Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уңыш хаҡы: Башҡорт хужабикәһе контентын ғына түгел, бөтә тормошон үҙгәрткән

Өфөнән билдәле блогер Башҡорт хужабикәһе менән асыҡтан-асыҡ әңгәмә.

Фото: Валерий Шахов

Үлем менән янауҙар, пластик операциялар, яҡындарының ҡабул итмәүе... Был Өфө блогеры Башҡорт хужабикәһенә билдәлелеккә илткән юлда осраған кәртәләрҙең бер өлөшө генә. Миләүшә Шәйхисламова ҡыҙыҡлы видеояҙмалар төшөрөү өсөн ниндәй генә хәлдәргә тарымай.

«Беҙ башҡа блогерҙар менән баттл ойошторҙоҡ. Миңә берәй ресторанда бушлай ашап сығырға задание бирҙеләр. Үҙемдең көндәлек кейемемдә ресторандар буйлап киттем: халат кейгәнмен, сәсем ялбырап тора. Бер ашханаға инеп һыу һорағас, миңә бәҙрәфкә инеп унитаздан эсергә тәҡдим иттеләр. Етмәһә, тартҡылап тышҡа сығарырға маташалар, Росгвардияға шылтыраттылар. Бөтә ваҡиғаны йәшерен камераға төшөрҙөк. Өйгә илай-илай ҡайттым да, видеояҙмаларҙы социаль селтәрҙәргә һалдым... Шунан һуң ҡот осҡос хәлдәр башланды, өйөмдө яндырып китеү менән янайҙар, етмәһә, ҡайҙа йәшәгәнемде лә беләләр, үҙем өсөн генә түгел, яҡындарым өсөн ныҡ ҡурҡтым», — тип уртаҡлашты блогер.

Башҡорт хужабикәһенең популярлығы артында төрлө хәлдәр тора. Әммә ул бер йыл элек контентын ғына түгел, тотош тормошон үҙгәртергә ҡарар иткән. «Башинформ» редакцияһына Миләүшә Шәйхисламова яңы образда килде һәм үҙенең яңыса тормошо, уңыш хаҡы, юғалтыуҙары хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләне.

АШНАҠСЫНАН ПОПУЛЯР БЛОГЕРҒА

— Миләүшә, бөгөн республикала һеҙҙе күптәр белә. Ҡасан үҙегеҙҙе йондоҙ итеп тойҙоғоҙ?

— Мин һаман да быға өйрәнмәгәнмен. Кешеләр ресторанда йә урамда бергә фотоға төшөргә һорап мөрәжәғәт итә башлағас, мине беләләр икән тип уйланым. Тәүҙә быға бер аҙ һағайып ҡарай инем: минең видеояҙмалар шулай ҡыҙыҡлымы икән ни? Мин һаман да үҙемде уңышлы блогер тип һанамайым. Бөгөнгө көн менән йәшәйем. Минең өсөн блог — ул бизнес түгел, яратҡан шөғөлөм, йәнемдең бер өлөшө. 

— Интернетта блог алып барыуығыҙ... эштән ебәрелеүҙән башлана.

— Мин һөнәрем буйынса хоҡуҡ белгесе, атай-әсәйемдең кәңәше буйынса уҡып сыҡтым. Икенсе һөнәрем иһә — ашнаҡсы. Блогерлыҡҡа тиклем балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләй инем, шул тиклем эшем оҡшай ине. Хеҙмәттәшем менән һүҙгә килешеп, эштән киттем. Мин иртәнге сәғәт 5-тән эшкә йөрөүгә күнеккән инем. Шулай итеп, өйҙә тик кенә ултыра алмайым, төрлө ризыҡтар бешереп видеоға төшөрә башланым: билмән, бәлештәр, ҡоймаҡ... Һәр яҙманы ғаилә төркөмөнә ебәрәм. Тора-бара ҡайһы бер туғандарым был «эшмәкәрлегемдән» ялҡып китте. Бер мәл бер туған ҡустым былай ти: «Миләүшә, беҙҙең телефонды видеоларың менән тултырҙың. Блог ас та шунда һал!» Барыһы ла шулай башланды. Мин шунда уҡ блогыма исем уйлап таптым. Мин — башҡорт, мин өйҙә ултырам, мин — хужабикә. Ҡыҙым Азалия ул саҡта башланғыс класта ғына уҡый ине, барыһын да көйләргә ярҙам итте. Тәүге видеояҙмалар бик ябай, туған телдә ине. Баҡтиһәң, кешеләргә ябай, халыҡсан, тере контент етмәгән икән.

— Ҡапыл популярлыҡ яулауыңды ирең, яҡындарың нисек ҡабул итте?

— Барыһы ла еңелдән булманы. Тәүҙә туғандарҙан, таныштарҙан даими «сәләм хаттары» килеп тора ине: «Былай итеп видеоға төшмә», «Был турала һөйләмә»... Хатта ирем дә ҡәтғи ҡаршы ине. Яҙылыусылар һаны 70 меңдән ашҡас ҡына уның ҡарашы үҙгәрҙе. Ә тәүге реклама аҡсаһын алғас, ярҙамлаша, видеоға үҙе лә төшә башланы. «Башҡа блогерҙар рекламанан аҡса эшләй, ниңә һин дә маташып ҡарамаҫҡа?» — тип һорай ул бер ваҡыт. Реклама эшләүҙә әле лә һаҡмын: Башҡортостан минең өсөн ҙур бер ауыл кеүек, бөтәһе лә бер-береһен белә, шуға күрә берәй компанияны халыҡҡа тәҡдим итер алдынан йөҙ тапҡыр тикшерәм, мәғлүмәт йыйып сығам. Аҡсаға ҡарағанда абруй мөһимерәк.

Фото: Валерий Шахов

БАШҠА «ГЛАМУР» ТҮГЕЛ

— Һуңғы йылда танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙегеҙ, бер нисә ҡатмарлы операция үткәрҙегеҙ. Табиптар менән кәңәшләштегеҙме?

— Әлбиттә. Ошо операцияны яһатҡан Өфө блогерҙары менән кәңәшләштем. Бары тик тормошомдо тиҙ арала үҙгәрткем килде. Операция яһатыу минең өсөн иң ҡулай ине, сөнки үҙ-үҙемде тыя алмайым — ашауға шәпмен. Хәйер, әле лә шулай. Әммә тәүҙә ашҡаҙан резекцияһының һөҙөмтәләре көтөлмәгәнсә һәм бер аҙ ҡурҡыныс булды: ярты йыл эсендә 53 килограмға ябыҡтым, ярты тирем һалбырап төштө. Яҙылыусыларым (бигерәк тә кеше бәхетенә ҡыуана белмәгән ҡатындар) мине 70 йәшлек әбейгә тиңләй башланы. Тәүге әмәлиәттән ярты йыл үткәс, битемә пластик операция эшләттем. Йөҙөмдө ҡабул итеү еңел булһа, тәнемде ҡабул итеү ауыр булды. Әле лә көҙгөгә ҡарайым да, ҡайһы саҡта үҙемде танымайым. Кейем һайлағанда миңә бөтә нәмә тура килмәгән кеүек тойола.

Уның ҡарауы, хәҙер матур күлдәктәр кейә алам, ҡатын-ҡыҙ гүзәллеге, нескәлеге шунда бит. Минең өсөн иң ҙур үҙгәреш — спорт менән шөғөлләнә башлауым. Операциянан һуң элекке килограмдарҙы кире йыйырға ла мөмкин, шундай осраҡтар ҙа бар.

— Кинәт үҙгәреүегеҙ күптәр өсөн көтөлмәгән хәл булды. Әйткәндәй, бөгөн күп блогерҙар, артистар пластик операция эшләтә. Был үҙ-үҙеңде эҙләүме әллә блогерлыҡ эшмәкәрлегенең бер өлөшөмө?

— Юҡ, хайп, билдәлелек өсөн түгел, иремдең үтенесе буйынса ла түгел. Әүҙем тормош алып барыуға миңә тағы ла берәй 20-30 йыл ҡалғандыр, ошо йылдарҙы матур итеп үткәрергә теләйем. Ғүмер тиҙ үтә. Тормошто үҙгәртеү өсөн бер аҙым етә икәнен аңлай инем. Мин оҙаҡ уйлап-үлсәп тормайым, эшләйем дә ҡуям. Операция эшлтәрегә ҡарар ҡабул иткән көндә үк анализдар тапшырырға барҙым. Әле лә көн дә тормошомдо үҙгәртеүҙе дауам итәм.

— Социаль селтәрҙә ябай хужабикә булараҡ блог алып бара инегеҙ, хәҙер һеҙ — һомғол буйлы, нескә билле ҡатын-ҡыҙ. Видеояҙмаларығыҙҙа халыҡсанлыҡ юғалмаҫмы?

— Был турала күптәр һорай. «Миләүшә, һин бигерәк «гламур» булып киттең», — тиҙәр. Мин йәш сағымдан матур кейенергә яратам, әммә тулы кәүҙәле ҡатын-ҡыҙҙарға матур, стилле кейемдәр бөтөнләй юҡ тиерлек ине. Ябыҡҡас, минең алдымда төрлө-төрлө күлдәктәр, костюмдар донъяһы асылды. Әммә күңелем, холҡом, юморым — барыһы  ла шул килеш ҡалды. Мин бер ҡасан да үҙемдең тәнемдән оялманым; Минең бер ниндәй ҙә тыйыуҙарым юҡ. Олатайым менән өләсәйем мине бөтөнләй ирекле итеп үҫтерҙе. Мин уйлаған һәр нәмә тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләй алам.

— Бөгөн социаль селтәрҙә бер-береһенә оҡшаш образлы «гламур» блогерҙар шул тиклем күп. Яңы образығыҙ менән улар менән конкурентлыҡ итеү ауырыраҡ булмаҫмы?

— Мин бер кем менән дә ярышмайым. Һәр блогерҙың үҙ юлы, үҙ аудиторияһы бар. Барыбыҙ ҙа төрлөсә эшләйбеҙ.

— Миллионлаған аудитория менән бергә дан ғына түгел, «хейт» та килә. Һәр саҡ кире фекер белдергән яҙылыусыларға ҡарашығыҙ нисек?

— Ҡыҙыҡ, ҡайһы саҡта иң әшәке һүҙҙәрҙе йылдар буйы блогымды ҡарап барған кешеләр яҙа. Улар үҙ фекерен генә белдереп ҡалмай, шәхси хәбәрҙәр яҙа. Мин уҡыйым, күҙәтәм, аңлайым: был кешеләр һәр саҡ негатив менән генә йәшәй. Уларҙың башҡа эштәре лә юҡ, үҙ тормошон ҡора алмайҙар. Алда әйтеп үтеүемсә, үлем менән янағандар ҙа күп булды, әле лә ҡайһы саҡта урамда йөрөгәндә ҡурҡып китәм.

— Тормошонда нимәлер үҙгәртергә теләгән, әммә баҙнат итмәгән ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

— Бик ябай итеп әйтәм: яңылышыуҙан ҡурҡмағыҙ. Үҙегеҙ булып ҡалығыҙ, күҙҙәрегеҙҙә осҡон балҡытҡан эшкә тотоноғоҙ. Һәм, әлбиттә, негатив фекер йөрөткән кешеләрҙе тыңламағыҙ — улар һәр ваҡыт буласаҡ, әммә изге күңелле кешеләр барыбер ҙә күберәк.

Бынан алда «Башинформ» хәбәрсеһе йырсы Илсиә Бәҙретдинова менән интервью эшләгәйне.



Автор: Инсаф Хужабирганов / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығының ағаһы вафат булған
Башҡортостанда йәшәүселәрҙе боҙлауыҡ һәм көслө ел хаҡында иҫкәрттеләр

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе боҙлауыҡ һәм көслө ел хаҡында иҫкәрттеләр 10.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе боҙлауыҡ һәм көслө ел хаҡында иҫкәрттеләр...

Тотош уҡырға 5

«ГигаЧат» нейроселтәре башҡорт телен үҙләштергән

«ГигаЧат» нейроселтәре башҡорт телен үҙләштергән 10.04.2026 // Йәмғиәт

«ГигаЧат» нейроселтәре башҡорт телен үҙләштергән...

Тотош уҡырға 2

Рәсәйҙә Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр көсөнә инде

Рәсәйҙә Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр көсөнә инде 10.04.2026 // Йәмғиәт

Сентябрҙән хеҙмәткәргә ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға һәм өс йәшкә тиклемге балаһы булған әсәйҙәргә һынау ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ауыл табиптары һәм фельдшерҙары 89,2 миллион һумды кире ҡайтарырға тейеш

Башҡортостанда ауыл табиптары һәм фельдшерҙары 89,2 миллион һумды кире ҡайтарырға тейеш 10.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы 2019-2024 йылдарҙа «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» ......

Тотош уҡырға 3

Ҡар яуыуға бәйле Белорет районы трассаһында хәрәкәт сикләнде

Ҡар яуыуға бәйле Белорет районы трассаһында хәрәкәт сикләнде 10.04.2026 // Йәмғиәт

Ҡар яуыуға бәйле Белорет районы трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Республиканың 8 муниципалитетында юлдарҙы һәм күперҙәрҙе һыу баҫҡан

Республиканың 8 муниципалитетында юлдарҙы һәм күперҙәрҙе һыу баҫҡан 10.04.2026 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан яҙғы ташҡын буйынса ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Дүшәнбегә рейстар асылды

Өфөнән Дүшәнбегә рейстар асылды 10.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Дүшәнбегә рейстар асылды...

Тотош уҡырға 2

Республикала Өфө – Инйәр – Белорет юлы төҙөкләндерелә

Республикала Өфө – Инйәр – Белорет юлы төҙөкләндерелә 09.04.2026 // Йәмғиәт

Белорет районында «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектын бойомға ашырыу барышында Өфө — Инйәр — ......

Тотош уҡырға 1

Яҡташыбыҙҙың балаларына 1,8 миллион һум бурысы йыйылған
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ сауҙа итеү урындарында бер нәмә лә һатып алмаҫҡа кәңәш итәләр

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ сауҙа итеү урындарында бер нәмә лә һатып алмаҫҡа кәңәш итәләр 09.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ сауҙа итеү урындарында бер нәмә лә һатып алмаҫҡа кәңәш итәләр...

Тотош уҡырға 2

Өфө парктарында талпандарға ҡаршы көрәш башлана

Өфө парктарында талпандарға ҡаршы көрәш башлана 09.04.2026 // Йәмғиәт

Өфө парктары һәм скверҙары талпандан эшкәртелә, тип хәбәр иттеләр мэрияла....

Тотош уҡырға 3