Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостандан һуҡыр баянсы МХО яугирҙарына ярҙам итеү өсөн концерттар ойоштора
Фото: Валерий Шахов

Башҡортостандан һуҡыр баянсы МХО яугирҙарына ярҙам итеү өсөн концерттар ойоштора

Ошо көндәрҙә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы тарафынан ойошторолған һәүәҫкәр баянсылар араһында «Уйна, баян» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Икенсе йыл рәттән ижади бәйгелә Әбйәлил районының Асҡар  ауылынан 32 йәшлек Айҙар Абдуллин еңеү яуланы.


Конкурс барышында күреү һәләтенән мәхрүм булған талантлы музыканттың тормош тарихы менән яҡындан танышыу бәхете тейҙе. Ул беребеҙҙе лә битараф ҡалдырманы. Айҙарҙы «Бәхет бергә» медиапроектының геройы итеп саҡырырға һәм уныэ хаҡында республикабыҙ халҡына һөйләргә ҡарар иттек. 


Айҙар һөнәре буйынса юлсы, Өфө автотранспорт техникумын тамамлаған. Ул ете йыл элек, ҡапыл күреү һәләтен юғалтҡандан һуң, музыка менән шөғөлләнә башлай.


— Ул ваҡытта Өфөлә ҙур пландар ҡороп эшләп йөрөй инем... Декабрь аҙағында ял алып, Яңы 2016 йылды ҡаршыларға атай-әсәй янына ҡайттым. Яңы йыл алдынан мунса инеп сығырға булдып, сығып килгәндә ҡапыл күҙҙәрем томанланды, әйтерһең, бөтөнләй күрмәйем. Бер аҙ ваҡыт үтте, әммә күҙ алдындағы томан таралманы. Аптырап ҡалдым, быға тиклем күҙҙәрем менән бер ниндәй ҙә проблема булманы, хатта күҙлек кейгәнем дә юҡ ине. Табиптар ҙа ярҙам итә алманы, күҙҙең тиҙ насарайыуы арҡаһынла эштән китергә тура килде. Хатта Өфөнөң ҙур офтальмология үҙәгендә операция яһатҡандан һуң да бер ни үҙгәрмәне. Шулай итеп, 26 йәшемдә тома һуҡыр ҡалдым», – тип һөйләй Айҙар Абдуллин.


Айҙар бирешеп ҡалмай, үҙенең эске-зарын йыр-моң менән баҫырға тотона: 2018 йылда баянда һәм гармунда уйнарға өйрәнә. Тәүҙә уң ҡулы менән генә моң сығара башлаһа, һуңынан ике ҡул менән дә уйнарға өйрәнә. Күбеһенсә уның репертуарында «Аҡсарлаҡ», «Ишкәксе», «Бәхет төнө», «Айырылмағыҙ» ретро йырҙары яңғырай һ.б.

— Тик ултырып ялҡтым да, уйнай башланым. Ә эштән сыҡҡас буш ваҡыт күп булды, яратҡан йырҙарым һағышлы уйҙарҙан арындырҙы, — ти әңгәмәсем. — Яңы мауығыуым әсәйемдең дә күңеленә хуш килде. Йырҙар буйынса йыш ҡына кәңәштәрен бирә, ҡушылып йырлай. Тауышы бик моңло, район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә үткәрелгән сараларҙа сығыш яһап та өлгөрә. Атаһы яғынан биш ағаһы ла шәп баянсылар. Йыр-моңға һөйөү ҡанымда, күрәһең. Бала саҡта мәктәптә үткән сараларҙа йырлағанымды хәтерләйем, әммә һуңынан бейеү менән мауығып киттем һәм ярайһы уҡ ваҡыт «Йондоҙ» балалар бейеү коллективында солист булдым.


Айҙар хәҙер байрамдарҙа, ғаилә мәжлестәрендә көтөп алынған ҡунаҡ — күптәр уның моңло тауышына, музыканы тойоуына хайран ҡала. Күптән түгел Айҙар Абдуллин дуҫтары менән махсус хәрби операция яугирҙарын ҡеүәтләп концерттарҙа сығыш яһай башланы. Әбйәлил районының Буранғол һәм Шәрип ауылдарында һәүәҫкәр артистар ҡатнашлығында сығыш яһай. Ойоштороусылар бөтә килемде МХО биләмәһендә хеҙмәт иткән яҡташтарына ебәрә. Айҙар алғы һыҙыҡтағылар алдында яуаплылыҡ тоя, уларға ярҙам итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыша.


— Минең өсөн ҙур сәхнәлә сығыш яһауҙың тәүге тәжрибәһе. Шуға ла мине хуплаған, сараларға саҡырған һәр кемгә ҙур рәхмәтлемен. Ошо рәүешле бөгөн МХО зонаһында булған яҡташтарыбыҙға, шул иҫәптән туғандарыма ла терәк була алыуыма бик шатмын, — ти егет.


Айҙарҙың киләсәккә пландары ҙур. Ул артабан да үҙе яратҡан эше менән шөғөлләнергә, музыкант булараҡ камиллашырға, яңы уйнау алымдарын үҙләштерергә, хатта яңы йырҙар сығарырға ла ниәтләй. Оло маҡсаттар менән янған музыкант үҙенең ижади тормошо менән социаль селтәрҙәрҙәге шәхси төркөмөндә таныштырып бара. Унда ул үҙенең сығыштарының яңы видеояҙмаларын да һала.


Шулай уҡ баянсы яңы музыка ҡоралы тураһында хыяллана, бәләкәй генә инвалидлыҡ пенсияһынан аҡса йыя. Яңы ҡорал менән хис-тойғоларҙы музыка аша тағы ла яҡшыраҡ еткерә алыр инем, тыңлаусыларымды ҡыуандырыр инем, ти егет.


— Сәхнәлә сығыш яһау, конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн яҡшы музыка ҡоралы кәрәк, ул саҡта үҙеңде ышаныслыраҡ тояһың. Мин күптән биш рәтле төймәле баян һәм яңы гармун тураһында хыялланам, әммә әлегә һатып ала алмайым, – ти Айҙар.

Айҙар Абдуллиндың тарихы ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу тураһында ғына түгел, ә моңдоң кешеләрҙе берләштереүе, шатлыҡ-ҡыуаныстар килтереүе, уның көсө хаҡында ла һөйләй. Уның өлгөһө, яҙмыш ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, тормошта һәр саҡ үҙ урыныңды табырға мөмкин булыуын күрһәтә.


* * *


«Башинформ» агентлығының «Бәхет ул — бергә» проекты Башҡортостан Башлығы гранттары фонды иҫәбенә тормошҡа ашырыла. 


Тормош ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, донъяны яҡтыртҡан, изгелек эшләгән кешеләр хаҡында һәр кем һөйләй ала. Мөмкинлектәре сикләнгән геройҙар хаҡында тарихтар көтөп ҡалабыҙ, хаттарҙы редакцияның inf@bashinform.ru электрон почтаһына «Бәхет бергә» тигән атама менән ебәрергә мөмкин.


Проект «Рәсәйҙең эшлекле ҡатын-ҡыҙҙары» йәмғиәте менән берлектә тормошҡа ашырыла.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә