Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Путин Башҡортостандан технологик олимпиада еңеүсеһенә уңыштар теләне
Фото: Кремлин.ру

Путин Башҡортостандан технологик олимпиада еңеүсеһенә уңыштар теләне

Президент Владимир Путин Илеш районының Үрге Йәркәй ауылынан Милли технологик олимпиада еңеүсеһе Ләйлә Шәриповаға уңыштар теләне. Осрашыу кисә Кремлдең Екатерина залында «Рәсәй — мөмкинлектәр иле» ойошмаһының күҙәтеү советы барышында үтте.


Сарала күҙәтеү советы ағзалары һәм төрлө конкурстар һәм олимпиадалар, шул иҫәптән «Рәсәй лидерҙары», «Был беҙҙең ғаиләнеке» «Мәғариф флагмандары», «ТопБЛО», «Мин — профессионал», Халыҡ-ара инженер чемпионаты, Милли технологик олимпиада еңеүселәре ҡатнашты.


«Рәсәй — мөмкинлектәр иле» платформаһында уҡыусылар өсөн дә проекттар бар. Милли технологик олимпиада айырыуса популяр. Үрге Йәркәй ауылы Т.Рахманов исемендәге мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Ләйлә Шәрипова – тап шундай олимпиада еңеүсеһе.


Ул Владимир Путинға олимпиадала ҡатнашыу уның тормошон нисек үҙгәртеүе тураһында һөйләне.


 — Хәйерле көн. Миңә 17 йәш, Башҡортостандың Илеш районы Үрге Йәркәй ауылынанмын. Ғаиләбеҙҙә өс ҡыҙ, ата-әсәй беҙҙе бала саҡтан эшкә өйрәтә. Мәҫәлән, бергәләп картуф ултыртабыҙ, велосипедтар йүнәтәбеҙ, үлән сабабыҙ. Беҙҙең территория ҙур, элек ябай ғына үлән сабыу машинаһы бар ине, ул йыш ватыла торғайны. Атай уны йүнәткәндә беҙҙе ярҙамға саҡыра, механизмдарын аңлата. Физика, технологиялар менән ҡыҙыҡһыныуым шунан башланғандыр тип уйлайым, — тине уҡыусы.


Президент Ләйләгә уңыштар теләне һәм робототехника өлкәһендә үҫеш перспективаларын билдәләне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-28/putin-pozhelal-uspehov-pobeditelnitse-tehnologicheskoy-olimpiady-iz-bashkirii-4253034



Автор: Әлфиә Әһлиуллина / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә