Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өфөлә ғилми-ғәмәли конференцияла СПИД һәм ВИЧ-ты иҫкәртеү мәсьәләләре тикшерелде
Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков

Өфөлә ғилми-ғәмәли конференцияла СПИД һәм ВИЧ-ты иҫкәртеү мәсьәләләре тикшерелде

Хәҙерге йәмғиәттә үҙ һаулығыңа яуаплы ҡараш булдырыу мөһим һәм ошо мәсьәләлә профилактика беренсе урында тора. Өфөлә Волга буйы федераль округы төбәктәренең СПИД һәм ВИЧ менән көрәш тәжрибәһенә арналған дисциплинар-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ошо турала фекер алышыу уҙҙы.


Кисә Башҡортостандың баш ҡалаһына Волга буйы федераль округы төбәктәренән ВИЧ-инфекцияны һәм хроник вируслы гепатиттарҙы иҫкәртеү эше өсөн яуаплы эпидемиологтар, терапевтар, инфекционистар, педиатрҙар йыйылды.


Конференцияла ҡатнашыусыларҙы Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Андрей Плутницкий сәләмләне һәм 2024 йылда округтың ВИЧ-инфекцияны дауалау өлкәһендәге ыңғай һөҙөмтәләрен билдәләне.

Конференцияның модераторы булып Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һәм Мәскәү һаулыҡ һаҡлау департаментының ВИЧ-инфекция буйынса штаттан тыш баш белгесе, Мәскәү СПИД-ты иҫкәртеү һәм уға ҡаршы көрәш үҙәге етәксеһе Алексей Мазус сығыш яһаны.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин конференцияла тикшерелгән теманың республика өсөн әһәмиәтле булыуын билдәләне. ВИЧ-инфекция йоҡтороуҙың яңы осраҡтарын, шулай уҡ СПИД-тан үлемде кәметеү төбәк өсөн өҫтөнлөклө булып тора, тип билдәләне ул.

«Бөгөн беҙ мөһим теманы тикшерәбеҙ. Башҡортостан Республикаһы өсөн, тотош ил өсөн кеүек үк, был мөһим мәсьәлә. Республикала ВИЧ-инфекция өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте Рәсәйҙә ошо сирҙең таралыуына юл ҡуймау дәүләт стратегияһына тулыһынса тап килә. ВИЧ йоҡтороуҙың яңы осраҡтарын кәметеү, шулай уҡ антиретровирус терапияһы менән йөҙ процентҡа тәьмин итеү беҙҙең өсөн оло әһәмиәткә эйә. ВИЧ-инфекцияһы мәсьәләләре башҡарма властың даими контролендә тотола. Беҙҙең өҫтөнлөк — ВИЧ-инфекция йоҡтороуҙың яңы осраҡтарын һәм СПИД-тан үлемде кәметеү. Халыҡты ВИЧ-ҡа тикшереү, ауырыуҙы иртә асыҡлау инфекцияны иҫкәртеү һәм дауалау эшендә төп урынды биләй. Йыл башынан алып республикала 1 400 000-дән ашыу кешене тикшерҙек. Эпидемиологик хәлде тотороҡло контролдә тотоу буйынса ҙур эш алып барыла: ВИЧ менән сирләгән пациенттарҙың 95,4% – диспансер күҙәтеүендә, ә 90% тиерлек антиретровирус терапияһы менән тәьмин ителгән», — тине Айрат Рәхмәтуллин.


СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш буйынса Мәскәү өлкә үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров фекеренсә, иң мөһиме – халыҡта үҙ һаулығына яуаплы ҡараш формалаштырыу һәм профилактика бында беренсе урынды алып тора. 

«Әлбиттә, ғаиләнең әхлаҡи ҡиммәттәренә таяныу, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рафаэль Яппаров. — Әлеге этапта антиретровирус терапияһын алыу мөмкинлеге һәм уны ваҡытында ҡулланыу, шулай уҡ тулы мониторинг алып барыу һәм диспансерҙа сифатлы дауалауҙы ойоштороу бик мөһим. Хәҙер дауалау сифаты беренсе урынға сыға. Сифатлы ведомство-ара хеҙмәттәшлек булдырырға кәрәк. Дауалауҙың сифаты тураһында һүҙ алып барһаҡ, бында әүҙем дисциплинар-ара ҡараш кәрәк. Беҙҙең пациенттар бер урында сифатлы медицина ярҙамы алһын өсөн беренсел медицина-санитар ярҙам менән бер рәттән тар йүнәлешле белгестәрҙе лә йәлеп итергә кәрәк».


Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева һүҙҙәренсә, медицина хеҙмәткәрҙәренең профессионализмы һөҙөмтәһендә ВИЧ-инфекция, уның таралыуы контролдә тотола, шул уҡ ваҡытта меңәрләгән ғүмер ҡотҡарылған.

«Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау системаһы федераль кимәлдә юғары баһалана. Бындай конференцияның Өфөлә үткәрелеүе — быға асыҡ дәлил. 2025-2030 йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге яңы милли проекттарҙың ике йүнәлеше бар: әүҙем ғүмер оҙайлығы һәм һаулыҡ һаҡлауҙа яңы технологиялар. Медицина хеҙмәткәрҙәренең профессионализмы һөҙөмтәһендә ВИЧ-инфекция, уның таралыуы контролдә тотола, шул уҡ ваҡытта меңәрләгән ғүмер ҡотҡарылған. Яңы милли проекттарҙың, һис шикһеҙ, илебеҙҙә ВИЧ-инфекцияһын йоҡтороу осраҡтарын кәметеүҙә файҙалы булырына ышанам», — тине Римма Үтәшева.

Ғилми-ғәмәли конференция ике көн бара, унда төбәктәрҙең СПИД үҙәктәре эшмәкәрлеге, ВИЧ-инфекцияны дауалауҙың заманса концепцияһы, препараттарҙы дауалауҙа ҡулланыу һәм башҡа мәсьәләләр ҡарала.


https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-04-24/v-ufe-na-nauchno-prakticheskoy-konferentsii-obsudili-profilaktiku-spid-i-vich-4210085



Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан 05.06.2026 // Йәмғиәт

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан...

Тотош уҡырға 3

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты 05.06.2026 // Йәмғиәт

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты...

Тотош уҡырға 1

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла 05.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла...

Тотош уҡырға 1

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде 05.06.2026 // Йәмғиәт

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин 04.06.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр...

Тотош уҡырға 4

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған 03.06.2026 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште

Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште 03.06.2026 // Йәмғиәт

Ауыл халҡы айына уртаса 22 гигабайт ҡуллана, эре үҙәктәрҙән алыҫыраҡ урынлашҡан ҡасабаларҙа ......

Тотош уҡырға 2

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә