Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милләт шәхесен күтәрһә, шәхес милләтен күтәрер
Шулай итеп, райондағы ике Көсөк бер-береһе менән ҡәрҙәш булып сыға. Уҡыусыларға шуны ла әйтергә кәрәк: Көсөк Мортазин Салауаттың атаһы Юлай Аҙналин менән Ҡатау заводына һөжүм итеүҙә ҡатнаша. Был — тарихи факт. Бәлки, ул Лугниндарҙың Көсөк ерен талап алыуына яуап та булғандыр.
Хафиз Ҡушаевтың да нәҫел-нәсәбе инәһе яғынан Көсөковтарға барып тоташа. Был турала шәжәрәләр, тарихи мәғлүмәттәр бар.
Ҡолой кантонды ла бай, тиҙәр, тип йыр сығарғандар. Әммә тарихи хәҡиҡәт улай түгел. Ул тик хеҙмәт ҡеүәттәрен берләштереп, кантон буйынса дөйөм ҙур бер хужалыҡ ойошторған.
Матди байлыҡ кантон начальнигыныҡы ғына түгел, ә кантондыҡы булып иҫәпләнгән. Уның, бишенсе кантондың, биш-ун мең йылҡыһы булған. Йөҙ етмеш, ике йөҙ башлыҡ өйөрҙәре Урал тауҙары артынан беҙҙең райондың Һары Түр, Ҡылысбай, Шыйҙатҡан армыттарынан алып Ҡараһыу, Арғужа күле, Мейәс һыуының туғайҙарында йөрөгән. Был хәбәрҙәрҙе үткән йыл ғына Көсөк ауылынан Зәкирйән ағай Садиҡов һөйләп ултырҙы. Элек уны шул уҡ ауылдың хеҙмәт һәм һуғыш ветераны Әғзәм ағай Исхаҡов та һәр саҡ һөйләр булды. Мулдаш ауылы ашаһында булған, хәҙер Дача-Ауыл тигән ауыл Мөхәмәтҡолойҙоң йылҡы бағыусыларының ҡышлауы тип һөйләр булдылар.
Бишенсе кантонда 1813 йылдан һуң дүрт тирмән булған. Ул тирмәндәр он, ярма менән үҙ һуғышсыларын, уларҙың ғаиләләрен генә түгел, тирә-яҡ заводтарҙы ла, Златоуст, Сыбаркүл, Ҡыштым, Ҡарабаш ҡала-ҡасабаларын да алыш-биреш өсөн аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән. Ауыр хеҙмәткә түҙә алмай заводтан ҡасҡан элекке крепостной крәҫтиәндәр ҙә башҡорттар араһына килеп һыйынған. Башҡорттар уларҙы ҡуш ҡуллап ҡабул иткән. Ашатҡан-эсергән, йәшергән, сөнки ҡасаҡтарҙы эҙләп, карателдәр отряды үткеләп торған. Ҡасаҡ крепостной крәҫтиәндәр ауыл эшен белгәнлектән, улар һәр төрлө эшкә бик теләп ҡатнашҡан.
Ерегеп киткәндәре башҡорт исемен алған, сөнки йәшеренер өсөн шулай кәрәк булған. Ислам динен дә ҡабул иткәндәр.
1812 йылғы һуғыштың башланыуын бөтә кантонлыҡтарҙа ла август баштарында беләләр, сөнки губерна үҙәге Ырымбурға һәм генерал-губернатор Волконскийға хәбәр 1812 йылдың 25 июлендә генә килеп етә. Беҙҙең дүртенсе кантонлыҡтан, Күңгерәү ауылынан Троицк яғына линия хеҙмәтенә йөрөгән дүртенсе полк шул уҡ көндәре яуға китә. 16-сы, 17-се полк бишенсе кантонлыҡта Мөхәмәтҡолой Көсөков тарафынан ойошторола башлай. Ә 18-се полк — дүртенсе кантонда. 1812 йылдың октябрь айында улар Златоуста осрашып, яуға бергәләп ҡуҙғалалар.
Полктарҙы йыһазландырыу һәм ҡоралландырыу кантонлыҡ халҡының үҙе тарафынан эшләнә. Ҡолой кантон Көсөков тураһында әҙәби тарихнамә лә яҙғайным. Ундағы геройҙар — реаль шәхестәр. Күбеһенең исем-шәрифе шәжәрәләрҙә һәм архив документтарында бар.
Мөхәмәтҡолой кантондың ғаиләһе ҙур була. Өсөнсө ҡатыны Ғәфифә 48 йәшлек Ҡолойҙан 21 йәшкә кесе булыуына ҡарамаҫтан, уның берҙән-бер һәм яратып алған ҡатыны, сөнки оло ҡатыны Аҡбикәне атаһы алып бирһә, уртансы ҡатыны Зөләйханы намыҫ өсөн, әммә яратып уҡ өйләнмәй. Өс ҡатындан туғыҙ ул: Иҡсан, Исхаҡ, Ғәбделхалиҡ, Хәсән, Хөсәйен, Сәфәр, Абдулла, Мөхәмәтйән, Мөхәмәтсадиҡ тыуа. Тәүге өсәүһе Аҡбикәнән, Иҡсан эйәрсән була. Ул — Ҡолойҙоң яуҙа үлгән ағаһы Шәйәхмәттең улы.
Зөләйха ла эйәрсән улы менән килә. Уныһының улы Хәсән булһа кәрәк.
Үткер, табип ғилемле Ғәфифәнән өс ул тыуа. Абдулла, Мөхәмәтйән, Мөхәмәтсадиҡ һәм Гөлбәдиғә исемле ҡыҙ бала була. Ғәфифәне Ҡолой, генерал-губернатор Г.С. Волконскийҙан яҙма ҡағыҙ алып, үҙе менән һуғышҡа алып китә. Башҡорт кантондарынан унан башҡа берәүһенең дә һуғышҡа ҡатындары менән китеүе тарихҡа билдәле түгел. Ҡолойҙоң Рәсәй әрмеһенә лә яңылыҡ индереүе билдәле. Ул тәүләп иррегуляр ғәскәрҙә лекарҙар берәмеге ойоштороуҙы һорап, “Оренбургский губернский комитет общественного здоровья”ға һәм өйәҙ баш лекарына мөрәжәғәт итә. Үҙе төҙөгән 16-сы, 17-се алайҙағы лекарҙар берәмеге башына генерал-губернаторҙың рөхсәте менән йәш ҡатыны Ғәфифәне тәғәйенләйҙәр. Ғәфифә үҙе менән бергә алған иптәштәре ярҙамында һуғыштарҙа ла, разведкала ла яралыларҙы дауалауҙа, уларҙың обоздарын оҙатып йөрөүҙә лә ҙур түҙемлелек һәм батырлыҡ күрһәтә. Миҙал менән бүләкләнә. Ғәфифә беҙҙең Мулдаш ауылы ҡыҙы була. Ҡолойға ул ире ҡалмаҡ һуғышында вафат булғандан һуң сыға. Ҡолой менән Ғәфифә һуғыштан улдары Абдулланы алып ҡайта.
Хафиз бабай Ҡушаевтың бер туған ҡустыһы Ҡәйүм Ҡушаев бабай беҙгә был мәғлүмәттәрҙе ентекләп һөйләй торғайны. Ә беҙ өлгөргән тиклем тәфсирләп яҙҙыҡ. Һуғыштың һуңында 1814 йылда урыҫ ғәскәрҙәре ниндәйҙер ҡәлғәне баҫып алғас, унда ҙур лазарет эшләргә мәжбүр булалар. Шул лазаретта башҡа лекарҙар менән Ғәфифә ла ҡала. Күрәһең, ул Абдулланы шунда тапҡан. Аптырарлыҡ хәл. Нисек буласаҡ Абдулла анау тиклем сабышыуҙарҙа, көнө-төнө ат өҫтөндә булғанда төшөп ҡалмаған... Ә бит ул осорҙа машина ла, поезд да, самолет та юҡ. Берҙән-бер транспорт — һыбай, ат өҫтөндә. Күрәһең, ул ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙың да һаулығы ныҡ булған. Һуғыш бөткәс, Ҡолой Ғәфифәне кире табып алып, хәҙер инде өсөһө һәм олораҡ һуғышсыларҙан торған бер иллелек менән ҡайтып китә, сөнки полктарҙағы йәш һуғышсылар йә ҡалаларҙа комендант хеҙмәтенә, йә конвойға, хатта әрме, корпус командирҙарының штабтарын һаҡлауға йәлеп ителә. Һуғыш осоронда ла, ҡайтҡан ваҡытта ла бик һирәгәйгән полктар бер-береһенә ҡушыла. Урыҫ казак полктары менән дә аралаш булып китәләр. Ҡайтҡан ваҡытта Ҡолой бер юлы гражданлыҡ губернаторы Наврозов Матвейҙы күреп ҡайтырға Өфө тирәһендә туҡтай. Күрәһең, Өфө яҙыусыһы Зефиров уны шул ваҡытта осрата. Ғөмүмән, Зефиров “Йәнтүрә” хикәйәһен һуғыштан һуң байтаҡ йылдар үткәс кенә “Оренбургские вести” журналында баҫтыра. Полктағы һуғышсылары ла, йөҙлөк, иллелек баштары ла уны Мөхәмәтҡолой Йәрмөхәмәтович тип йөрөтмәгәндер. Ҡыҫҡа һәм ябай ғына итеп “түрә” тип йөрөткәндер. Йәрмөхәмәт улы Йәртүрә. Унан Йәнтүрәгә лә күп ҡалмай бит. Тағы ла бер үҙенсәлек. Ҡолойҙоң 16-сы һәм 17-се полктарында үҙе менән яуҙа биш улы була. Ә бына Исхаҡ, Ғәбделхалиҡ, Хәсән, Хөсәйен һәм Сәфәр ике полкка бүлеп бирелә. Тик кемдең ҡайһы полкта булыуы билдәһеҙ. Әммә Зөләйханан тыуған Сәфәр һәр ваҡыт атаһы һәм үгәй йәш инәһе Ғәфифә янында була. Ни тиклем шәптекәй булма, ҡыҙ-ҡатын ҡыҙ-ҡатын инде ул. Атты ебәрһәң, тоторға кәрәк, эйәрләргә, ашатырға, эсерергә. Иң мөһиме — уға аҙыҡ табып, уны көр итеп тоторға. Күрәһең, Сәфәр атаһы янында адъютант кеүегерәк булғандыр. Башҡа сара юҡ.
Зефиров үҙенең “Йәнтүрә” тигән хикәйәһендә Сәфәр образын Нәҡип исеме менән биргәндер, тип уйларға кәрәк. Әммә былары — минең уйым. Зефировты күреп дөрөҫләп булмағас, был фаразды берәү ҙә кире ҡаға алмай.
Инде “Ҡолой кантон” йырына күсәйек.
Артистар ҙа, 1937 йылдарҙан һуң йырланған “Ҡолой кантон” йырының һүҙҙәрен беҙҙең ауылдың оло кешеһе (хәҙер мәрхүм) Ҡәйепов Ғабдрахман Минһажетдин улы булған ағай ҙа, Өфө шағирҙары уйлап сығарған, тип табында һөйләр булды. Ул һуғыштан һуңғы йылдарҙа колхоз рәйесе булып эшләне. Өфөгә барғанда концерт (уйын) күрһәтһәләр ҙә, “Ҡолой кантон” йырын йырлағас, Сәйфи Ҡудаш уның һүҙҙәре нисек донъя күреүе тураһында һөйләне тип хәтерләр ине. Был хәбәрҙән һуң ололар һүҙһеҙ генә йылмайыр ине. Уға яуап итеп, Рустанов Барый бабай шунда уҡ “Ҡолой кантон”ды үҙ һүҙҙәре менән йырлап ебәрә ине:
Арғыл да ғына ергә, эй, ынтыла
Арҡаһы күк бүре балаһы.
Эй! Йәнен фиҙа ҡылыр иле өсөн
Ҡолой кантон, Көсөк балаһы.
Ҡолой кантонға арнап сығарылған йыр һүҙҙәрен беҙҙең яҡтың бик күп кешеләре йырланы. Һөләймәндән Хисам Таһиров, Кәримдән Мөхәмәтдин Ҡарабаев, Ҡораманан атайым Мөжәүир Ильясов, Изаһетдин Ибраһимов, Барый Рустанов бабай һәм башҡалар.
Ҡараһыу ҙа буйҙап, һай, беҙ киттек
Ҡара ҡаҙҙар кеүек теҙелеп.
Мәскәүҙе лә дошман алған, тигәс,
Йөрәккәйҙәр китте өҙөлөп.
Шулай булғандыр, сөнки полктар ойошоп октябрь айында киткәнгә тиклем, Наполеон Мәскәүҙе алған була. Ә:
Башҡортомдоң тотҡан төп ҡоралы
Кәкере ҡылыс менән уҡ икән.
Эй... Был имперҙе бөтә айҡап сыҡтым —
Башҡортомдан батыры юҡ икән...
тигән һүҙҙәр нәҡ тә Ҡолойҙоң үҙенең ауыҙынан сыҡҡан йыр кеүек ҡабул ителә.
“Ҡолой кантон” йыры һүҙҙәрен 1962 йылда Арғаяш районында Ниғәмәт ағай Шоңҡаров Байрамғол Васалимовтан мин килтергән һуңғы куплетынан башҡаһын яҙып алған булған. Шул уҡ һүҙҙәрҙе Кәтибә апай Кинйәбулатова ла хәтирә итә (Фольклор народов РСФСР, 1980 й. 157–158-се биттәр).
Был йырҙарҙа халҡы өсөн бик күп эшләгән Ҡолой кантонды хурлау юҡ, унда илен, ерен һаҡларға күтәрелгән ватансылыҡ тойғоһо, хистәре урғылып ята. Эйе. Берҙәм халыҡтың ватансыллығы ла берҙәм хис булып яңғырай. Мөхәмәтҡолой Йәрмөхәмәт улы Көсөков һуғыштан ҡайтҡас та бишенсе кантон башы булып 1825 йылға тиклем эшләй. 62 йәшендә полковник дәрәжәһендә отставкаға сыға.
2008 йылдың август айында Силәбе өлкәһе Арғаяш районында Ҡолой кантондың төп ауылы Иҫәнгилде — Сәғит ауылында уны хәтерләп ауыл халҡы Хәтер һәм хөрмәт көнө үткәрҙе. Был байрамға беҙ ҙә, учалылар ҙа, саҡырылдыҡ. Ҡунаҡтар өлкәнең башҡорттар йәшәгән райондарынан, Силәбенән һәм Өфөнән килде, Ҡолой кантондың тура вариҫтарының береһе, Башҡортостандың халыҡ артисы, опера йырсыһы Рәил Көсөков та түрҙә булды. Силәбе өлкәһендә бөтә халыҡ үҙенең сағыу оло шәхесен, полк командиры, һуғыш батыры, ҙур хужалыҡ етәксеһе Мөхәмәтҡолой Көсөковты ҙурлап Хәтер һәм хөрмәт көнө уҙғарғанда тарих белмәгән йырсылар ниңә һаман да ваҡытында синфи күҙлектән сәйәсәткә яраҡлаштырып, билдәле автор тарафынан сығарып, “ил күҙенән ҡанлы йәш ағыҙған” һәм башҡа һүҙҙәр менән йырын йырлап, уның яҡты иҫтәлеген бысратырға тейеш? Мөхәмәтҡолой Көсөков — халҡым, илем, ерем тип янып, яуҙарға сабып, шуға ла үҙе ҡан йотоп йөрөгән заманының бынамын тигән ғаилә башлығы, ир, атай. Ғүмере буйы хәрби етәксе булған сағыу тарихи шәхес. Минеңсә, хәҙерге йәш быуынға, филармония, театр артистарына боронғо йырҙарҙы йырлағанда, һис шикһеҙ, әҫәрҙең тарихи асылын белеп йырлау кәрәк. Уларға был мәҡәләне уҡыу ҙа яҙыҡ булмаҫ. Бөгөнгө көндә булыуыбыҙға, илебеҙ, милләтебеҙ исемен йөрөткән Башҡортостан тигән еребеҙҙә йәшәүебеҙгә яугир атайҙарға, ҡартатайҙарыбыҙға мәңгелек бурыслыбыҙ. Уларға ләғнәт түгел, дан йырлайыҡ!
(Аҙағы. Башы 119-120-се һандарҙа).
Спартак ИЛЬЯСОВ.
Учалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Белемгэ сарсаусы
    Белемгэ сарсаусы от 26.06.2012, 02:01
    Спартак! Бик етди хезмэт язганhыгыз.Рэхмэт эйтеп, кулыгыззы кысырга рохсэт итегез. Тик гэзиткэ hирэк язышаhыгыз.Эдэби эсэрзэрегеззе табып укырбыз,уныhы зур проблема булмас.Мэкэлэ языгыз эле.hеззен кеуек етди кешенен мэкэлэhен укыгы килэ.Рэхмэт.Уныш,бэхет телэп калабыз.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 142

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 489

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 230

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 935

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 703

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 379

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 699

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 973

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 459

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 532

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 358

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 540