Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баймаҡ – бай яҡ
Ирәндек тауҙарында һоҡланғыс урындар бик күп. Уларға алыҫтан күгәреп күренеп торған ҡая ташлы түбәләр — Ҡоҙғон ташы, Күсем ташы, Ҡараташ, Яманташ, Тағанташ, Йүнгүҙәй инә. Шуларҙың араһынан бер нисәүһен Баймаҡ районының мөғжизәләре тип атарға мөмкин.

Күсем ташы

Күсей ауылы тапҡырында Ирәндек тауҙарының Күсем ташы тигән түбәһе бар. Күсем ташы — Ирәндек тауҙарының иң гүзәл һәм иң матур урындарының береһе. Уның көньяҡ һәм төньяҡ итәгенән урғылып шишмәләр сыға. Был тирәлә ҡайын, уҫаҡ, ҡарағай, ҡарағас үҫә, төрлө емеш-еләккә лә бай урын. Һутлы үләнле туғайлыҡтарҙа, аҡландарҙа мал утлай. Күптәр, Күсем ташының тарихын билдәле Күсем батыр менән бәйлеме, тип тә һорар, әммә улар араһында бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ.
Бынан өс-дүрт быуат элек хәҙерге Бөрйән районы яҡтарынан Бөрйән ырыуы башҡорттары Ирәндек тауҙарының көнсығыш итәгенә килеп йәйләү ҡора, сөнки һунарсылар тауҙың көнсығыш итәгендә ҡарҙың бер ай самаһы һуңлап ятыуын, ә яҙғыһын иртәрәк иреп бөтөүен белгән. Бына шуның өсөн дә Бөрйән ырыуы башҡорттары малдарын иртә яҙҙан ошо яҡҡа йәйләүгә ҡыуған, ә көҙ ҡыуып алып ҡайтҡан. Уларҙың араһында Күсей исемле кеше лә була. Ул малын хәҙер Күсем ташы тип йөрөтөлгән ҡаялы таштарҙың аҫтындағы юл буйлап ҡыуа торған булған, сөнки Күсем ташынан Ирәндек тауҙарының көньяғындағы ерҙәр ус төбөндәге кеүек күренеп ята.
Бер ваҡыт, көҙ еткәс, Күсей үҙенең малын Бөрйәнгә ҡышларға ҡыуып алып ҡайтырға була. Әммә йылҡылары теүәл булмай сыға. Бик оҙаҡ эҙләйҙәр, тик таба алмайҙар. Аптырап ҡайтып китәләр. Ҡыш етә. Күсей ҡарт үҙенең айырылып ҡалған йылҡыларынан бөтөнләйгә төңөлә.
Март айында Бөрйән яҡтарынан килгән һунарсылар Ирәндек тауҙарының көньяҡ итәгендә, Күсейҙең йәйләүе тирәһендәге аҡланда, бер өйөр йылҡы малын күрә. Күргәндәрен ҡайтып һөйләйҙәр. Был хәбәрҙе ишеткәс тә, Күсей ҡарт ике улын алып, шул йылҡыларҙы эҙләргә китә. Күсем ташына күтәрелһәләр, тауҙың көньяҡ итәгендә йылҡы өйөрөн күрәләр. Аттар уныҡы булып сыға, әммә уларҙы алып ҡайтмайҙар, сөнки Бөрйәндә ҡар ҡалын була, етмәһә, яҙ ҙа яҡынлаша. Күсей ҡарт улдарына йылҡыларҙы ҡар иреп бөткәнсе алмашлап көтөргә ҡуша. Үҙе лә, йыш ҡына Күсем ташына килеп, аҡландағы йылҡыларын ҡарай торған булған.
Яҙ еткәс, Күсей ҡарт үҙенең йылҡы өйөрө ҡышлаған урынға бөтөнләйгә күсеп килергә була. Бар мөлкәтен, мал-тыуарын, ғаиләһен, Күсем ташы аҫтындағы һуҡмаҡ буйлап, Ирәндек тауының көньяҡ итәгенә күсерә. Ул барып төпләнгән урында аҡрынлап ауыл барлыҡҡа килә. Ул ауылды хәҙер Күсей тип йөрөтәләр. Йылҡыларын менеп ҡараған ҡая Күсем ташы тип йөрөтөлә башлай. Ауылдың да, ҡаяның да исеме бер үк булмаһын тигәндәрҙер. Бөгөн дә был ҡаяға йыл һайын ауыл халҡы ғына түгел, тирә-яҡта йәшәүселәр ҙә менеп төшә. Ҡая башынан күрше Әбйәлил районының ҡайһы бер ауылдары ап-асыҡ күренә.

