Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хаттарҙан юлдар
«Башҡортостан»ды күптән алдырам. 2012 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылып, лотерея уйынында кеҫә телефоны оттом. Бүләкте редакция хеҙмәткәрҙәре өйөмә үк килтерҙе. Ул көн минең өсөн ҙур байрамға әүерелде. Ҙурлағанығыҙ өсөн рәхмәт!
Сәйҙә СӘЛИҒӘСКӘРОВА.
Саҡмағош районы,
Яңы Ҡалмаш ауылы.


* * *
«Башҡортостан» гәзитен 1951 йылдан бирле алдырам. Институтты тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Көйөргәҙе районының Таймаҫ урта мәктәбендә география уҡытыусыһы булып эш башланым. Бер юлы дүрт-биш гәзит һәм журналға яҙыла инем. Шуларҙың иң мөһиме «Башҡортостан» гәзите булды. Уны алдырыуыма 60 йыл булып китте.
Үҙемә 85-се йәш. Оло булыуға ҡарамаҫтан, гәзит-журналдарҙы ҡарап-уҡып сығам, ҡайһы бер мәҡәләләргә шатланам, ҡайһы берҙәренә көйөнәм...
Гәзит дәрес, ата-әсәләр менән класс сәғәттәре үткәргәндә ышаныслы ярҙамсы булды. Республика иҡтисадына, мәҙәниәтенә бәйле бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр баҫыла. Төрлө фестивалдәрҙең, күргәҙмәләрҙең, спорт ярыштарының даими яҡтыртылып барыуы гәзиттең абруйын күтәрә. Йөкмәткеһе, ҡыҙыҡлы материалдары, биҙәлеше менән үҙенә ылыҡтыра. Шуға күрә тәүге битенән һуңғыһына тиклем уҡып сығам. Иҫән-һау булһам, алдағы йылдарҙа ла яратҡан гәзитебеҙгә яҙыласаҡмын.
Рәшит ФӘЙЗУЛЛИН.
Салауат районы,
Арҡауыл ауылы.


* * *
Мин «Башҡортостан» гәзитен 1956 йылдан бирле алдырам. Ул — бик фәһемле һәм яңылыҡтарға бай баҫма. Айырыуса хикәйәләрҙе ҡыҙыҡһынып уҡып сығам, яңылыҡтар менән танышам.
Ғәлисамат ИҠСАНОВ.
Белорет районы,
Йөйәк ауылы.


* * *
Беҙ икебеҙ ҙә 40-ар йыл мәктәптә уҡытып, хаҡлы ялға сыҡтыҡ. Өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Уларҙың икеһе беҙҙең һөнәрҙе һайланы – география уҡытыусылары. Шөкөр, балалыҡ, үҫмер һәм йәшлек йылдарыбыҙ ауыр заманда үтһә лә, олоғайған сағыбыҙ етеш тормошҡа тура килде.
Ә гәзиткә килгәндә шул: беҙ «Башҡортостан”ды йыл да алмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Күҙҙәр бик шәп күрмәһә лә, күҙлек менән ял итә-итә уҡырға тырышабыҙ. Матур, бай эстәлекле, төрлө һорауҙарға, борсоған мәсьәләләргә яуап табып була. Рәхмәт Һеҙгә!
Факиһа һәм Рихард Өмөтбаевтар.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Иҫке Муса ауылы.


* * *
Гәзит үҙгәрҙе, уҡымлыға әүерелде. Шулай ҙа ҡайһы бер рубрикаларҙың юғалып ҡалыуы эсте бошора. Тағы ла күңелде ҡырғаны шул: ауылда почта көн һайын таратылмай.
Мәстүрә АСҠАРОВА.
Мәләүез районы,
Арыҫлан ауылы.


* * *
Бына тағы киләһе ярты йыл өсөн яратҡан баҫмама яҙылып ҡуйҙым. 36 йыл уҡытҡан дәүеремдә ул минең иң яҡын ярҙамсым, дуҫым булды. Хаҡлы ялға сыҡҡас та дуҫыма хыянат итмәйем, һаман яҙылам. Миңә унан башҡа нимәлер етешмәгән кеүек. Бигерәк тә кешеләр яҙмышы, эшҡыуарҙар тураһындағы мәҡәләләр, «Йорт-ҡура», «Сәләмәтлек» биттәре оҡшай, сканвордтарҙы кинәнеп сисәм. Әйткәндәй, бынан 15 йыл элек, сканворд сисеп, еңеүсе лә булғайным әле. Бүләктәрҙе әле лә һаҡлайым.
Мәхмүзә ШӘҒӘЛИЕВА,
Бүздәк районы,
Ҡаңны-Төркәй ауылы.


* * *
«Башҡортостан» гәзитен бәләкәйҙән – дүртенсе кластан уҡыным. Әсәйемдең бер ниндәй белеме юҡ, әммә ауыл Советында депутат, суд заседателе булды. Үҙең уҡый белмәһәң, ҡыҙың уҡыр, тип гәзиткә яҙҙыралар ине уны.
Һуғыш йылдарында үҙем почта ташыным, шунан бирле гәзиттән айырылмайым.
Заһира ВӘЛИЕВА.
Учалы районы,
Кәрим ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә