эшенә ултыра. Аҙаҡ колхозда ревизия комиссияһы ағзаһы була.
Һуғыштан һуң бөтөн яугирҙәргә лә, хатта инвалидтарға ла, хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыуҙа ныҡышып эшләргә тура килә. Ниндәйҙер ташламалар тураһында уйларға ла ваҡыт булмай.
9 май Еңеү байрамы тип рәсми рәүештә 1965 йылдан ғына билдәләнә башланы. Йыл һайын был көндә һуғыш һәм тыл ветерандары балалар алдында үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлаша. Шәмсүтдин ағайҙың да урыны түрҙә булды. Тик һуғыш тураһында һүҙ әйтеүҙе һораған саҡта уның тамаҡ төбөнә тығылып, ике күҙенән йәш бөрсөктәре генә тәгәрәй торғайны. “Мин күргәнде башҡаларға Хоҙай күрһәтмәһен”, — тигәндәй ине уның әсе күҙ йәштәре.
Фронттағы тынғы бирмәгән йоҡоһоҙ төндәр, дошман менән йөҙгә-йөҙ килеп алышып, уларҙы юҡ итеү, яҡын иптәштәреңдең һәләк булыуы, ҡаты яраланып ҡанһырап ятҡан килеш әсирлек хурлығына эләгеү, фашист концлагерында көс еткеһеҙ эштәр, аслыҡ, тәндәге фашист ҡамсыһының төҙәлмәҫлек эҙҙәре, әсирлектән ҡасып ҡотолғас, махсус бүлектең ныҡлы тикшеренеүе ҡарт яугирҙең хәтерендә тәрән яра ҡалдырып, күңелен йомшартҡандыр. Ил алдында намыҫы таҙа булып та, ҡайтҡас ҡайһы бер яуыз теллеләрҙең мәсхәрәләргә маташыуы ла ҡасандыр имән кеүек ныҡ, баһадир кәүҙәле ирҙең донъянан иртә китеүенә сәбәпсе булғандыр.
Шәмсүтдин Сиражетдин улы 1974 йылдың майында 56 йәшендә генә ҡаты ауырыуҙан вафат булды.
Ағайыбыҙҙың тәүге никахынан өс ҡыҙы бар. Фәтихә еңгәй менән йәшәү дәүерендә туғыҙ балаға ғүмер бүләк иттеләр. Һуғыш инвалидының ул ваҡытта пенсияһы ла ырамлы булманы. Шулай ҙа тормошҡа зарланманы, оҫта ҡуллы булды, ауылдаштарына ишек, тәҙрә рамдары эшләп ҡыуандырҙы, бал ҡорттары тотто, балаларын иртә эшкә өйрәтеп, малды ишле аҫранылар. Сабыйҙарын ныҡ яратты, шул уҡ ваҡытта оҫталыҡҡа ла өйрәтте. Шуға ла балалары бик йәштән үҙаллы булды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс улы иртә донъя ҡуйҙы. Улдарының барыһы ла тиерлек механизатор һөнәрен үҙ итеп, колхозда алдынғылыҡты бирмәне. Подполковник Хәлил Көнәфин хәрби училище тамамлап, бөгөн Тверь ҡалаһында хеҙмәтен дауам итә. Ауылда ҡалған улдары барыһы ла эшсәндәр, тырыш, йүнселдәр, татыу ғаилә ҡороп, матур донъя көтә.
Шәмсүтдин ағайҙың кеше менән аралашҡанда асыҡ йөҙлө, ихлас әңгәмәсе, йор һүҙле булыуы иҫтә ҡалған. Мандолинала, скрипкала матур уйнаны, мәжлестәрҙә бик моңло итеп йырлар ине.
Шуныһы үкенесле: Шәмсүтдин ағайҙың һуғыш һәм хеҙмәт юлын сағылдырған хәрби билеты ла, хеҙмәт кенәгәһе лә, паспорты ла һаҡланмаған. Фронттан алып ҡайтҡан “Батырлыҡ өсөн” һәм “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары ла ышанысһыҙ ҡулдарға барып эләгеп, юҡ булған. Тик таушалып бөткән үҙ ҡулы менән яҙылған анкетаһы интернетҡа индерелгән архив материалдарына тап килә.
Шәмсүтдин ағайҙың ҡан менән яуланған Ҡыҙыл Байраҡ орденын балаларына юллап алып биреүҙә тейешле ойошмалар ярҙам күрһәтер, тигән ышаныста ҡалайыҡ.
Гәзит уҡыусыларға теләгем шул: һуғыш һәм тыл ветерандарының наградаларын, документтарын ҡәҙерләп һаҡлағыҙ. Улар үткән дәһшәтле йылдарҙың шаһиты булып киләсәк быуындарға күсһен. Балалар ата-бабаларының, өләсәйҙәренең ҡайһы ваҡытта ниндәй батырлыҡтар күрһәтеүен белеп үҫһен.
Сәлихйән ДӘҮЛӘТБИРҘИН.
Бөрйән районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872