Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....
Өфөлә табиптарға Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды
Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан 40-тан ашыу табип һәм медицина хеҙмәткәре лайыҡлы наградаларын алды.
Бөгөн, 18 июндә, республика Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында Медицина хеҙмәткәре көнө айҡанлы һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы.
«Хәйерле көн, хөрмәтле дуҫтар, коллегалар, ҡәҙерле табиптар, шәфҡәт туташтары, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре. Бөгөн беҙ һеҙгә хеҙмәтегеҙгә йәнә бер тапҡыр рәхмәт белдереү һәм һоҡланыу һүҙҙәрен еткереү өсөн йыйылдыҡ, — тип сәләмләне ул тантанала ҡатнашыусыларҙы. — Хеҙмәт – көндәлек батырлыҡ, кешеләр хаҡында сикһеҙ хәстәрлек күреү ул. Белемегеҙ, һиҙгерлегегеҙ һәм оҫталығығыҙ меңәрләгән яҙмышты ҡотҡара, ә изге һүҙҙәрегеҙ һәм ярҙамығыҙ ҡайһы берҙә дарыуҙарҙан да кәм дауаламай. Ошо байрам көнөндә һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, рухи көс һәм түҙемлек теләйем. Баһалап бөткөһөҙ хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт, медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән һеҙҙе».
Урал Килсенбаев шулай уҡ республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге уңыштарын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, һуңғы бер нисә йылда республикала 360-тан ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән. Был иһә ошо осорҙа Волга буйы федераль округының 14 төбәгендә төҙөлгән барлыҡ фельдшер-акушерлыҡ пункттарының яртыһынан ашыуы. Шулай уҡ Башҡортостан бер нисә көн элек ил президенты Владимир Путиндың онлайн-ҡатнашлығында асылған кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы менән маҡтана ала.
Бөгөн БДМУ-ның өҫтәмә һөнәри белем биреү институтының трансплантология һәм нур диагностикаһы курстары менән дөйөм хирургия кафедраһы мөдире Мәжит Нартайлаков Урал Килсенбаев ҡулынан Башҡортостандың халыҡ табибы исемен алды.
Шишмә үҙәк район дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы акушеры Әнисә Ғәниева Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре исеме тигән исем менән бүләкләнде.
БДМУ-ның дөйөм химия кафедраһы доценты Рәмил Бадакшанов «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалына лайыҡ булды.
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....
Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт
Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......
Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт
Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...