Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сүп өҫтөнә сүп йыйыла
Сүп өҫтөнә сүп йыйылаУны ҡайҙа ҡуйырға?

Республикала яҙ көнө 115 сүп-сар яндырыу осрағы теркәлгән. “Атмосфера һауаһын һаҡлау тураһында”ғы Федераль закон буйынса был енәйәткә тиң, уның өсөн 1 меңдән алып 250 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. “Көнкүреш ҡалдығын махсус сүплеккә ташыр урынға уны яндырыу арҡаһында һауаны зарарлаусы матдәләр, бигерәк тә диоксин бүленеп сыға”, — тиелгән Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының сайтындағы яңылыҡта.

Үрҙә әйтелгән диоксин полиэтилен һәм пластик әйберҙән күпләп бүленеп сыға. Пластиктың төрлө фажиғәгә килтерергә өлгөрөүе, ҡайһы бер илдәрҙең унан бөтөнләй баш тартыуы иҫкә төшһә, был мәсьәләне рейдтарҙың ғына хәл итә алмауына инанаһың. Проблема беҙ уйлағандан күпкә киңерәк һәм тәрәнерәк.
2008 йылда Һиндостандың Мумбаи (элекке Бомбей) ҡалаһында булған фажиғә тормошобоҙға үтеп ингән пластиктың (шешә, пакет һәм башҡалар) кешелеккә ни тиклем ҙур хәүеф тыуҙырыуын төшөндөрҙө. Ҡаланы һыу баҫҡан мәлдә 1 меңдән ашыу кешенең ғүмере өҙөлә. Әгәр шул саҡ канализацияға пластик пакеттар тығылмаһа, ҡорбандар күпкә аҙыраҡ булыр ине. Быны рәхимһеҙ мөнәсәбәтебеҙ өсөн тәбиғәттең яуабы тип аңларға кәрәк. Ә бына Тымыҡ океандағы тәртипһеҙлеккә Ер-әсәбеҙ ниндәй яза бирер?! Диңгеҙҙәргә ташланған пластик һауыттар океанда бер урынға йыйылып, Америка Ҡушма Штаттары майҙанынан ике тапҡырға ҙурыраҡ “материк” барлыҡҡа килтергән. Уның тәүге ҡорбандары — альбатростар: ҡояшта ялтыраған пластикты балыҡ менән бутап, ҡошҡайҙар үҙҙәре үк “сүп һауыты”на әүерелә. 30-40 йыл йәшәргә һәләтле альбатростар хәҙер өс-дүрт йәшкә лә етә алмай. Был сүплектең күҙгә күренмәгән тағы бер зарары бар: пластик һауыттар ҡояш нуры йоғонтоһонда көслө ағыу — диоксин бүлеп сығара. Йөҙөп йөрөүсе ҡыйлыҡ өсөн яуаплылыҡты бер ил дә үҙ өҫтөнә алмай. 500 — 1 000 йыл буйы серемәй ятҡан пластиктан ҡотолмаһаҡ, балаларыбыҙ сүплектә йәшәйәсәк.
Мәсьәләне хәл итергә ынтылыусылар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, Мумбаиҙы һыу баҫҡандан һуң Махараштра штаты хөкүмәте пластик пакет ҡулланыуҙы ҡәтғи тыйған. Был законды беренсе һәм икенсе тапҡыр боҙған һатыусыларға 5 мең рупи (120 доллар) штраф һалына, өсөнсөгә тотолғандарҙы өс айға иркенән мәхрүм итәләр, урамда тыйылған пакетты тотоп йөрөүселәр ҙә үҙ язаһын ала. Америка Ҡушма Штаттарында уҙған быуат аҙаҡтарында уҡ хужалыҡ ҡалдығын айырым сүп һауытына бүлеп һалыу киң ҡулланыла башлаған. Пластик, быяла, ҡағыҙ әйберҙе айырыу иҫәбенә коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙәр кәметелгән. Япония менән Ҡытай, билдәле булыуынса, хужалыҡ ҡалдығын ҡабаттан етештереүҙе күптән яйға һалған.
Бәхеткә күрә, экологик проблемаға ҡаршы көрәшеүселәр республикабыҙҙа ла күренә башланы. Уларҙың береһе — Өфөләге “ВторПластЭкология” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — 2009 йылдан алып пластик һауыттарҙы йыйыу, һаҡлау һәм ҡабаттан эшкәртеүгә әҙерләү менән шөғөлләнә. Ҡала ихаталарындағы сүп контейнерҙары эргәһенә махсус йәшник (һүрәттә) урынлаштырылған. Әле улар 500-гә еткән. 2009 йылда — 50, 2010 йылда — 139, 2011 йылда — 150, ә быйыл тәүге өс айҙа 50 тонна пластик ҡалдыҡ йыйылған. Тимәк, бер йәмғиәт кенә тирә-яҡ мөхитебеҙҙе 400 тонна самаһы пластиктың зарарынан һаҡлап алып ҡалған.
— Йыл аҙағынаса йәшниктәрҙе 600-гә еткерергә уйлайбыҙ. Өфө кеүек миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡалала улар 1 миллион ярым булырға тейеш, — ти йәмғиәттең идарасы партнёры Руслан Фазуллин.
Икенсе идарасы партнёр Марина Садовникова билдәләүенсә, ҡала халҡы пластик һауыттың зарарын йылдан-йыл нығыраҡ аңлай.
— Тәүге йылдарҙа йәшниктәр өсәр айлап тулмай торһа, хәҙер һәр береһен айына ике-өс тапҡыр бушатабыҙ, — ти Марина Анатольевна. — Маҡсатыбыҙ — халыҡтың экологик мәҙәниәтен үҫтереү, зарарлы ҡалдыҡтың сүплектә ағыу бүлеп сығарыуына юл ҡуймау. Пластик шешәләрҙең айырым йәшниккә һалыныуы коммуналь хужалыҡтар өсөн дә отошло, сөнки буш ҡаптар арҡаһында улар “һауа” ташырға, артыҡ аҡса түгергә мәжбүр. Йыйылған пластиктан кәрәкле әйбер яһап буласаҡ: теплица, биналарҙы ремонтлау өсөн материалдар, кейем-һалым туҡымаһы өсөн еп һәм башҡалар. Күренеүенсә, сүптән дә һәйбәт килем алырға мөмкин.
Баш ҡала халҡының бер өлөшө пластик һауыттарҙы махсус йәшниккә ташларға өйрәнгән мәлдә тотош республикала бындай сүп дөйөм полигондарға түгелә. Унда улар, Тымыҡ океандағы “утрау” кеүек, асыҡ һауала тирә-яҡҡа ағыу сәсә. Тимәк, ҡыйҙы яндырыу менән сүплеккә ташыу араһында айырма әллә ни тойолмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡтың башҡаса һайлау мөмкинлеге юҡ. Үҙебеҙҙең сүп-сар менән үҙебеҙҙе үк ағыуламаҫ өсөн рейдтарҙан да һөҙөмтәлерәк алымдар талап ителә. Сит илдәрҙең тәжрибәһенән күренеүенсә, төбәктә хәүефле ҡалдыҡтарҙы ҡабул итеү урындарын һәр кем барып етә алырлыҡ итеп күбәйтеү, был эш менән шөғөлләнеүсе компанияларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү — шундай ысулдарҙың береһе.

Таһир КӘБИРОВ, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, биология фәндәре кандидаты:
— Тирә-яҡ мөхиттең торошо өсөн һәр кем яуаплылыҡ тойорға, эште үҙенән башларға тейеш. Мәҫәлән, магазиндан полиэтилен пакет һатып алыр урынға үҙең менән сумка йөрөтөргә, аҙыҡ-түлектең пластик һауытта түгел, ә ҡағыҙ ҡаптағыһына өҫтөнлөк бирергә мөмкин. Пластик һауыт, подгузник кеүек ҡалдыҡтар сереһен өсөн 500 йылдан ашыу ваҡыт кәрәк. Ундай сүпте ҡыйлыҡҡа ташлау һәм ергә күмеү мәсьәләне бер нисек тә хәл итмәй.

Иван БОРИСОВ, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, химия фәндәре докторы:
— Диоксин — көслө ағыу. Ул организмда йыйылырға һәләтле, унан ауыр сығарыла. Бер нисә шешәне яндырыуҙан берәү ҙә ағыуланып китмәй, әлбиттә. Әммә диоксин үләндә, һыуҙа, ғөмүмән, тирә-яҡ мөхитебеҙҙә туплана. Әгәр кеше көн дә шул диоксинлы һыуҙы эсһә, ағыулы ҡырҙа утлаған малдың итен ашаһа, үҙе лә тиҙ ағыуланасаҡ. Шул арҡала ауырыу сабыйҙарҙың тыуыуы бигерәк тә аяныс.
Нурзиә ЙЫЛҠЫБАЕВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20