Йәнгүҙәй

Ирәндек тауҙарының алыҫтан күгәреп ятҡан түбәләренең береһе — Йәнгүҙәй. Хатта халыҡ уға арнап йыр ҙа сығарған.
Ирәндеккәй тауҙың, эй, башында
Үркәсләнеп ята Йәнгүҙәй.
Шунда ғына тыуҙым, шунда үҫтем,
Йәнгүҙәйҙе күрмәй йән түҙмәй.
Ирәндеккәй тауын, эй, буйланым,
Йәнгүҙәйҙә ҡурай уйнаным.
Тыуған ерҙе ташлап китә алмай
Йырланым да, шунда иланым.
Йәнгүҙәйҙә ҡалған ҡурайымдың
Ике башҡайҙары еҙ генә.
Үҙ башыңды үҙең һаҡламаһаң,
Сит илдәргә китеү тиҙ генә.
Ирәндектең Йәнгүҙәй түбәһе төньяҡтараҡ, Иҫәнбәт ауылы эргәһендә, үркәсләнеп ҡалҡып тора. Ул Темәс ауылы, Һаҡмар йылғаһы буйынан да, Әбйәлил яҡтарынан да күгәреп күренә. Ә башына менеп ҡараһаң, Талҡаҫ күле ус төбөндәге кеүек кенә.
Йәнгүҙәй исеменең килеп сығыуын төрлөсә аңлаталар. Берәүҙәр уны гүзәл, йәмле булып күренгәнгә “Йәнгүзәл” тип йөрөткән, ә һуңынан ул Йәнгүҙәй булып киткән, ти. Икенселәр иһә, Йәнгүҙәй исеме “йән күҙләй” тигән һүҙҙән алынған тип тә аңлата, сөнки һунарсылар был бейек түбәнән тирә-яҡты, шулай уҡ ҡырағай йәнлектәрҙе лә күҙәткән.
Ә бына “Йәнгүҙәй” йырының легендаһы 250 йыл элек хәҙерге Баймаҡ районы ерҙәрендә булған тарихи ваҡиғаларға барып тоташа. 1755 йылдың яҙында Петербургтан Башҡортостанға Брагин тигән ҡаты бәғерле кеше етәкселегендә тау-тикшеренеү партияһы килә. Ул батша һалдаттары һағы аҫтында Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышына Бөрйән ырыуы башҡорттары араһына ла килеп сыға. Брагин үҙе туҡталған башҡорт ауылдарында башҡорт батырҙары, тимерселәре, ҡорал эшләүселәре, ҡурайсылары тураһында мәғлүмәт йыйған. Темәс ауылы эргәһендәге Таш ауылында (Ташауыл) оҙаҡ ҡына туҡталып тора, сөнки Брагин был ауылда башҡорт батыры һәм тимерсе Әмин йәшәгәнлеген алдан уҡ белгән була. Ул Әмин батырҙан һорау алған, уның тимерҙән нимәләр эшләүе менән ҡыҙыҡһынған. Шул уҡ ваҡытта ауыл эргәһендәге тауҙан ниндәйҙер таштар сығартҡан һәм уларҙы тикшергән.
Брагин үҙе булған ауылдарҙа ғәскәре менән халыҡты ҡурҡытып тотҡан, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын мәсхәрәләгән. Хатта эш шуға барып еткән: ул кейәүгә сығырға әҙерләнгән ҡыҙҙарҙы иң тәүҙә өс төнгә үҙенә биреүҙе талап иткән. Уның баш-баштаҡлығы башҡорт халҡының асыуын ҡабартҡан. Төрлө ауылдарҙан башҡорт батырҙары, Йәнгүҙәйгә йыйылып, Брагинды үлтерергә һөйләшә. Ә Брагин был ваҡытта Талҡаҫ күле буйында лагерь ҡороп ятҡан. Батырҙар һаҡлыҡ менән, һиҙҙермәйенсә генә, Талҡаҫ күлен уратып алған ҡарағас урманына килеп, унан үс алыу өсөн уңайлы ваҡытты көтә башлай.
Бер көн Брагин үҙенең һөйәркәһе менән кәмәлә күл уртаһындағы утрауға табан йөҙгән. Уның менән бергә йөрөгән кешеләр ҙә күл буйына төшкән, хатта Брагинды оҙатып йөрөгән һалдаттар ҙа, мылтыҡтарын бер урынға һөйәп, күлдә һыу инә башлай. Ә башҡорт батырҙары ошо мәлде оҫта файҙаланып, тиҙ генә лагерҙы баҫып ала. Брагиндың кешеләрен бөтөнләй тиерлек ҡырып бөтөргәндәр.
Батырҙарҙың араһынан Исмаҡай исемлеһе Брагиндың кәмәһенә уҡ атҡан. Уҡ кәмәгә барып ҡаҙалғас, Брагин:
— Исмаҡай, мине үлтермә! Батшаның ҡойроғо оҙон, һине лә тоторҙар! — тип ҡысҡырған. Шул ваҡыт Әмин батыр менән Сураш батыр атып ебәрә. Уларҙың уҡтары Брагинға һәм уның һөйәркәһенә тейә. Кәмә түңкәрелә, икеһе лә күл төбөнә китә.
Башҡорт ихтилалына әҙерлек алып барған Батырша, Талҡаҫ күлендәге ваҡиғаны ишеткәс, ихтилалды башлауҙы тиҙләтә. Шулай итеп, Талҡаҫ күле янындағы ваҡиға Батырша ихтилалына юл аса. Ул көҙгөһөн генә башланырға тейеш була. Ихтилал баҫтырыла башлағас, Әмин, Сураш һәм Исмаҡай батырҙар ҡаҙаҡ далаларына ҡасырға мәжбүр була.
Унда китер алдынан батырҙар тағы ла Йәнгүҙәйгә йыйылған. Уларҙы халыҡ ҙур хөрмәт менән оҙатырға сыҡҡан. Шунда Сураш батыр үҙе сығарған йырҙы йырлаған. Ул йыр хәҙер “Йәнгүҙәй” тип атала.

“Ирәндек айыуы” алтыны


Күсей ерҙәрендә алтын ҡаҙыу эштәре элек-электән башҡарылды. Күренекле алтын приисктары хужалары Рәмиевтәрҙән алып үткән быуаттың 90-сы йылдарына тиклем алтын йыуылды. Бар республиканы ғына түгел, хатта сит илдәрҙе лә хайран иткән “Ирәндек айыуы” самородогы ла тап элекке алтын йыуған ерҙә — Һунар — Үҙәк руднигынан ике саҡрым алыҫлыҡтағы баҫыуҙа табыла.
Ауырлығы — 4 килограмм 885 грамм 960 миллиграмм. Оҙонлоғо — 31 сантиметр, киңлеге — 18,5 сантиметр, ҡалынлығы — 1-1,5 сантиметр тирәһе. Ул 86,5 процентлы саф алтын, 6,5 процент көмөш тәшкил итә. Айыуға оҡшағанлыҡтан, “Ирәндек айыуы” тигән исем бирелә. Уны Күсей ауылы тракторсыһы Радик Үтәғолов таба.
Тәбиғәттең был мөғжизәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Күптәр был хәлдең ысын булыуына ышанманы. Нисек ер өҫтөндә шунса алтын ятһын, ти! Донъяла нисектер, әммә республикабыҙҙа бындай алтын табылды.

Баймаҡ – бай яҡТалҡаҫ

Баймаҡ районының йөҙөк ҡашы булған иң таҙа күлдәренең береһе — Талҡаҫ. Ул Иҫән ауылы эргәһендә урынлашҡан. Талҡаҫ күле Ирәндек тауының көнбайышында ята. Күл өҫтө майҙаны — 3,9 квадрат километр, һыуы таҙа, саф. Урыны менән тәрәнлеге 12 метрға барып еткән Талҡаҫ күле балыҡҡа ла бик бай. Күл тектоник юл менән барлыҡҡа килгән. Талҡаҫ — Баймаҡ районының ожмахҡа тиң урындарының береһе.
Борон заманда ул Ирәндек буйлап аҡҡан булған. Ағымында тирмә ҡорғандар. Аҡрынлап ағым туҡтаған, сөнки күлдәге һыу кимәле аҫҡараҡ төшкән. Талҡаҫ күлен күреүселәр булһа, ысынлап та күлдең таҙа, үтәнән-үтә күренеп ятыуын белә. Йәй көнө Талҡаҫ буйында аяҡ баҫырлыҡ та урын булмай: ситтән килеүселәр ҙә, ял итеүселәр ҙә күлдең шифалы һыуында ҡойона, уның матурлығына таң ҡала.
Бөгөн күл янында урынлашҡан “Талҡаҫ” шифаханаһының исеме күптәргә таныш. Ғәжәйеп матур тәбиғәт ҡосағында төҙөлгән шифахананың мөмкинлектәре ҙур. Төрлө ауырыуҙарҙы дауалау менән бергә, ял итеүселәр Талҡаҫ күлендә рәхәтләнеп йөҙә, балыҡ ҡармаҡлай йәки уның эргәһендәге аҡландан еләк-емеш, шифалы үлән йыя ала.

Баймаҡ – бай яҡҒәҙелша шарлауығы

Райондың ете мөғжизәһенең береһенә, һис шикһеҙ, Ғәҙелша шарлауығын индереү кәрәк.
Ирәндектең көнсығыш һыртында урынлашҡан шарлауыҡ өс баҫҡысҡа бүленеп, ҡаяларға һуғылып, аҫҡа ҡарай көслө ташҡын булып аға. Ул 20 метр бейеклегендәге тау киртләсендә урынлашҡан. Шарлауыҡтың матурлығын һүҙ менән генә аңлатып булмай – барып күрергә кәрәк.

Мөғжизәле ҡарағас


Баймаҡ районында, элекке Ғәҙелша ауылының нигеҙе булған урындан алыҫ түгел, бер ҡарағас үҫә. Был ағастың йәше 300 йылдан ашҡан, ти ололар. Бер нисә йыл элек уны йәшен ата, ағастың баш осо һынып төшә, әле уның оҙонлоғо – 30 метр самаһы.
Киңлеге олононан 4 метр 50 сантиметр, олоно төбөнән — 5 метр 80 сантиметр. Уны уратып алты кеше етәкләшеп тора ала. Иң ғәжәбе шунда: ҡарағастың эсендә өң бар. Уның бейеклеге — 2 метр, “ишеге” — 1 метр 20 сантиметр, киңлеге — 53 сантиметр.

Баймаҡ – бай яҡТуғажман тауы

Туғажман тауы Төркмән ауылы эргәһендә урынлашҡан. Уның эргәһенән генә Төйәләҫ йылғаһының бер тармағы аға. Был йылғаны Төйәләҫ тип тә, Туғажман тип тә йөрөтәләр. Туғажман тауы диңгеҙҙәге карап һымаҡ тигеҙлектән, туғайҙан текә булып ҡалҡып тора. Буранда, дауылда, көслө ел булғанда гөжләп, шыжлап, үҙенә күрә бер тауыш сығара. Туғажман исеме лә тауға ана шул туғай уртаһында ажғырып-гөжләп ултырғанға бирелгән.
Тауҙың иҫтәлекле урындары бихисап. Халҡыбыҙҙың йыр сәнғәтенең иң аҫыл өлгөләренең береһе “Йәйәүле Мәхмүт” йырының легендаһында һөйләнелгән Мәхмүт, батшаға китер алдынан, бына ошо Туғажман башындағы ташҡа баҫып ҡурай уйнаған, тиҙәр. Тау башында ҡая таштар юҡ. Уның итәгендәге таштарҙың һәр береһенең үҙ атамаһы бар. Өҫтәрәк бер рәт булып ятҡан таштарҙы Ҡыҙҙар ташы тип йөрөтәләр. Бында иртә яҙҙан ҡыҙҙар йыйылып, төрлө уйындар уйнар булған. Өй эсенә ҡоролған шаршауҙы хәтерләткән урынды Шаршау ташы тип йөрөткәндәр. Шулай уҡ Әбей батҡан ташы, Өңрө таш, Күпмә таш тип аталғандары ла осрай.
Оҙаҡ йылдар Төркмән ауылында йәшәгән, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле рәссам Миҙхәт Байрамғолов Туғажман тауы башына ҡурайға һәйкәл ҡуйҙырған. Бөгөн ул Туғажмандың иң бейек ерендә тирә-яҡҡа балҡып тора.
Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21