Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан парламенты Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып хәрби журналистар тураһында закон ҡабул итте
Фото: «Башинформ» агентлығы архивы

Башҡортостан парламенты Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып хәрби журналистар тураһында закон ҡабул итте

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары аҙаҡҡы уҡыуҙа «Башҡортостан Республикаһы киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең айырым категорияларына дәүләт ярҙамы тураһында» закон ҡабул итте. Документ республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы буйынса әҙерләнде.

Башинформ хәбәр иткәнсә,  закон проекты менән республиканың хәрби журналистарына дәүләт ярҙамы ҡарала, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ошо категорияһының, хәрби журналистика ветерандарының статусы, уларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль гарантиялар билдәләнә.


Һәләк булған хәрби хәбәрселәрҙең туғандарына һәм хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә зыян күргән журналистарға түләүҙәр индереү планлаштырыла. Ярҙам сараларының аныҡ исемлеген республика хөкүмәте билдәләй, тип белдерҙеләр парламенттың яҙғы сессияһының йомғаҡлау ултырышында.


Закон проекты сит ил агенттарына, экстремистик енәйәттәрҙә ҡатнашҡан кешеләргә, коммерция баҫмалары хеҙмәткәрҙәренә һәм башҡаларға ҡағылмай.


Дәүләт Йыйылышы комитеты рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов һүҙҙәренсә, әлегә Рәсәйҙең бер субъектында ла киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамын күҙ уңында тотҡан закон юҡ.


МХО биләмәһендә һәм башҡа ҡыҙыу нөктәләрҙә эшләгән журналистарҙың хоҡуҡтарын нығытыу, Башҡортостандың хәрби журналисы, хәрби журналистика хеҙмәткәре, хәрби журналистика ветераны статусын һәм дәүләт ярҙамы сараларын билдәләү мөһим, тине Рөстәм Ишмөхәмәтов. Һәләк булған хәрби журналистарҙың ғаилә ағзалары өсөн дә социаль гарантиялар ҡарала.


«Башҡортостан Республикаһының хәрби журналистика ветераны таныҡлығы индерелә, ул дәүләт ярҙамы сараларын алыу өсөн документаль нигеҙ булып тора. Бөгөн республиканан 11 киң мәғлүмәт сараһы хеҙмәткәре МХО биләмәһендә эшләй. Әгәр журналистың дөйөм эш күләме 60 көндән ашыу тәшкил итһә, ул ошо закондың мөмкинлектәрен ҡуллана ала. Әлбиттә, республика бюджетынан сығымдар талап ителә», – тип йомғаҡ яһаны Рөстәм Ишмөхәмәтов Дәүләт Йыйылышы ултырышында.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-06-24/parlament-bashkirii-prinyal-pervyy-v-rossii-zakon-o-voennyh-zhurnalistah-4288226



Автор: Галина Бахшиева / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә