Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Урғып сыҡҡан шишмә кеүек
Урғып сыҡҡан шишмә кеүекНефтекама ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, “Урал” төбәк-ара башҡорт халыҡ үҙәгенең Нефтекама филиалы етәксеһе, ҡала ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының үҙ хәбәрсеһе, Нефтекама дәүләт филармонияһының әҙәбиәт һәм эстрада бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре... Былар — барыһы ла бер шәхес — Нефтекамала ғына түгел, республикала ла исеме яңғыраған Зилә Рамазан ҡыҙы Аҙнабаева хаҡында.

Тәбиғәттең күркәм төбәгенән урғылып сыҡҡан инеш, юлындағы барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңеп, көсәйә барып, оло йылғаға ҡушыла. Күпме көс-ҡеүәт, ғәйрәт, сәм был шишмәлә! Мөһабәт тауҙар, йүгерек шишмә-йылғалар төбәге булған Белорет районы ҡыҙы Зилә Аҙнабаева тотош булмышы менән тыуған яғын һынландырған кеүек тә инде.
Мәктәп йылдарында уҡ Зилә һәр яҡлап иң әүҙем уҡыусыларҙың береһе була. Гәзит сығарыу, концерт ҡуйыу, спорт бәйгеләрендә ҡатнашыу, пионер, комсомол тормошонда ҡайнау, оло йәштәгеләргә ярҙам тиһеңме, етеҙ ҡыҙ гел беренселәр рәтендә йөрөй.
— Эштә ҡайнап, сынығып үҫтем, ул осорҙағы йәшәү шарттары бөгөнгө менән сағыштырырлыҡ булмаһа ла, төшөнкөлөккә урын юҡ ине, — тип хәтерләй Зилә Рамазан ҡыҙы. — Ышаныуы ла ҡыйын, ә бит тыуған ауылым Йөйәктә электр уты һикһәненсе йылдар башында ғына ҡабынды. Мәктәптә дәрестәр кәрәсин һәм май шәме яҡтыһында уҙғарылды. Тормошҡа һөйөү, маҡсатлы йәшәргә өйрәткәне өсөн атайым Рамазан Бирғәли улы менән һөйөклө әсәйем Факия Ситдыҡ ҡыҙына оло рәхмәтлемен. Улар икеһе лә мәрхәмәтле, егәрле кеше ине. Бөгөнгө тормошҡа күҙ һалһаң, ғаилә ҡиммәттәренең ни тиклем һүнә барыуын күреп, хайран ҡалырлыҡ. Күптәр балаларҙы тәрбиәләү бурысын йәмғиәткә, мәктәп елкәһенә генә йөкмәтергә тора, бөгөн ул бөтөнләй баһаланмай, тиһәм, һис тә хаталанмамдыр. Граждандар никахы, “бер-береңде һынау” тигән булып рәсми теркәүһеҙ йәшәү арҡаһында ваҡытлы ғаиләләр барлыҡҡа килде. Ә бит тулы ғаиләлә генә бала бәхетле. Ошолар хаҡында уйлағанда йәнә атай-әсәйемде иҫкә төшөрәм. Улар миңә намыҫ төшөнсәһен һеңдерҙе, халҡымды, еремде яратырға, кеселекле, кешелекле булырға өйрәтте. Атай-әсәй фатихаһы менән Белорет педагогия училищеһын тамамланым. Ошонда уҡыған осорҙа халыҡ театрында шөғөлләндем, йыр ансамбленә йөрөнөм, үҙемә яңы офоҡ — сәнғәткә юл астым, спорт менән дуҫлаштым. Күңелемдә һәр саҡ белемгә, яҡтылыҡҡа ынтылыш йәшәне һәм йәшәй...
— Уҡытыусы булыу ниәтенән баш тартып, сәнғәткә тартылыуығыҙҙы нисек аңлатырһығыҙ?
— Минең уйымса, Аллаһы Тәғәлә был яҡты донъяла һәр кешегә билдәле бер маҡсат, бурыс йөкмәтә. Әгәр ҙә әҙәм балаһы ошо төшөнсәләрҙе аңлап, бойомға ашырһа, ул — бик бәхетле. Миңә лә Хоҙай, һинең кешеләр өсөн хеҙмәтең сәнғәт аша ята тип билдә һалғандыр, ахырыһы. Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый башлағас, был хәҡиҡәткә тамам инандым. Ә сәнғәткә “юлланманы” миңә Белорет башҡорт үҙешмәкәр театры бирҙе, ғөмүмән, сәнғәт донъяһында үҙ юлымды табыуыма бик һөйөнәм.
Мин үҙләштергән режиссер һөнәре — үтә нескә һәм ҡатмарлы. Сәхнә кешеләрҙең психологияһын аңларға өйрәтте, хатта ҡайһы берәүҙәрҙең күҙ ҡараштарынан уҡ ни әйтерен беләм кеүек һәм йыш ҡына яңылышмайым.
Сер түгел, сәхнә әҙәм балаһына билдәлелек тә килтерә... Шуны әйтә алам: алдыма һис ҡасан да ниндәйҙер исем, дәрәжә алыу бурысын ҡуйманым һәм ҡуйғаным да юҡ. Яҙмыш мине Нефтекамаға алып килгәс, йән атып, мәҙәни усаҡтарҙа эшләй башланым, башкөллө мәҙәни тормошҡа сумдым. Нефтекама — төрлө милләт халҡы төйәк иткән ҡала, төньяҡ-көнбайыш төбәктең мәҙәни үҙәге. Бында республика, Рәсәй, хатта халыҡ-ара кимәлдәге төрлө сәнғәт бәйгеләре, байрамдар уҙа. Ошо сараларҙы үткәреү өсөн көсөмдән килгәнсе үҙ өлөшөмдө индерергә тырыштым һәм тырышам. Филармония асылғас, режиссер итеп эшкә саҡырылдым. Әлбиттә, был сәнғәт мәккәһен аяҡҡа баҫтырыуға күп көс һалынды.
— Зилә Рамазан ҡыҙы, милләтебеҙҙең киләсәген нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?
— Башҡортом урман-ҡырҙары, тау, шишмә-йылғалары, ер аҫты ҡаҙылмалары менән генә түгел, ә күңеле, рухиәте менән дә бай! Бындай халыҡтың киләсәге лә яҡты булырға тейеш. Милли тамырҙарҙы йолҡоп ташлап булмай. Тимәк, киләсәктә үҫәсәкбеҙ һәм алға табан ныҡлы аҙымдар яһаясаҡбыҙ. Әммә өлгәшелгәндәр менән туҡтап ҡалмаҫҡа, уның һәр бөртөгөн ҡәҙерләп һаҡларға һәм үҫтерергә кәрәк. Бының өсөн һәр беребеҙ үҙ өлөшөн индерергә тейеш.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, халҡыбыҙ ниндәй генә һынауҙар үтмәгән! Ауылдарҙан көл генә ҡалғанда ла, меңәрләгән баштар киҫелгәндә лә, башҡорт артабан йәшәргә көс тапҡан. Шундай тарихы булған милләт бер ҡасан да юғалмаясаҡ.
Марат МОРАТОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. Ринат
    Ринат от 04.07.2012, 22:43
    Класташым Зилә Рамаҙан ҡыҙы уңыштарына ҡыуанам. Афарин, класташ, милләт өсөн иҫ китмәле файҙалы эштәр башҡараһың!

    Афарин Зилә Рамаҙан ҡыҙы. Класташым уңыштарына ҡыуанам. Гелшулай милләт тип янып йәшә!

Комментарий өҫтәргә