Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йондоҙнамә. 2 — 8 июль
Йондоҙҙарҙың торошо өҫтәмә мөмкинлектәр вәғәҙә итһә лә, хәл-ваҡиғаның кинәт үҙгәреп китеүенә лә ишара яһай. Шишәмбенән йомаға тиклем Зөһрә йондоҙ Игеҙәктәр градусы аша үтәсәк. Был һеҙгә лә, яҡындарығыҙға ла, бәйләнештәрегеҙ менән файҙаланып, байтаҡ эште тормошҡа ашырырға форсат бирә һымаҡ. Тик шаршамбынан кесе йомаға тиклем Марс Үлсәү йондоҙлоғо аша үтәсәк. Тап ошо планета башланғыстарығыҙҙы селпәрәмә килтерәсәк көскә эйә.
Дүшәмбе – әүҙем һәм бик уңышлы көн. Килешеүҙәр төҙөү, милек һатып алыу, уҡыу, фәнни эш менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы мәл. Шишәмбе шәхси тормошоғоҙға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеп ҡалығыҙ. Өй эштәре менән булығыҙ. Көндөң икенсе яртыһында төрлө йәрәхәт алыу ихтималлығы арта. Һаҡ булығыҙ. Шаршамбы суд системаһы һәм башҡарма власть органдары менән ҡыйынлыҡтар булыуы мөмкин. Кесе йома алыҫ юлға сыҡмау хәйерлерәк, артабанғы яҙмышығыҙҙы хәл итерҙәй осрашыуҙарҙан баш тартығыҙ. Йомала хәл-ваҡиғалар киҫкенләшер, шуға мөһим мәсьәләләргә алдан асыҡлыҡ индерегеҙ.

ҠУҘЫ (21.03 — 20.04).

Командировкаға йыш сығырһығыҙ. Уларҙан баш тартмағыҙ, һәйбәт килем алырһығыҙ. Аҡса эшләү мөмкинлектәре артыр. Һаулығығыҙҙы ҡайғыртығыҙ, ҡан баҫымына иғтибарлы булығыҙ.

БУҒА (21.04 — 21.05).

Башҡарған эшегеҙгә мөнәсәбәтте үҙгәртегеҙ. Яңы проектҡа ниндәй кәйеф менән тотонаһығыҙ, ул шул темпта тормошҡа ашыр. Балағыҙ булһа, был аҙнала уға иғтибарығыҙҙы йәлләмәгеҙ.

ИГЕҘӘКТӘР (22.05 — 21.06).

Эшегеҙҙе илке-һалҡы башҡармағыҙ. Барыбер уны яңынан эшләргә тура киләсәк. Аудитория алдында сығыш яһау уңышлы үтәсәк.

ҠЫҪАЛА (22.06 — 23.07).


Был аҙнала аҡса мәсьәләһендә бик иғтибарлы булығыҙ. Ҡыйбатлы әйбер алғанда, ентекләп һайлағыҙ. Эшмәкәрлегегеҙ менән күптән ҡыҙыҡһыналар, дәрәжәлерәк эш тәҡдим итеүҙәре ихтимал.

АРЫҪЛАН (24.07 — 23.08).

Һеҙҙең өсөн уңышлы аҙна. Эштә лә, ғаиләлә лә бөтәһе лә уң бара. Аҙна уртаһында дуҫтарығыҙ менән осрашығыҙ. Тап уларҙан мөһим мәғлүмәт ишетерһегеҙ.

ҠЫҘ (24.08 — 23.09).

Һаран малы – тәләфкә, тигән боронғолар. Аҡса мәсьәләһен уйлап хәл итегеҙ. Яҡындарығыҙ менән кәңәшләшеү ҙә ҡамасауламаҫ.

ҮЛСӘҮ (24.09 — 23.10).

Саҡ ҡына мутлашырға өйрәнегеҙ. Әңгәмәсегеҙ һеҙҙән нимә ишетергә теләй, шуны һөйләгеҙ. Шулай эшләһәгеҙ, шәхси тормошоғоҙҙағы ҡайһы бер ауырлыҡтарҙы ҡул менән һыпырып алғандай булыр. Көтмәгәндә уңышҡа осрарһығыҙ.

САЯН (24.10 — 22.11).

Кемдең ҡулында – шуның ауыҙында, тигән девиз менән йәшәгеҙ. Эштә — хеҙмәттәштәрегеҙҙең, бизнеста партнерҙарығыҙҙың һәр аҙымын алдан күҙалларға тырышһағыҙ, уңырһығыҙ.

УҠСЫ (23.11 — 21.12).

Һеҙҙең йомшаҡ яҡтарығыҙға баҫым яһаясаҡтар. Шуға алдан әҙер булығыҙ. Был аҙнала күптәнге хыялдарығыҙ тормошҡа ашыр.

ЫЛАҠ (22.12 — 20.01).


Бурысҡа аҡса бирмәгеҙ. Ошо арала һүҙгә килешкән кеше менән ҡайтанан мөнәсәбәт асыҡламағыҙ. Хеҙмәттәштәрегеҙ тураһында күберәк белгегеҙ килһә, бының өсөн иң уңайлы ваҡыт.

ҺЫУҒОЯР (21.01 — 19.02).

Һуңғы ике аҙна һеҙҙең өсөн көсөргәнешле булды. Шуға әҙерәк ял итеп алырға ваҡыт. Был аҙнала яҡындарығыҙға, хеҙмәттәштәрегеҙгә ҡарата иғтибарлы булығыҙ.

БАЛЫҠ (20.02 — 20.03).

Бер маҡсат ҡуйып ҡына алға атламағыҙ. Башығыҙҙа пландар ҡайнап торһон. Мөмкин икән, ҡыҫҡа булһа ла ял алығыҙ.
Өмөтбикә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә