Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөркөт күңелендәге аҫылташ
Бөркөт күңелендәге аҫылташМусаның хәтере яҡшы ине. Уның теле бик тиҙ асылды. Ике йәштә шартлатып һөйләшергә өйрәнде. Өс йәшендә күргән-белгән хәл-ваҡиғалар, ишеткән имеш-мимештәр, ҡарттар һөйләгән әкиәт-риүәйәттәр, мәңге онотолмаҫ иҫтәлек-йәдкәр булып, күңеленә һеңеп ҡалған. Эйе, өсмө-дүртме йәшлек сағында атаһының бөркөт ояһындағы аҫылташ тураһында һөйләгәне бер ҡасан да онотолманы. Бөркөт — батырлыҡ, ғорурлыҡ, ғәйрәтлек символы. Ә ул матурлыҡ, гүзәллек, күркәмлек тә ярата икән. Бөркөт, имеш, ҡаялар башында моңайып ултырғанда, тамаҡты нисек туйҙырыу ғына түгел, ә ояһына ниндәй гәүһәр-ынйы, матурлыҡ табыу хаҡында ла уйлана. Уның күҙҙәре яҡшы күрә. Алыҫтан. Әллә ҡайҙан. Шунда уның күҙенә ерҙә йәшеренеп ятҡан аҫылташ сағыла, имеш. Бөркөт ҡанаттарын ҡағып күккә күтәрелә, шунан уҡтай атылып ергә ташлана, әлеге аҫылташты эләктереп, ояһына ҡарай оса. Уны шунда һаҡлай ҙа һаҡлай. Хыялында шул аҫылташтарҙан ғына оя ҡороу ниәте лә бар икән. Әммә был мөмкин түгел. Уға шул бер бөртөк аҫылташтың матурлығына ҡарап йәшәү ләззәте генә ҡала.

Әкиәтме был? Риүәйәтме? Муса өсөн уның әһәмиәте юҡ. Уны аҫылташтан оя ҡорорға хыялланған бөркөт ҡыҙыҡһындыра. Бөркөт! Бөркөт!! Бөркөт!!! Атаһы ла, бик яратҡан саҡта, ихлас күңелдән, ысын йөрәктән матур итеп: “Бөркөтөм!” — тип әйтә ине уға. Сабыр, итәғәтле, әҙәпле атаһы, хеҙмәт ҡамытын ҙур ҡәнәғәтлек менән кейеп, үҙе йәшәгән Ташшишмә ауылы халҡын һоҡландырып эшләр ине. Хеҙмәтте әлеге бөркөт ояһындағы аҫылташ кеүек күргәндер ул. Әсәһе лә бик илтифатлы, тырыш, күркәм сифатлы булды. Уның да күңел һандығында аҫылташ һаҡланғандыр. Муса иһә, дүртенсе класта уҡығанда уҡ, һәр мөмкинлектән файҙаланып, колхозда эшләне. Хеҙмәт көнөн һаман арттыра барыу уның өсөн бөркөт ояһындағы аҫылташ кеүек ине. Күңеле, бәлки, ете ҡат күк йөҙөнә ана шул бөркөттәрҙән көнләшеү һөҙөмтәһендә тартылғандыр. Нисек кенә булмаһын, атаһы “бөркөт” тигән һүҙҙе Мусаға хеҙмәте менән шатландырған саҡта әйтә ине. Уға — атаһына — бригадир ҙа әйтә торған булған:
— Ғайса ағай, улың Муса хеҙмәт ярата, ихлас күңелдән эшләй, бик өмөтлө күренә.
Бөркөт ояһындағы аҫылташ атаһының да, әсәһенең дә күңелендә булғандыр. Ул өй эсен дә яҡтыртып торғандыр. Ә инде һуғыш йылдарында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булып, “күк бөркөтө” тигән атама аласағы, кем әйтмешләй, ике ятып бер төшөнә лә инмәгәндер, моғайын.
Кем булырға? Был һорау дүртенсе класта уҡығанда уҡ борсой башлай Мусаны. Атаһының барлыҡ өмөтө уны колхозда ҡалдырыу ине. Ә инде “Кем булырға?” тигән һорау торһа, Ғайса ағай һәр ваҡыт: “Кеше булырға кәрәк!” — тиер ине. Уныңса, тракторсы, комбайнсы, тимерсе булыу ҙа еңел түгел, ләкин иң ауыры яҡшы күңелле кеше булыу.
Был мәсьәләлә Муса борсолмай ине. Ояһында ни күрһә, осҡанында — шул тигәндәй, ул аҫылташлы ояла үҫте. Әгәр аҫылташ күңеленә күскән икән, был инде — ғүмерлек. Ә шулай ҙа яратҡан һөнәр кәрәк. Ауыл өҫтөнән осоп үткән беренсе яраплан (самолетты башта шулай тип йөрөтәләр ине) уның күңелен ныҡ елкендерҙе. Ҡарарға бөтөн ауыл халҡы сыҡты. Быға саҡлы “ҡорос ҡош” тигән әкиәтте тыңлағаны бар ине. Шул әкиәт ысынға әйләндеме? Эх, шул ҡорос ҡош ҡанатында елдерергә! Унда ултырған кеше бик бәхетлелер инде. Ана, аҫылташтың иң аҫылы ҡайҙа! Ниндәй кешеләрҙе алалар икән унда? Беҙҙең ише ауыл өтөгөн, ай-һай, унда яҡын да ебәрмәйҙәрҙер, тип уйланы ул саҡта Муса.
Ул йылдарҙа, һуғышҡа тиклем, уҡытыусылар балаларҙы инженер, осоусы, паровоз йөрөтөүсе кеүек һөнәрҙәр менән ҡыҙыҡһындыра ине. Шуға алданып, яҡшы уҡыһындар, йәнәһе. “Осоусы” тигәне ауыл малайына тәтемәҫ, билдәле. Ундай мәктәп Өфөлә лә юҡ шикелле. Ә бына тимер юл техникумы бар баш ҡалала. Шуны бөтөрөп, паровоз йөрөтөүсе булып алһаң, эҙләгән аҫылташыңды табаһың да табаһың инде. Етенсене тамамлағас, шундай хыялдар менән килде ул Өфөгә. Хоҙай Тәғәлә яратҡан ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәр. Бында аэроклуб эшләй икән дәбаһа! Осоусы һөнәренә өйрәтәләр. Ана ҡайҙа ятҡан уның өсөн иң әһәмиәтле аҫылташ.
Бер ваҡыт ҡот осҡос һуғыш башланды. Уны, әйтелгәнсә, түшенә ике Алтын йондоҙ тағып тамамланы Илеш егете Муса Ғайса улы Гәрәев. Сержанттан полковник дәрәжәһенә етте. Һуғыштан һуң, Өфөгә ҡайтып, республика ДОСААФ-ына етәкселек итте. Шул йылдар эсендә үҙе һәм һуғышсан иптәштәренең ҡаһарманлығы тураһында бер нисә китап яҙҙы. “Штурмовиктар һөжүмгә бара” тигән әҫәренән (уны роман тип атарға ла мөмкин) бер өҙөк килтерге килә: “Эйе, заман ысынлап та хәүефле, әммә ваҡиғаларға ифрат бай ине. Көн һайын радио, гәзиттәр фашистарҙың һәм уларҙың ялсыларының яңынан-яңы яуызлыҡтары хаҡында хәбәр итә. Көндән-көн һуғыш илебеҙ сиктәренә яҡынлаша бара. Техникумда уҡыуымдың тәүге йылында донъяла күп ваҡиғалар булып үтте. Фашист Германияһы Австрия менән Чехословакияны баҫып алды. Япон самурайҙары Хасан күле янында совет еренә, ә бер аҙҙан Халхин-Гол йылғаһы эргәһендә туғандаш Монголия территорияһына бәреп инде. Фашистар Италияны, Албанияны баҫып алды. Румыния менән Венгрияла фашист режимы урынлаштырылды, совет-фин сигендә бер туҡтауһыҙ хәрби провокациялар булып торҙо... Ахыр сиктә, 1939 йылдың 1 сентябрендә гитлерсылар Польшаға һөжүм итте, икенсе донъя һуғышы башланды. Бер аҙ һуңыраҡ — 1939 йылдың 30 ноябрендә — халҡыбыҙ ҡоралға тотонорға мәжбүр булды: үҙенең төньяҡ сиктәренең һәм Ленинград ҡалаһының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн аҡ фин һуғыш суҡмарының соҡсоноуҙарына ҡаршы сыҡты...
Ул саҡта беҙгә ун ете-ун һигеҙ йәш ине. Сит илдәрҙән килгән хәбәрҙәргә диҡҡәт менән ҡолаҡ һалабыҙ, уңышһыҙлыҡтар булһа, көйөнәбеҙ, кескәй генә уңышҡа ла икһеҙ-сикһеҙ шатланабыҙ, ҡасандыр дошман менән алышҡан атайҙарыбыҙ кеүек ҡаты көрәшкә әҙерләнәбеҙ. Яу сәғәте һуҡһа, Тыуған илдең үҙен яҡлаусылар сафына саҡырасағына ышана инек. Был изге бурысҡа яҡшыраҡ әҙерләнеү өсөн беҙ атырға, атҡа атланып елдерергә һәм самолетта осорға, парашюттан һикерергә, яу ҡырынан яралыларҙы алып сығырға өйрәндек...”
...Ул осорҙа йәштәрҙә патриотик хис, ил-Ватан, халыҡ яҙмышы менән йәшәү тойғоһо көслө ине. Ун ете-ун һигеҙ йәшлек егеттәр, ҡыҙҙар үҙҙәре теләп китте ут эсенә. Башҡортостан бөркөтө Муса Гәрәев — шул миллиондарҙың береһе. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы булыу ниҙән килә? Тыуған илгә булған ҙур һөйөү, ауылыңдың һалҡын шишмәләрен, аҡ ҡайындарын, сәскәле яландарын яратыуҙан башлана. Ошо хис-тойғо батыр-ҡаһарман иткәнме уны? Быныһы ла барҙыр. Бәһлеүән һуғышсылар араһында дан-шөһрәт яулау, батыр ир-егет икәнлегеңде иҫбатлау еңел түгел, билдәле. Бының өсөн аң-аҡылыңды, бөтөн көсөңдө, рухыңды эшкә егә белергә кәрәк.
Муса Гәрәев, әйтелгәнсә, Илеш районының Ташшишмә ауылынан. Минең яҡташым, райондашым. Илеш халҡы кешелекле, кеселекле, илтифатлы, хеҙмәт һөйөүсән булараҡ танылды. Ауыр саҡта был райондан шундай ҡаһарман сығыуы тәбиғи булғандыр, күрәһең.
Муса Гәрәев менән миңә күп тапҡыр осрашырға тура килде. Бер ваҡыт Илештә Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан әҙәби лекторий ойошторолғайны. Шул райондан булғанлыҡтан, мине уның етәксеһе итеп ҡуйҙылар. Ул шаҡтай оҙаҡҡа һуҙылды. Һәр барғанда бер ғалим (ул махсус тема буйынса лекция уҡый), шағир, прозаик, драматург булыр ине. Патриотик темаға һөйләшергә кәрәк булғанда, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусылар барҙы. Әлбиттә, беҙҙең менән бер нисә китап авторы Муса Гәрәев тә бар ине. Илеш ҡунаҡханаһында уның менән бер иркен бүлмәлә ҡунаҡ булдыҡ.
(Аҙағы бар).
Суфиян ПОВАРИСОВ,
филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың
халыҡ яҙыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872