Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хөрмәтте эшеңдән табырһың
“Илдең стационар учреждениеларында, норматив менән сағыштырғанда, 152 мең табип етешмәй”, — тигәйне Рәсәйҙең элекке һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Татьяна Голикова Владимир Путиндың “Ғәҙеллеккә өлгәшеү. Рәсәй өсөн социаль сәйәсәт” тигән һайлау алды мәҡәләһендәге бурыстарҙы бойомға ашырыу буйынса кәңәшмәлә. Аңлашылыуынса, бындай шарттар беҙҙе дауалаусы табиптарҙан айырыуса ҙур сыҙамлыҡ, фиҙаҡәрлек талап итә. Ауырыуҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн төн йоҡоһон, күңел йылыһын йәлләмәүсе “аҡ халатлылар” барҙа халыҡтың иртәгәһе көнгә ышанысы ла юғалмаҫ, тигән фекер уята редакцияға килгән ҡайһы бер хаттар.

Барыһын да тигеҙ ҡарай

Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталендә эшләүсе табип Фирүзә Вәсимова тураһында йылы һүҙҙәремде еткергем килә.

Фирүзә Хәким ҡыҙы дауаханала 26 йыл эшләү дәүерендә фиҙаҡәрлеге, иғтибарлы мөнәсәбәте менән сирлеләрҙең тәрән ихтирамын яулаған. Палатабыҙҙағы алты кешенең барыһы ла ошондай оҫта табип ҡулына эләгеүенә һөйөндө. Чернобыль фажиғәһе эҙемтәһен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан Фән Йәһүҙин, Бөйөк Ватан һуғышында уң ҡулын юғалтҡан Әсхәт Йәғәфәров, ветеран Анатолий Балабанов та бында беренсе йыл дауаланмай. Балтас районынан Фидан Фәхретдинов афған һуғышында ҡатнашҡан. Йәрмәкәй районынан һуғыш ветераны Әүезәр Хәсәнов туҡһанынсы йәш менән бара.
Фирүзә Вәсимова кеүек үҙ эшен мөкиббән яратыусы табиптар медицина хеҙмәтенең бәҫен арттыра. Юғиһә, һуңғы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә түләүле хеҙмәтләндереүгә күсеү, оло йәштәгеләрҙең сәләмәтлегенә битарафлыҡ күренештәре халыҡта ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Фирүзә Хәким ҡыҙы берәүҙе лә айырып ҡарамай, эшен намыҫлы башҡара. Тағы ла уның башҡорт, урыҫ, инглиз, үзбәк, ҡаҙаҡ телдәрендә иркен аралашыуы ла һоҡландырҙы. Милләтемдең аҫыл ҡыҙына киләсәктә лә эшендә уңыштар теләйем.
Шәмсимөхәмәт РӘШИТОВ.
Архангел районы,
Оҙондар ауылы.



Улыбыҙ һөйләшә, атлай башланы

2-се республика клиник дауаханаһы ҡарамағындағы Балалар психоневрология һәм эпилептология үҙәгенең 2-се неврология бүлексәһе мөдире Лариса Цыпинаға оло рәхмәт белдерәбеҙ.

Улыбыҙ Макар Исаевҡа ике йыл элек церебраль паралич диагнозы ҡуйылды. Йәшәү дәрте юҡҡа сыҡты, ғәзизебеҙгә ошондай бәлә килеүе башыбыҙға һыйманы.
Лариса Григорьевна улыбыҙҙың бәхетле киләсәгенә ышанырға ярҙам итте. Әлдә генә юлыбыҙҙа ошондай яҡшы табип осраны! Үҙәккә дүрт йылдан ашыу дауаланырға йөрөйбөҙ. Бында йылына 800-ҙән ашыу бала сәләмәтлеген нығыта. Табиптар менән шәфҡәт туташтары һәр ҡайһыһына яғымлы һәм иғтибарлы. Айырыуса физиотерапия (мөдире — Р. Арыҫланова), энә терапияһы (Г. Ғәлиәхмәтова), дауалау физкультураһы (И. Ишмөхәмәтова) бүлексәләре хеҙмәткәрҙәренә, табип С. Ғәлимоваға, шәфҡәт туташы Н. Палаксоваға рәхмәтлебеҙ.
Макар хәҙер алтынсы йәш менән бара. Яҡындарының тырышлығы, изге йөрәкле табиптарҙың фиҙаҡәрлеге менән улыбыҙ һөйләшә, атлай башланы, уҡырға, һанарға, үҙаллы ашарға өйрәнде. Ул йорт эштәрендә булышырға, һүрәт төшөрөргә ярата. Алда Макарҙы тағы ла ҙурыраҡ уңыштар көтә тип ышанабыҙ, сөнки уны хәстәрлекле һөнәр эйәләре дауалай.
Н. ИСАЕВА.
Нефтекама ҡалаһы.



“Эш ваҡыты” төшөнсәһе уға ят

Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Тимерғәле Әминев, Башҡорт дәүләт университетының дауалау факультетын тамамлағас, Кемерово өлкәһенә эшкә ебәрелә. Бер аҙҙан йәш табип үҙе тыуып үҫкән Ишембай районына ҡайта һәм хеҙмәт юлын үҙәк дауаханала йоғошло ауырыуҙар бүлексәһендә дауам итә.

Яҡташтары Тимерғәле Миңлеғәле улынан ифрат уңды. 35 йыл һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүсе табип хеҙмәттәштәренә талапсан һәм кешелекле етәксе булһа, пациенттар өсөн иң яҡын кешегә әүерелгән.
Тимерғәле Әминев бер ҡасан да эш сәғәтен һанамай. Дауаханаға ауыр хәлдә килеп юлыҡҡан балаларҙың эргәһенән өсәр тәүлек китмәй ултырған, ололарҙы ла сабый кеүек йыуатҡан саҡтары йыш була. Шулай ҙа ваҡыт юҡлыҡҡа зарланғанын ишетмәҫһең.
Халыҡ абруйын яулаған белгес 1993 — 1997 йылдарҙа баш табип урынбаҫары вазифаһын башҡара, һуңынан тиҫтә йылдан ашыу баш табип була. Етәкселек иткән осоро илдә иҡтисадтың киҫкенләшкән мәленә тура килһә лә, үҙ һүҙен һүҙ итеп, фельдшер пункттарының, дауаханалағы урындарҙың, хеҙмәткәрҙәрҙең һанын кәметеүгә юл ҡуйманы. Әле Тимерғәле Миңлеғәле улы инфекция бүлексәһенә етәкселек итә.
Дарыу менән генә түгел, йәнгә шифа булырҙай һүҙҙәре менән дә дауалаусы табиптың үҙенә ныҡлы сәләмәтлек насип булһын.
Хәлиҙә АБДРАХМАНОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Тупланманы Н. Хәсәнова әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә