Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хәбәрсе булыуыма ғорурланам
Республикабыҙҙың төп милли баҫмаһы “Башҡортостан”дың штаттан тыш хәбәрсеһе булыуыма ғорурланам. 1993 йылда гәзиттең 75 йыллығы уңайынан иң әүҙем авторҙар исемлегенә индерелгәнмен, махсус бүләккә лә лайыҡ булдым. Ә 2010 йылда гәзиттең Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы йылына арнап үткәрелгән “Һөйөү һалдың кескәй йөрәгемә...” ижади конкурсында беренсе урынды яуланым. Редакцияның Маҡтау грамотаһын, гәзит ойошторған шахмат конкурстарында еңгән өсөн бирелгән китаптарҙы ҡәҙерләп һаҡлайым.

Гәзит менән күп йылдар бәйләнештә булған осорҙа байтаҡ журналистар менән яҡындан таныштым, хеҙмәттәшлек иттем, улар тураһында матур хәтирәләр һаман да онотолмай. Бер нисәһен һанап үтәйем: Йылайыр районынан яҡташтарым Кинйәғәле Амантаев (уның ҡатыны — башҡорт телен камил белгән, “Башҡортостан”да өлкән корректор булып эшләгән Тамара еңгәй Тимофеева), Сәлмән Ярмуллин, шулай уҡ Иғдислам Мырҙабаев, Аҫылғужа Баһуманов, Ғәтиәт Үзбәков, Азат Байсурин, Ирек Кинйәбулатов, Шәйхислам Айсыуаҡов, Фәүзиә Иҙелбаева, Ильяс Иҫәнбаев һәм башҡалар.
Минең уҡытыусым, оҙаҡ йылдар гәзиттең үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән Ильяс ағай менән бигерәк тә яҡын булдыҡ, бергә командировкаларға йөрөнөк, уй-фекерҙәребеҙ уртаҡ ине. Әйткәндәй, юғарыла телгә алынған конкурсҡа ебәрелгән мәҡәләмдең бер геройы Ильяс ағай үҙе ине. 1992 йылда мин Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителгәс, ул “Башҡортостан” гәзитендә “Тынғыһыҙ ижадсы” тигән мәҡәләһен баҫтырып, күп йыллыҡ хеҙмәтемде ихлас хуплап, ғорурланыуын белдерҙе. Абруйлы журналистың тос фекере премияға лайыҡ булыуыма булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр.
Заманында “Башҡортостан” гәзите аша Баймаҡ игенселәренең, малсыларының, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең данын тотош республикаға тараттым. Мәҫәлән, Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхин, Ленин орденлы механизаторҙар Хәкимйән Улъбаев, Миңлеғәле Ғайсин (“Йылайыр” совхозы), Әүхәҙи Маликов (“Һәүәнәк” совхозы), яҙыусы Берйән Байымов, уҡытыусылар Гөлнур Лоҡманова, Булат Сәғитов, Азамат Сәлихов, Азамат Ҡәҙерғолов тураһындағы һүрәтләмәләр, мәҡәләләр уҡыусылар тарафынан ыңғай баһаланды. Шулай уҡ Одесса портында “Баймаҡ” теплоходында булыуым, башҡорт телен өйрәнеүсе американдар тураһындағы мәҡәләләр, Силәбе өлкәһенән юлъяҙмалар ҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Һиҙиәт Садиҡ улы Күсәбаев, Борхан Абдулла улы Сәмиғуллин, Вара Бәшәр улы Буранбаев — был өс яугир Баймаҡ төбәгенең арҙаҡлы шәхестәре, өсөһө лә заманында урындағы район гәзитенең мөхәррирҙәре булған, һәр саҡ Тыуған илгә тоғро хеҙмәт иткән, үҙ бурыстарын фиҙаҡәр үтәгән, намыҫтарына тап төшөрмәгән. Был уҙамандар тураһындағы очеркымды “Башҡортостан” 1992 йылда баҫтырып сығарҙы. Өс тағандың береһе юҡ инде — Б. Сәмиғуллин 1993 йылда вафат булды. Шулай ҙа күңелдә бәләкәй генә йыуаныс ҡалды: хөрмәтле кәңәшсе-тәрбиәсем хаҡында йылы һүҙҙе республика гәзите аша үҙе иҫән саҡта әйтеп өлгөрҙөм.
Районыбыҙҙың иң әүҙем хәбәрсеһе Салауат Мөхәмәтшин, дуҫ журналистар Әҡсән Вахитов, Әбделхәй Буранбаев тураһындағы һүрәтләмәләр ҙә абруйлы республика гәзитендә донъя күрҙе. Алтмыш йәшемә ҡарата яҙылған очерктың да (2000 йыл, авторы — коллегам, былтыр мәрхүм булып ҡалған Тәфтизан Ушанов) тап “Башҡортостан”да сығыуы минең өсөн ҙур ғорурлыҡ, онотолмаҫ бүләк булды.
Күптән булдырылған “Көн һайын ошо урында...” рубрикаһында баҫылған мәҡәләләр гәзит уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, шуға күрә уларҙың авторҙарына ла — оло кинәнес. Был шатлыҡты миңә лә кисерергә яҙҙы: 2009 йылда “Ҡәләмде штыкка алмаштырып...” (фронтта һәләк булған Баймаҡ журналистары хаҡында), “Илле йылдан һуң да мәктәпкә тартыла күңелем”, ә былтыр “Иңендә — халыҡ хәстәре” (Баймаҡ район гәзитенә — 80 йыл) тигән мәҡәләләр баҫтырҙым.
Яҙмамды “Башҡортостан”да 1992 йылдың 22 авгусында баҫылған “Яҙыласаҡмын!” тигән мәҡәләмдән өҙөк менән тамамлайым.
“...Ғөмүмән, яратҡан гәзит йәки журнал тураһында һүҙ барғанда, хаҡ мәсьәләһе беренсе урында торорға тейеш түгел. Миңә, мәҫәлән, “Башҡортостан” — рухи аҙыҡ сығанағы (иманым камил, башҡа бик күптәр өсөн дә шулайҙыр). Тимәк, көндәлек тормошто унһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Ваҡытында беҙ (мин үҙебеҙҙең урта быуын тураһында әйтәм) туған телебеҙҙе йүнләп өйрәнә алманыҡ. Хәҙер килеп “теле юҡтың — иле юҡ” тигән хәҡиҡәтте төшөнә башланыҡ, был йәһәттән аҙмы-күпме булһа ла белемебеҙҙе арттырырға тырышабыҙ. Был изге эштә “Башҡортостан” беҙгә дәреслек булып тора. Унда йәнле һөйләш телен дә, матур әҙәбиәт өлгөләрен дә күрергә мөмкин. Бына шуға күрә мин күп мәҡәләләрҙе ҡәләм тотоп уҡыйым, таныш булмаған тапҡыр һүҙҙәрҙе, әйтемдәрҙе, мәҡәлдәрҙе, телдең төрлө хазиналарын яҙып алам...”
Рәшит ҮТӘЕВ,
Ш. Хоҙайбирҙин һәм С. Мифтахов исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Баймаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә