Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт
Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......
18 май – Бөтә донъя СПИД-тан вафат булғандарҙы иҫкә алыу көнө
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡарары буйынса, йыл һайын майҙың һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә СПИД-тан вафат булғандарҙы иҫкә алыу көнө билдәләнә. Беренсе тапҡыр Хәтер көнө 1983 йылда Сан-Францискола үткәрелә. Ул ваҡытта СПИД-тың сәбәбе билдәһеҙ була, был сирҙән бер нисә мең кешенең ғүмере өҙөлә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының ошондай актуаль көн булдырыуы – ВИЧ проблемаһы ҡағылған кешеләргә теләктәшлек белдереү символдарының береһе.
«Бөгөн хәтер көнө – инфекцияның артабан таралыуына ҡаршы торорға әҙер булыуҙы күрһәтеү мөмкинлеге, донъя йәмәғәтселеге һәм дәүләт власы органдарының иғтибарын СПИД эпидемияһы проблемаһына йәлеп итеү. Был социаль әһәмиәтле дата ВИЧ/СПИД өлкәһендә иң оҙайлы ижтимағи ваҡиға булып тора. Уның донъяның 75-тән ашыу илендә билдәләнеүе осраҡлы түгел», — тип һөйләне «Башинформ» ға СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең баш табибы Айгөл Ғәлиева.
Хәҙерге ваҡытта донъяла был эпидемиянан миллионлаған кешенең ғүмере ҡыйыла. Донъя берләшмәһенең төп маҡсаты — 2030 йылға СПИД-ты еңеү. Рәсәй ҙә ошо маҡсатҡа ынтыла, бының өсөн ВИЧ-инфекцияны иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау буйынса төрлө программаларҙы бойомға ашыра.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илебеҙҙә ВИЧ-инфекцияның таралыуына ҡаршы тороу дәүләт өҫтөнлөктәре иҫәбенә инә. Рәсәй хөкүмәте ҡабул иткән системалы саралар ошо сиргә ҡаршы көрәштә ыңғай үҙгәрештәргә өлгәшергә мөмкинлек бирҙе. Дәүләт стратегияһын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ВИЧ-инфекция менән сирләү темптарының кәмеүе күҙәтелә.
Дәүләт стратегияһының төп маҡсаты – ВИЧ-инфекция һәм СПИД менән бәйле ауырыуҙарҙан үлем осраҡтарын кәметеү иҫәбенә инфекцияның таралыуын туҡтатыу.
ВИЧ/СПИД менән көрәш саралары араһында профилактика мөһим урынды биләй. Ентекле аңлатыу эше ВИЧ-инфекция осраҡтарын кәметергә мөмкинлек бирә, тип билдәләй белгестәр. Шуға күрә ВИЧ-тың таралыуын иҫкәртеү өсөн бөтә көстө халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға, социаль әһәмиәтле ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә, әхлаҡи һәм енси тәрбиә эшенә йүнәлтергә кәрәк.
Беҙҙең республикала ВИЧ-инфекцияға бәйле хәлдең тотороҡланыуы күҙәтелә, тип хәбәр иткәйне Башинформ. Дөйөм алғанда, 2024 йылда Башҡортостанда тәүге тапҡыр ВИЧ диагнозы ҡуйылған 1370 пациент теркәлгән. Ауырыу күрһәткесе 100 мең кешегә 33,7 кеше тәшкил иткән. Республикала беренсе ВИЧ-инфекциялы теркәлгәндән һуң бөтәһе 43 меңдән ашыу сирле асыҡланған. Уҙған йылдың аҙағына 20,6 меңдән ашыу ВИЧ-инфекциялы диспансерҙа иҫәптә торған (йәки ошо инфекцияны йоҡторғандарҙың 93,5 проценты).
«ВИЧ менән сирләгән пациенттарға ғүмерлеккә вирусҡа ҡаршы терапия тәғәйенләнә, — тип билдәләне Айгөл Ғәлиева. — Ул вирустың кешенән кешегә күсеүен иҫкәртеү, һау-сәләмәт балаларҙың тыуыуы, шулай уҡ пациенттарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу, инвалидлыҡты һәм үлем осраҡтарын кәметеү өсөн кәрәк. 2022-2024 йылдарҙа республикабыҙҙа вирусҡа ҡаршы терапия алған ВИЧ-инфекциялылар 16 870-тән 18 050-гә тиклем артҡан.
Ауырыуҙың таралыуын иҫкәртеү өсөн ВИЧ-инфекцияны иртә асыҡлау һәм пациенттарҙы диспансерға иҫәпкә ҡуйыу, шулай уҡ терапия тәғәйенләү, күҙәтеү, дауалауҙың һөҙөмтәлелеген даими күҙәтеү бик мөһим. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн республиканың юғары уҡыу йорттары һәм колледждары студенттары өсөн семинарҙар, лекциялар үткәрелә, ВИЧ-ҡа аноним экспресс-тест уҙғарыла, буклеттар таратыла.
Республикала йәшәүселәрҙә сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға мотивация булдырыу, уларҙың ВИЧ- ты иҫкәртеү буйынса белемен күтәреү, был сирҙе аноним рәүештә һәм бушлай диагностикалау мөмкинлеген арттырыу өсөн 16 майҙа республиканың СПИД-ты иҫкәртеү үҙәге Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында «Башҡортостанда халыҡ һаулығы көндәре-2025» акцияһында ҡатнашты. ВИЧ-инфекцияға аноним экспресс-тест ойошторолдо. Бынан тыш, ВИЧ-ты иҫкәртеүгә арналған мәғлүмәт буклеттары таратылды.
«ВИЧ-инфекцияның таралыуы кешеләрҙең һаулығына зыян килтереп кенә ҡалмай, ауырыуҙарҙың эшкә һәләтлелеген кәметеүгә, ата-әсәләре СПИД-тан вафат булған балаларҙы тәрбиәләүгә бәйле иҡтисади юғалтыуҙарға алып килә», — тип йомғаҡ яһаны республиканың СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәгенең баш табибы Айгөл Ғәлиева.
Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт
Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......
Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...
Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт
Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...
Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт
Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....
Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт
Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......
Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт
Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...
Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт
Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...
Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт
Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...
«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт
Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......
Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...
2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт
2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...