Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тарихы дауам итһен
Тарихы дауам итһенИглин районының Тау ауылы халҡы үҙенең 90 йыллығын билдәләргә йыйына. Әллә ни ҙур түгел ул, 70-ләп шәхси хужалыҡ, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб һәм башланғыс мәктәп бар. Пенсия йәшендәгеләр байтаҡ, әле башланғыс мәктәптә ни бары алты бала уҡый. Әммә йәштәрҙең тыуған ерендә төпләнеүе һәм киләсәккә өмөт менән ҡарауы демография мәсьәләһендә асыҡ күренә. Балалар һаны арта, әле мәктәпкәсә йәштәге 30-ҙан ашыу сабый иҫәпләнә. Ауыл төҙөк, йорттар ҙа бында оҫта ҡулдар йәшәүен аңғарта, уларҙы үҙенсәлекле итеп биҙәп-һырлап һалалар.

Исеме Тау тип аталһа ла, ошо исемгә нигеҙ бирерҙәй бейек тауҙар юҡ. Ауылдың тарихын 77 йәшлек Мәсҡүҙә Шафиҡова яҡшы белә. Бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныусан булғанмы, әллә хәтере шәплектәнме, әсәһе Мөбинә Зиннәт ҡыҙы һөйләгәндәрҙе күңел дәфтәренә теркәп барған. Әйткәндәй, Мөбинә инәй иҫән-һау, оҙаҡламай уға 100 йәш тула.
Тарихы дауам итһенБыл урын Айыу тауы тип йөрөтөлгән, артабан атамаһы Тау булараҡ ҡына тороп ҡалған. Ауылға нигеҙ 1922 йылда һалына башлаған, Ләмәҙ буйында ултырған бәләкәй ауылдар халҡы әкренләп ошонда күсенгән. Ағастарҙы ҡырҡып, йорт-ҡаралты һалыр өсөн һәр кем биләмәне үҙе әҙерләгән. Шуға ла әлегәсә теге йәки был битләү Нуретдин баҫыуы, Заһретдин баҫыуы, Батырша баҫыуы һәм башҡа исемдәр менән атап йөрөтөлгән. 1931 йылда 80-ләп йорт һаналған.
“Беҙ был ауылға 1941 йылда күсендек, атайым агроном ине. Кәмбәрәк тигән икенсе исеме лә була торғайны. Ошо атамаға бәйле хәл дә ҡыҙыҡлы: колхоздар төҙөү башланғас, ер бүлгән саҡта кәмерәк тигән һүҙҙән үҙгәреберәк тороп ҡалған. Түбә Ялан ауылынан Ғәлләметдин тигән бабай төбәккә ҡағылышлы тарихты яҡшы белә ине. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: беҙҙә алыҫтан килеп төпләнеүселәр юҡ, килендәр генә сит яҡтарҙан”, — тип байтаҡ хәтирәләрен тағатты Мәсҡүҙә Мәүлит ҡыҙы.
Һөйләгәндәренән Ләмәҙ йылғаһы буйында йәшәүселәргә генә хас ғөрөф-ғәҙәтте һаҡларға тырышыуҙарына, ергә ерегеүҙәренә инандыҡ. Халыҡ ауыр йылдарҙа ла төшөнкөлөккә бирелмәгән, эшләргә һәм йәшәргә ынтылған.
Мәсҡүҙә Шафиҡова әле яңғыҙы нигеҙен тарҡатмай ғүмер кисерә. Пенсия аҡсаһына ғына ҡарап ятмай, йәшелсә-емеш үҫтерә, кәзә аҫрай, ғөмүмән, ҡартайырға ашыҡмай. Малсылыҡта эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Ял көндәрендә балаларын көтөп ала. Уның тормошто яратыуы һәр нәмәлә асыҡ күренә. Мәҫәлән, көноҙоно тиерлек радио аша яңылыҡтар менән таныша, йыр-моң тыңлай, “Башҡортостан” һәм “Йәшлек” гәзиттәрен алдырып уҡый. Беҙ барғанда алъяпҡыс быуып һәм яулығын сөйөп, мейес тултырып икмәк бешерергә әҙерләнә ине. Тәбиғәттең йәмле мөйөштәренең береһе Ләмәҙ буйына һәм ауылдаштарына бәйле әллә күпме тарихты һаҡлаған Мәсҡүҙә Мәүлит ҡыҙын фотохәбәрсебеҙ мейескә икмәк һалған мәлендә фотоға төшөрөп алды ла инде.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА
Иглин районы,
Тау ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә